ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мин тол ҡатынмын. Яңынан кейәүгә сығырға иҫәбем юҡ. Әммә миңә бер ир уның икенсе ҡатыны булып кейәүгә сығырға тәҡдим итә. Балаларым уның теләген ҡабул итмәй. Миңә нимә эшләргә икән?

Был осраҡта башта һеҙҙең үҙегеҙгә бер ҡарарға килергә кәрәк: кейәүгә сығыу һеҙгә кәрәкмеюҡмы. Әгәр һеҙ кейәүгә сығырға теләмәйһегеҙ икән, һеҙҙе берәү ҙә көсләп кемгәлер бирә алмай. Шулай уҡ ул иргә сит ҡатын менән аралашыу хәрәм икәнен аңлатығыҙ. Үҙегеҙ ҙә уның менән һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ.

Беҙ иремдең ҡустыһы менән бергә йәшәйбеҙ. Аҙыҡты бөтәбеҙгә етерлек итеп үҙебеҙ һатып алабыҙ. Ә иремдең ҡустыһы аҙыҡтүлек складында эшләй. Ул ҡайһы саҡта эшенән һорауһыҙ аҙыҡ алып ҡайта. Беҙгә ул аҙыҡты ашамаҫҡамы?

Ирегеҙҙең ҡустыһы алып ҡайтҡанды һеҙгә ашарға ярамай. Ул харам булып һанала. Шуға күрә был хәлде уға аңлатырға кәрәк. Уның был ғәмәле гонаһ булып иҫәпләнә һәм уға был донъяла ла файҙа килтермәйәсәк. Әгәр ул был эше өсөн тәүбә ҡылмаһа, Аллаһу Тәғәләнән ярлыҡау һорамаһа, теге донъяла ул ҡаты язаға дусар буласаҡ.

Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрергә буламы? Уны күрер өсөн берәй төрлө ысул бармы?

Берәй нәмәне йәки кешене төштә күрер өсөн уны ныҡ яратырға кәрәк. Беҙҙең һөйөклө рәсүлебеҙгә ҡарата һөйөүҙе арттырыр өсөн уның тормошон өйрәнергә, уға күпләп салауаттар бағышларға тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ динебеҙ буйынса фарыз ғәмәлдәр менән бергә пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәттәрен еренә еткереп үтәүҙе лә оноторға ярамай.

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса суртанды ашарға яраймы?

Эйе, суртанды ашарға мөмкин. («Дурар әлМөхтәр»)

Алтындан һәм көмөштән яһалған әйберҙәрҙе һатҡанда, һатып алыусы шунда уҡ аҡсаһын түләргә тейеш. Кисектереп торорға ярамай тиҙәр. Шул дөрөҫме?

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, әгәр ҙә һатып алыусы алтындан һәм көмөштән яһалған әйберҙәр өсөн аҡса менән түләй икән, һатыусы уға кисектереп һата ала. Әгәр алтынды көмөшкә йәки көмөштө алтынға алыштыралар икән, был ваҡытта кисектереү ярамай, йәғни ниндәйҙер ваҡытҡа тиклем берәү икенсеһенә бурыслы булып ҡалырға тейеш түгел. (Ибн Ғәбидин «ӘлМәүсуат әл-Фикхиәт»).

Өс ай элек икенсегә кәләш алдым. Быға тиклем, беренсе ҡатыным менән айырылышҡас, ете йыл бер үҙем йәшәнем. Хәҙер мин ҡатынымды енси яҡтан ҡәнәғәтләндерә алмайым. Шул арҡала беҙҙең арала аңлашылмаусанлыҡ, көсөргәнешлек барлыҡҡа килде. Миңә нимә эшләргә?

Ысынлап та, был мәсьәлә йыш ҡына ир менән ҡатындың айырылышыуына сәбәп булып тора. Әммә күңелде төшөрөргә ярамай, был осраҡта һеҙгә дауаланыу ысулдарын эҙләргә кәрәк. Шуға күрә, оҙаҡҡа һуҙмай, шул өлкәләге табиптарға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ. Шулай уҡ шифалы үләндәрҙән эшләнгән дарыуҙарға өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итәбеҙ. Сөнки уларҙан кеше организмына зарар булмай.

Мин бер ҡатын менән никахһыҙ йәшәйем. Беҙҙең балабыҙ бар. Икенсегә бәпәй көтәбеҙ. Мин намаҙға баҫырға йыйынам, изге эштәр ҡылырға тип ниәтләйем. Әммә һуңғы арала ҡатыным менән йыш һүҙгә килешәбеҙ. Шуға күрә мин, намаҙға баҫһам да, элеккесә ул ҡатын менән никахһыҙ йәшәй аламмы?

Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт хәләл булһын өсөн, иң башта никах үткәрелергә тейеш. Никахһыҙ аралашыу иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып һанала, йәғни, зина тип атала. Шуға күрә һеҙгә мотлаҡ тиҙ арала ҡатынығыҙ менән тәүбәгә килеп, никахлашырға кәрәк һәм бергәләп намаҙ үтәй башларға кәрәк.

Ғөсөлөм боҙолдо. Мин онотолоп, намаҙ үтәй башланым. Ул намаҙ булып һаналамы?

Юҡ, сөнки ғөсөллө булыу – намаҙ дөрөҫлөгөнөң төп шарты. Яңынан ғөсөлләнеп, намаҙҙы ҡайтанан ҡылырға кәрәк.

Һаумыһығыҙ. Ике йыл элек мин кәләш алдым. Башта үҙ-ара мөнәсәбәтебеҙ яҡшы ине. Аҙаҡ проблемалар китте: коронавирус башланыу сәбәпле, мин эшемде юғалттым. Икенсе эш табыуы еңел булманы. Шул арҡала ҡатыным менән ыҙғыша башланыҡ. Һөҙөмтәлә, ул, һин беҙҙең ғаиләбеҙҙе аҫрай алмайһың, тип өйҙән сығып китте. Был осраҡта дин буйынса ҡайһыбыҙ хаҡ?

Һаумыһығыҙ. Әгәр һеҙ мосолман икәнһегеҙ, һәм никахығыҙ дин шарттары буйынса үткәрелгән икән, ул сағында ҡатынығыҙ һеҙҙең ризалыҡтан тыш өйҙән сығып китә алмай. Талаҡты тик ир кеше генә бирә. Ҡыйынлыҡтар һәр ғаиләлә була. Шуға күрә был осраҡта һығымталар яһарға ашыҡмағыҙ. Башта ҡатынығыҙҙы тынысландырырға тырышығыҙ, уның менән тыныс итеп һөйләшегеҙ. Әгәр кәрәк икән, ваҡытлыса таныштарығыҙҙан бурысҡа аҡса алып тороғоҙ.

Миңә бер туған апайымдың ҡыҙы оҡшай. Миңә нимә эшләргә?

Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьәндә әйтә: «Һеҙгә әсәләрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апайһеңлеләрегеҙгә, атай-әсәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир туғандарығыҙҙың һәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың ҡыҙҙарына өйләнеү тыйыла...» (Ән-Нисә сүрәһе, 23-сө аят) Шуға күрә һеҙгә был аятты гелән иҫегеҙҙә тоторға кәрәк. Аллаһ Тәғәләнән ошо гонаһтан һаҡланырға һәм уның туралағы уйҙарҙан арынырға ярҙам һорағыҙ. Артабан сабыр булырға, шайтандың вәсүәсләренә бирешмәҫ өсөн, ғөмүмән, бер аҙ ваҡыт ул ҡыҙға ҡарамаҫҡа һәм аралашмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ.

Ислам динен нисек ҡабул итергә?

Динде ҡабул итер өсөн, күңел менән инанып, ошо һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк: «Мин таныҡлыҡ ҡылам: бер Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырлыҡ илаһ юҡ, һәм Мөхәммәд ﷺ – Уның ҡоло һәм рәсүле».

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...