Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Доға кешенең яҙмышын үҙгәртә аламы?

Имам әл-Ғәзәли «Ихйә ғүлюмү д-Дин» китабында: «Әгәр ҙә бөтәһе лә тәҡдирҙә яҙылғанса бара икән, доғаның мәғәнәһе нимәлә? Шуны бел, доға ярҙамы менән бәләнән ҡотолоу – ул да алдан билдәләнгән тәҡдир. Ҡалҡан ярҙамында уҡтан һаҡланған һымаҡ, ерҙән үлән үҫеүенә һыу сәбәпсе булған кеүек, доға ярҙамы менән дә бәлә-ҡазанан ҡотолоп, Аллаһ рәхмәтенә ирешергә мөмкин. Ҡалҡан уҡтарҙан һаҡлаған кеүек, доға ла бәләләрҙән ҡотҡара».

Рәсүлебеҙ ﷺ әйткән: «Яҙмышҡа доғанан башҡа бер нәмә лә тәъҫир итә алмай, һәм яҡшы ғәмәлдәрҙән башҡа бер нәмә лә ғүмерҙе оҙайта алмай» (Әхмәд, Тирмиҙи).

Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуыу тураһында мәғлүмәт ҡалғанмы?

Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуыу буйынса Ибне Мәждә, әл-Бәйһаҡи һәм әс-Суйүти имамдары Рәсүлебеҙҙән ﷺ хәҙис еткерәләр: «Кем Аллаһтың уның өйөндә бәрәкәт арттырыуын теләй − ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулын йыуһын»

Имам әт-Табәрани үҙенең «Мүджам әл-Әсүәт» китабында бының буйынса хәҙис килтерә: «Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуыу кешене фәҡирлектән һаҡлай. Һәм был − Аллаһ рәсүлдәренең ғәҙәте».

Шейх үл-Исләм Зәкәриә әл-Ансари “Әл-Гурар әл-Бәһийә” китабында: «Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуыу һәм ауыҙҙы сайҡау ашау әҙәптәренә инә. Өй хужаһына ашар алдынан ҡунаҡтарҙан алда, беренсе булып ҡулын йыуырға һәм ауыҙын сайҡатырға кәрәк, ашағандан һуң – иң һуңғы булып».

Шулай итеп, ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды йыуыу һәм ауыҙҙы сайҡатыу яҡшы ғәмәл булып тора. Әгәр йорт хужаһы өйөнә ҡунаҡтар саҡырһа, уға, ҡунаҡтарҙы һыйлар алдынан, беренсе булып ҡулдарын йыуып алыу кәрәк.

(«Хәшийәтү Тәхтәүи»)

Һатып алыусы алған тауарын, бер ай үткәс, иҫкергән тип, кире ҡайтарырға теләй. Был осраҡта һатыусыға нимә эшләргә кәрәк? Ниндәй осраҡта һатып алыусы тауарҙы кире ҡайтарыу хоҡуғына эйә?

«Әл-Ихтияр ли Талил ил-Мохтар» китабында ғалим Ибне Мәүдүд ил-Мүсили былай тип яҙа: «Әгәр тауарҙа етешһеҙлектәр булһа, һатып алыусы уны кире ҡайтара ала. Һатыусы был осраҡта аҡсаһын кире бирергә тейеш».

Шәриғәт буйынса, һатып-алыу барышында йәки унан һуң тауарҙа табылған етешһеҙлектәр брак һанала. Әммә былар һатып алыусы, аҡсаһын түләп, тауарҙы алып китер алдынан билдәле булырға тейеш. Шулай уҡ, килешеүҙе өҙгән саҡта ла, ул етешһеҙлектең тауарҙа булыуы мотлаҡ.

Әгәр етешһеҙлектәр арҡаһында тауарҙың тәғәйенләнеше юғалып, баһаһы төшһә, һатыусы уны кире ҡабул итеп алырға тейеш.

Һатып алыусы тауарҙы кире ҡайтарыу хоҡуғына шул ваҡытта эйә: ул ундағы етешһеҙлекте тауарҙы ҡулына алғанға тиклем әйтергә тейеш. Әгәр ҙә ҡулға алғас ҡына билдәле булһа, шунда уҡ һатыусыға хәбәр итеп, тауарҙы кире ҡайтарырға кәрәк.

Әгәр ҙә һатып алыусы һатыусыға тауар етешһеҙлектәре тураһында сәбәпһеҙ шунда уҡ хәбәр итмәй, кисектерһә, уның кире ҡайтарырға хоҡуғы юҡ.

Һығымта: әгәр һатып алыусы һатып алыр алдынан тауарҙа етешһеҙлек тапһа, ул уны шунда уҡ кире тапшыра ала, һатыусы аҡсаһын бирергә тейеш.

Әгәр ҙә һатып алыусы, тауарҙың етешһеҙлеген һатып алған саҡта йәки һуңыраҡ күреп тә, һатыусыға шунда уҡ хәбәр итмәһә, һатыусы был тауарҙы кире алмаҫҡа мөмкин.

«Әл-Ихлас» сүрәһен йөҙ тапҡыр уҡығандың сауабы ниндәй?

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Кем намаҙҙа йәки намаҙҙан тыш «Әл-Ихлас» сүрәһен йөҙ тапҡыр уҡый, шуға Аллаһ Тамуҡтан ҡотолоуҙы яҙа» (әт-Табәрани).

Икенсе хәҙистә: «Кем «Әл-Ихлас» сүрәһен көнөнә йөҙ тапҡыр уҡый, Аллаһ уның йөҙ йыллыҡ гонаһтарын ғәфү итер», − тиелгән (әл-Бәйһаҡи).

Әммә, Ҡөрьән уҡыған саҡта, бар тәжүид ҡәғиҙәләрен, изге китап уҡыу әҙәптәрен үтәргә кәрәк. Шуға ла ғәрәп хәрефтәренең дөрөҫ әйтелешен мөғәллимдәрҙән өйрәнеү мотлаҡ.

Ислам динендә үҙ-үҙеңде үлтереүгә ниндәй ҡараш?

Имам Мөслим үҙенең «Сәхих Мөслим» йыйынтығында Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ киләһе хәҙисте еткерә: «Үҙен аңлы рәүештә берәй металл әйбер менән үлтергән кеше мәңгегә Тамуҡҡа эләгәсәк һәм үҙен үлтергән хәрәкәтте ҡабатлаясаҡ. Кем ағыу эсеп, үҙенә ҡул һала, ул шул ғәмәлен ҡабатлап, мәңгегә Йәһәннәм утында буласаҡ. Кем тауҙан ырғып үлә, шул ғәмәлен ҡабатлап, Тамуҡ утында мәңгегә ҡаласаҡ»

Имам Мула Ғәли әл-Кари хәҙистең аңлатмаһында былай тип яҙа: «Имам әт-Тибий әйткән: ‘‘Был хәҙистә, үҙ-үҙенде үлтереү ярай, тип иҫәпләп, шул ғәмәлде ҡылған кешеләр тураһында һүҙ бара (йәғни, диндән сыҡҡан кешеләр хаҡында). Әгәр ҙә был хәҙис үҙенә ҡул һалған барлыҡ кешеләргә ҡағылһа, бында «мәңге», «сикһеҙ» тигән һүҙҙәр Тамуҡта оҙаҡ булыуҙы аңлата’’».

Шулай уҡ имам Мөслим киләһе хәҙисте килтерә: «Кем был донъяла үҙен үҙе берәй әйбер менән үлтерә, теге донъяла ла уны шул рәүешле язалаясаҡтар».

Имам Мөслимдән еткерелгән хәҙистә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенә ҡул һалған кешеләргә йыназа уҡымаған, тигәнгә Ибне Хибан был ҡарарҙың аҙаҡ көсө бөтөүе тураһында әйтә. Күп ғалимдар фекеренсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, был гонаһтың ни тиклем ауыр икәнлеген кешеләр аңлаһын өсөн, үҙенә ҡул һалған кешеләргә йыназа намаҙын уҡымаған.

Һығымта:

– Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу ҙур гонаһ, уның өсөн теге донъяла ҡаты яза буласаҡ. Йәғни, ул кеше Тамуҡта үҙен үлтергән ғәмәлде ҡабатлап торасаҡ.

– Үҙ-үҙен үлтергән мосолманға йыназа намаҙын һәм тейешле йолаларҙы үткәрәләр.

– Кем үҙенә ҡул һалыуҙы рөхсәт итә, ул диндән сыға.

(«Хәшийәтү Тәхтәүи»)

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...