Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Уң ҡулымда бармаҡтарым юҡ, шуның өсөн уң ҡулым менән ашау минең өсөн ауыр булһа ла, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡушҡанса ашарға тырышам. Ҡайсаҡта һыңар ҡулым менән дә ризыҡҡа үрелергә йә ашағанда һул ҡул менән ярҙам итеп торорға яраймы?

Кешенең уң ҡулы менән ашауы сөннәт. Был осраҡта Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Ашарға йыйынған кеше уң ҡулы менән ашаһын. Эскәндә лә һауытын уң ҡулы менән тотһон. Шайтан ғына һул ҡул менән ашай-эсә», – тигән хәҙисе ҡағиҙә булып тора (Ибне Мәджәһ). Уң ҡул менән генә ашау талап ителә. Һул менән ярҙам итергә мөмкин, әммә ризыҡ ауыҙға мотлаҡ уң ҡул менән һалынырға тейеш.

Үрҙә әйтелгәндән сығып, шундай нәтижә сығарырға мөмкин: ашағанда ла, эскәндә лә тик уң ҡул менән эш итеү – сөннәтте үтәү менән бер. Ашау-эсеүгә ҡағылмаған ғәмәлдәрҙе, башҡа эштәрҙе Аллаһ Рәсүле ﷺ һул ҡулы менән дә эшләгән. Шуға был тыйылмай. Беҙ һәр ваҡыт Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ эйәрергә, бөтә нәмәлә уға оҡшарға тырышһаҡ, тормошобоҙҙан бәрәкәт китмәҫ. («Мәраки әл-Фәләх»)

 

 

Мәрхүмде күмгәндән һуң, ҡайһы бер кешеләр ҡәбер өҫтөнә һыу ҡоя. Быға динебеҙҙә нигеҙ бармы? Булһа, хикмәте нимәлә?

«Әл-Бәһру әр-Раик»к итабында былай тиелгән: «Ҡәбергә һыу һибеүҙең гонаһы юҡ, сөнки был уны тигеҙләргә булышлыҡ итә». «Әд-Дүррул-Мөхтәр» китабында имам әл-Хәскәфи, өрөп торған елдән ер таралып бөтмәһен өсөн эшләнә, тип яҙған.

Имам Ибне Әбидин, был һүҙҙәрҙе шәрехләп, былай тип яҙа: «Ошо ғәмәлде сөннәт тип атарға мөмкин, сөнки Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ сәхәбәһе Сәәд һәм Ибраһим улының ҡәберҙәрендә лә шулай эшләне һәм Усман ибне Мәзүндең ҡәберендә лә шулай итергә кәңәш бирҙе».

 

Миңә 24 йәш, өйләнмәгәнмен. Ғаилә ҡороу өсөн шарттар юҡ әлегә, хәрәм аралашыуҙан һаҡланырға тырышам. Ләкин мине, нисек бармын, шулай яратып ҡабул иткән һөйгән ҡыҙым миңә йәшерен осрашырға тәҡдим итә. Был зинаға яҡын гонаһ булып һаналамы?

Өйләнешмәйенсә, никахһыҙ осрашып, аралашып йөрөү хәрәм. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Никахлашыу – ул минең сөннәтем, сөннәтемде һанға һуҡмаусы минең өммәтемдән түгелдер», – тигән.

Һәр кешенең яратырға һәм яратылырға хаҡы бар, әммә ысын мөхәббәт нәҡ бына законлы никахта ғына барлыҡҡа килә. Тик ғаиләлә генә был матур тойғо үҫешә, көндән-көн нығына бара, татыулыҡҡа нигеҙ һала, йәш йөрәктәрҙә насип йәренә бәхет өләшеү, шатлыҡ килтереү теләген көсәйтә. Элек бер-береһе өсөн тәрән сер булған был икәү, ғаилә ҡорғас, ошо яңы торошона, халәтенә, хәләл ефетенең холҡона, ғәҙәттәренә өйрәнә һәм был мауыҡтырғыс тормош ғүмерлек буласаҡ. Иманға таянып йәшәгән пар әхирәттә лә бергә булыр. Исламдың нигеҙендә тап шундай саф һәм тоғро мөхәббәт ята. Ике ғашиҡ йөрәк өсөн бәхетле асыштар сылбыры.

Ризыҡ, мал менән тәьмин итеүгә килгәндә, борсолорға кәрәкмәй. Сөнки был бурысты Раббыбыҙ Үҙенә йөкмәгән. Ләкин әҙерҙән-бәҙергә өйрәнеп, алма, беш, ауыҙыма төш, тип кенә диванда ятыу килешмәҫ ир кешегә. Бал ҡортолай иртәнән үк ғаиләһен хәләл мал, хәләл ризыҡ менән туйҙырыр өсөн төрлө юлдар эҙләргә, һөнәрҙәр үҙләштерергә, сара күрергә тейеш. («Тәнбиһ»)

 

 

Кондиционер менән йыуылған кейемде кейеп, урамға сығырға яраймы ҡатын кешегә? Киптереп, үтекләп алғандан һуң да был әйберҙән хуш еҫтәр аңҡып тора. Шулай булғас, был кейемдә йөрөү яраймы?

Әллә ҡайҙан аңҡып торған еҫ булһа, ярамай, сөнки урамда үтеп барған ир кешенең һиҙеп ҡалыуы бар. Әммә еҫе әллә ни һиҙелмәһә, был тыйылмай. («Дүрарул-Мөхтәр»)

 

 

Миңә оҡшаған ҡыҙҙың ата-әсәһе беҙҙең өйләнешеүгә ҡаршы. Буласаҡ кәләшемде урлап, никах уҡытырға яраймы?

Диндә ҡыҙ урлау тигән нәмә юҡ. Был яман уйҙы тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, тыйыла. Ҡыҙҙың ата-әсәһенең фатихаһын алыу һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Күңелегеҙгә ятмаған нәмәне башҡаларға ҡарата эшләүҙе динебеҙ тыя. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә был хаҡта асыҡ итеп әйтелгән: «Үҙе яратҡан ниғмәттәрҙең башҡа кешелә булыуын теләмәгән кешенең иманы камиллашмай» (әл-Бохари). Ә хәҙер ҡыҙыбыҙҙы йә һеңлебеҙҙе, йә кемдеңдер кәләшен урлап алып киткәндәрен күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Кемдең шундай хурлыҡҡа төшкөһө килә икән?

Башҡаларҙың мөлкәтенә ҡул һуҙыу тыйыла. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: иң ҡиммәтле әйберҙе урлаған кеше язаға тарттырылырға тейеш түгелме ни? Бур, ҡараҡтар Аллаһу Тәғәләнең Язаһынан ҡотолоп ҡала алмай! Ундай кешенең, ҡылған ғәмәле өсөн аҙаҡ үкенһә лә, урланып исеме сыҡҡан ҡыҙҙың, уның ата-әсәһенең, туғандарының намыҫына ҡара яғып, эш боҙоуы был уғрыны ғүмерлеккә харап итеүе бар, ошо кешеләрҙең һәр береһе уны ғәфү иткән саҡта ғына, был әҙәмде Аллаһ та ғәфү итер. Динебеҙ һәр мосолмандың намыҫын һәм абруйын юғары баһалай һәм һаҡлай. Кем генә булмаһын, уға теләһә нисек һөжүм итеүҙе ҡәтғи тыя.

Рәсүлебеҙ ﷺ был турала бына ни тигән: «Мосолман шулдыр – уның теленән дә, ғәмәленән дә бер кем зыян күрмәҫ» (әл-Бохари).

 

 

Теш таҙартыу өсөн сиуак (мисүәк) таяғын ҡайһы ваҡытта ҡулланыу яҡшыраҡ – кесе тәһәрәт алған саҡтамы, әллә намаҙ алдынанмы?

Кесе тәһәрәт алғанда мисүәк ҡулланыу маҡтаулы сөннәт. Ошондай ысул менән таҙарынған мөьминдең ғибәҙәтенең дәрәжәһе 70 тапҡырға арта. Был турала ла хәҙис бар: «Әгәр ҙә минең арттан килеүселәргә ауырлыҡ килтереүҙән ҡурҡмаһам, тәһәрәт һайын теш таҙартырға ҡушыр инем» (Әхмәт).

Мисүәкте ауыҙ ҡыуышлығын сайыр алдынан файҙаланыу яҡшыраҡ. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тағы бер хәҙисенә таянып, уны намаҙ алдынан ҡулланыу ҙа сөннәт: «Мисүәк ҡулланып намаҙ уҡыу мисүәк ҡулланылмай уҡылған етмеш намаҙҙан яҡшыраҡ» (әл-Бәйһаҡи). («Һиҙәйә»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...