ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Дин буйынса, васыят яҙыу нимәнән башланырға тейеш?

Васыят яҙыу сөннәт ғәмәл булып һанала. Васыят – ул мәрхүм кешенең тереләргә уның ҡалған мөлкәтен артабан нисек ҡулланыу буйынса әмере һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу буйынса аманаты. Шулай уҡ васыятта мәрхүмдең яҡындарына артыҡ иламаҫҡа, дин ҡанундарынан тайпылмаҫҡа, Аллаһ юлында булырға, иманды һаҡларға, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булырға, бер-береһенә ярҙам итергә һәм әҙәпле булырға, тип билдәләп үтеү сөннәт булып һанала. («Бүғәт үл-Мустәршидин», «Ихтыяр ли Талили Мөхтәр»).

Бала кешегә тәһәрәтһеҙ Ҡөрьән уҡырға яраймы?

Балаға Ҡөрьәнде тәһәрәтһеҙ ҙә тоторға, уҡырға мөмкин.

Өй ҡыйығынан аҡҡан һыу нәжес булып иҫәпләнәме? Кейемгә тейһә, нимә эшләргә?

Ялғаштан аҡҡан һыуҙың таҙалығында шик булһа ла, ул һыу кейемде нәжесләмәй. Сөнки ҡыйыҡ менән ямғыр һыуы таҙа булып һанала. Шуның өсөн, ҡыйыҡ башына менеп, һыуҙың сифатын тикшеререү кәрәкмәй.

Мәсеткә ингәндә мәсетте сәләмләү (тәхийәт) намаҙын үтәргә кәрәк икәнен ишеткәнем бар. Әгәр ҙә мәсеткә ингән саҡта, унда фарыз намаҙын үтәй башлаһалар, нимә эшләргә?

«Нур үл-Иҙах» китабында, мәсеткә ингәс тә, ултырыр алдынан ике рәкәғәт тәхийәт намаҙын үтәү сөннәт булып һанала, тип яҙылған. Әгәр ҙә мәсеткә ингәндән һуң, фарыз намаҙын йәки башҡа төрлө намаҙҙы үтәй башлаһағыҙ, ул тәхийәт намаҙы урынына ла булыр. Уның өсөн айырым ниәт эшләү кәрәкмәй.

Баҙарҙа һатҡан саҡта, мин артыҡ үлсәп кешеләрҙе алданым. Миңә нисек итеп был гонаһтан ҡотолорға?

Был һорауға яуап бирер алдынан пәйғәмбәрҙәр тарихынан Шөғәйеп пәйғәмбәр ваҡытын иҫкә төшөрәйек. Шул заманда Аллаһу Тәғәлә тотош бер халыҡты юҡ иткән. Сөнки улар араһында үлсәп һатҡан саҡта кешеләрҙе алдау сиктән тыш күбәйгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә был күренеш беҙҙең йәмғиәттә ныҡ таралды. Шуға күрә бар һатыусыларға мөрәжәғәт: кем дә кем һатҡан саҡта кешене алдай, ул Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ алдында ҡаты яуап тотасаҡ. Башта кешене алдаған өсөн тәүбә ҡылырға кәрәк. Тәүбә ҡылыу − ул иң элек, кешене күпмегә алдағанһың, шуны кире ҡайтарыу һәм Аллаһтан ысын күңелдән ғәфү үтенеү. Әгәр ҙә ул кешене таба алмаһағыҙ, алдап алынған шул сумманы саҙаҡа итеп бирергә кәрәк.

Олатайымдың ҡәбере алдында ҙур ағас үҫеп сыҡҡан. Уны ҡырҡырға яраймы?

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәте буйынса ҡәбер эргәһендә үҫеп сыҡҡан ағасты ҡырҡмау дөрөҫ буласаҡ. Әгәр ағас ҡәбергә килгән кешеләргә ҡамасаулаһа, ул саҡта ағасты ҡырҡырға була.

Илау гонаһмы?

Юҡ, гонаһ түгел. Сөнки Аллаһ Рәсүле e, уның сәхәбәләре һәм башҡа әүлиәләр ҙә, Аллаһтан ҡурҡып, йәки яҡын кешеләрен юғалтҡанда, улар менән хушлашҡанда илағандар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әсәһенең ҡәберенә барғанда илап ебәрә, уға ҡарап уның эргәһендә булғандар ҙа илай башлай. Тик саманан тыш илау, ҡысҡырыу, сеңләү хәрәм була.

Әгәр ир менән ҡатын айырылышһа, уларҙың мөлкәте нисек бүленергә тейеш? Иренең мөлкәтенә ҡарата ҡатындың ниндәй хаҡы бар?

Ир менән ҡатын айырылышҡас, бергә йыйылған мөлкәт һәр береһенең алған эш хаҡы кимәленә ҡарап бүленә. Йәғни, һәр береһе, ошо никах ваҡытында үҙенең эш хаҡына күпме мөлкәт һатып алған, шуны үҙенә ала. Мәҫәлән, ғаиләлә тик ир генә эшләһә, ҡатын айырылғандан һуң үҙе менән никахҡа тиклем булған әйберен һәм ире уға нимә бүләк иткәнде генә алырға хоҡуғы бар. Һәм ир кешегә лә ошо ҡағиҙә ҡағыла. Әгәр ҙә икеһе лә эшләһәләр, һәр береһенең эш килеменән һәм шәхсән сығымдарынан билдәләргә кәрәк. («Ихтыяр ли тәьлил әлМөхтәр»)

Намаҙ ваҡытында ҡатынҡыҙҙар нисек ултырырға тейеш?

Ике сәждә араһында, «Әттәхийәт»те уҡыған саҡта ла ҡатын-ҡыҙҙар тәүәррүк торошонда ултырырға тейеш. Йәғни, һул янбашҡа ултырып, уң аяҡты һул аяҡтың өҫтөнә һалып, ике табанды аҙ ғына уң яҡҡа ҡуйырға кәрәк.

Ир кешегә сал сәстәрен йолҡорға яраймы?

Әгәр ҙә йәш күренеү ниәте менән сал сәстәр йолҡонһа, ярамай. Ҡалған осраҡта ла сәс йолҡоу мәкрүһ булып һанала. («Радд әл-Мөхтәр», «Фәтәүә Һиндиә»)

Мисүәк таяғын (арак ағасынан эшләнгән, тештәрҙе таҙарта торған махсус таяҡса) ҡатынҡыҙҙар нисек ҡулланырға тейеш?

Ҡатындарҙың теш ҡаҙналары ҡуҙғыусан, шуға күрә мисүәк таяғын һаҡ ҡулланырға кәрәк. Мисүәктән эшләнгән һағыҙҙы ла файҙаланырға мөмкин. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)

Намаҙ үтәп торған саҡта ҡайҙа ҡарарға кәрәк?

Намаҙ үтәгән саҡта күҙ ҡарашын билдәле урынға йүнәлтеү намаҙҙың әҙәбенә инә. Башта, ҡыямда торғанда, күҙ ҡарашын сәждә ҡылына торған ергә йүнәлтергә, рөкүғтә − аяҡ бармаҡтарының (баш бармаҡтарҙың) осона, сәждә ваҡытында − танау осона, «Әттәхийәт» уҡығанда кейемдең итәгенә ҡарау мөһим. Сәләм биргәндә уң һәм һул яурынға ҡарарға кәрәк. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)

Күрем ғәҙәттәге көндәрҙән артыҡ дауам итһә, нимә эшләргә?

Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың күреме ете көн дауамында бөтһә, ул ғөсөл алып таҙарынырға тейеш. Күрем ете көндән артып, ун көнгә тиклем дауам итһә, был ғәҙәти күрем көндәренең үҙгәреүен аңлата. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ, күреме бөткәс тә, ғөсөл ҡойона. Әгәр ҡан килеү ун көндән артыҡ дауам итһә, был күрем булып һаналмай, истихаза тип аталасаҡ. Был осраҡта ун көн үтеү менән, ҡан эҙҙәре булһа ла, ғөсөл ҡойоноп, намаҙ үтәй башларға кәрәк. Шулай уҡ уға ете көндән ашҡан көндәрҙең намаҙҙарын да ҡаза итеп үтәргә кәрәк. («Әл-Лүбәб фи шәрх әл-Китаб»)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....