Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

 

Мәрхүмде ерләгәс, уның ҡәбере эргәһендә «тәлҡин» уҡыу дөрөҫ ғәмәлме?

Ғалимдар араһында был һорау буйынса төрлө фекер бар. Ҡайһы берәүҙәр «тәлҡин» уҡырға рөхсәт бирә һәм, мәрхүмгә бынан ҙур ярҙам буласаҡ, тип иҫәпләй.

Әбү Дәүд еткергән хәҙистә, мәрхүмде ерләп бөткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уның ҡәбере осона баҫып: «Ҡәрҙәшегеҙҙең гонаһтары ғәфү ителһен, тип һәм уға, фәрештәләр һорау алған саҡта, сыҙамлыҡ теләп, доға ҡылығыҙ, ысынында, хәҙер унда хисап бара», – ти.

«Тәлҡин» – мәрхүмгә иҫләтеү (иҫенә төшөрөү) тигәнде аңлата. Имам, ҡәберҙең ситенә ултырып, мәрхүм ишетеп иҫләһен өсөн, шәһәҙәт кәлимәһен әйтә. Шунан һуң иман шарттарын, йәғни, үлемдең, Ожмахтың хаҡлығын әйтеп үтә. Аллаһтың бар кешене терелтәсәге һәм Мөнкәр менән Нәкир фәрештәләре унан иҫәп-хисап аласағы тураһында иҫкәртә. («Радд үл-Мохтар»)

 

 

Күҙгә дарыу һалыу йәки укол эшләү һәм электрофорез ураҙаны боҙамы?

Юҡ, боҙмай.

 

 

Ир кеше ҡатын-ҡыҙ һылаусыға (массажистҡаға) йәки парикмахерға йөрөй аламы?

Хәҙерге заманда беҙҙең йәмғиәттә ҡатындар менән ирҙәр араһында эш буйынса осрашыуҙар, хеҙмәттәшлек көндәлек күренешкә әйләнгән. Әммә шәриғәт буйынса бындай мөнәсәбәттәрҙә бик етди тәртип булдырылған. Йәғни, сит ҡатын менән сит иргә икәүҙән икәү ҡалыу, бер-береһенә ҡағылыу тыйыла.

Ҡарарға тыйылған ерҙәргә тейергә лә ярамай. Шулай уҡ, вәсвәсә хәүефен тыуҙырһа, кейем аша ҡағылыу ҙа ҡәтғи тыйыла. Хатта эстән үҙ-үҙеңә ышаныу тойғоһо булғанда ла, бер-береңә тейергә ярамай.

Бер-береһенә туған булмаған кешеләр сит затҡа ҡарарға, ҡағылырға тейеш түгел. Тик етди сәбәптәр арҡаһында ғына мөмкин.

Һығымта: Ҡатын-ҡыҙға сит ирҙең сәсен ҡырҡырға һәм уға массаж яһарға ярамай. Был шулай уҡ ир-атҡа ла ҡағыла. («Радд үл-Мохтар»)

 

 

Мәрхүмдең ҡәбере янында ҡөрьән уҡыу сөннәт ғәмәлме?

Билдәле Хәнәфи мәҙһәбе ғалимы Ибне Ғәбидин үҙенең «Радд үл-Мохтар» китабында: «Мәрхүмде ерләгәндән һуң, шунда ултырып, сама менән, бер хайуанды салып эшкәртеүгә киткәндәй ваҡыт үткәс, Ҡөрьән уҡырға һәм доға ҡылырға кәрәк”, − тип яҙа.

Ҡатын-ҡыҙға ла ҡәберҙәргә зыярат ҡылыу мөмкин. «Элек мин һеҙгә ҡәберҙәргә барырға рөхсәт итмәнем, хәҙер һеҙ унда йөрөгөҙ», − тип әйтелә хәҙистә. (Әхмәд)

«Шәрх әл-Лүбәб» китабында, Ҡөрьәндән нимә уҡый беләһегеҙ, шуны уҡырға кәрәк, тиелә. «Әл-Фәтихә» сүрәһен, «Әл-Бәҡара» сүрәһенең башын («мүфлихүүн» тигән урынға тиклем), «Аятел-Көрси» һәм «Әмәнә расүлү», «Йәсин», «Әл-Мүлк», «Әт-Тәкәҫүр» сүрәләрен, «Әл-Ихлас» сүрәһен (ун ике, ун, ете йәки өс тапҡыр) уҡырға, шунан «Йә, Аллаһым, ошо уҡылғандарҙың сауабын (исем-шәрифтәрен әйтәһегеҙ) рухына еткер», – тип бағышларға кәрәк.

«Хәшиәтү әт-Тәхтәүи» китабында, Аллаһ Рәсүле ﷺ һүҙҙәренә эйәреп, зыяратҡа барыу сөннәт булып һанала, тиелә: «Үлем тураһында иҫләр өсөн зыяратҡа йөрөгөҙ». (Мөслим). Ҡәберстанда «Йәсин» сүрәһен уҡыу бик хуп ғәмәл. Сөнки Әнәс еткергән хәҙистә: «Кем дә кем зыяратҡа килеп «Йәсин» сүрәһен уҡый, Аллаһ унда ятҡан мәрхүмдәрҙең язаларын еңеләйтер, ә уҡыған кешегә шунда ерләнгән мәрхүмдәр һанындай сауаптар яҙылыр», – тиелгән». («әз-Зүбәйҙә», «Итхаф ас-Садат»)

Һығымта: Ошоларҙан сығып, күпселек ғалимдар фекеренсә, мәрхүмдәргә Ҡөрьән уҡып, бағышлау рөхсәт ителә һәм сөннәт булып тора, бынан уларға ҙур файҙа. («Радд үл-Мохтар»)

 

 

Әгәр ҙә бала үле тыуһа йәки тыуғас та үлһә, уны нисек ерләргә кәрәк?

Әгәр ҙә бала тыуған саҡта тере булһа, йәғни ул илаһа, ҡысҡырһа, үҙ аллы ҡыбырлаһа, күҙҙәрен йомоп, асһа, уны өлкән кешене ерләгән һымаҡ ерләйҙәр. Башта йыуалар, кәфенләйҙәр, йыназа уҡыйҙар, исем бирәләр һәм ерләйҙәр. Әгәр ҙә яңы тыуған балала йәшәү билдәләре булмаһа, һәм тыуғанда уның ағзалары тулыһынса формалашҡан булһа, уны йыуалар, кәфенләйҙәр, исем бирәләр һәм йыназаһыҙ ерләйҙәр.

Ваҡытынан алда төшкән баланың кеше формаһы булмаһа, уны һыу менән йыуалар ҙа, тауарға урап, ерләйҙәр. Был осраҡта йыназа һәм башҡа төрлө йолаларҙы үтәргә кәрәкмәй. («Радд үл-Мохтар»)

 

Никахтан һуң ҡалымды кемгә бирергә? Кәләшкәме әллә уның ата-әсәһенәме?

Ҡалым, ғәрәпсә «мәһәр» – кейәү кешенең, никах сәбәпле хәләл булырға рөхсәт иткәне өсөн, кәләшенә түләй торған аҡсаһы йәки мөлкәте. Шуға күрә мәһәрҙе ир кеше ҡатындың ата-әсәһенә бирергә тейеш түгел. («Ибне Ғәбидин»)

 

 

Янут йөнө таҙамы һәм унан тегелгән тунды кейергә буламы?

Һәр хайуандың тиреһен дуплау уны таҙарта, хатта ул хайуандың ите ашарға яраҡлы булмаһа ла. Әммә был сусҡа тиреһенә ҡағылмай. Уны эшкәртһәң дә, ул таҙармай.

Тун тегер өсөн ҡулланылған тире таҙа булып һанала. Сөнки, сусҡанан башҡа, хайуандарҙың ҡан һәм май булмаған урындары: һөйәк, мөгөҙ, тояҡтар, йөндәр таҙа булып иҫәпләнә.

Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәҙисендәге: «Һәр тире дуплауҙан һуң таҙара», − тигән һүҙҙәре быға дәлил (әт-Тирмиҙи). («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...