ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Иремдең вафатына икенсе ай инде, ә беҙ һаман да был турала уның әсәһенә хәбәр итмәгәнбеҙ. Бикәсем тыя – түшәктә ятҡан ауырыу әсәһе өсөн борсола. Ҡәйнәм инде, улы өсөн ныҡ борсолоп, бер туҡтауһыҙ беҙҙән уның хәлен һораша. Беҙгә ни эшләргә, зинһар, кәңәш бирегеҙ.

Ирегеҙҙең нисек вафат булыуына ҡарап хәл итегеҙ. Ҡапылмы, әллә оҙаҡ ауырығандан һуң киттеме? Ауыр сире тураһында әсәһе хәбәрҙар булһа, уның үлеме тураһында хәбәрҙе һуҙырға кәрәкмәй.

Ҡәйнәгеҙҙең иман ныҡлығына, нервы системаһына ҡарағыҙ. Унан улының үлемен йәшереүҙең мәғәнәһен күрмәйем.

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ата-әсәнең, айырыуса оло йәштәге кешенең, сирленең доғаһын ҡабул итә. Һәм был инәйҙең улына ҡыласаҡ доғаһы бик урынлы булыр ине. Ул бит әле ныҡ борсола, һәм ошо хәбәрҙе һуҙып килеү уға ныҡ насар тәьҫир итәсәк. Һеҙгә ныҡ асыуланыуы мөмкин, сөнки ошо ваҡыт эсендә ул яҡын кешеһе өсөн күпме доға ҡылып өлгөрөр ине!

 

 

 

Ҡәйнәмдең (ҡатынымдың әсәһе) ҡатыныма бүләк иткән өйөнә миңә лә күсенеп сығырға яраймы?

Ярай. Ғаиләгеҙгә бүләк ителгәс, ул һеҙҙең дә йортоғоҙ.

 

 

 

Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең Һауанан башҡа ҡатыны булғанмы?

Юҡ, булмаған. («Жәләләйн тәфсиренән)

 

 

 

Ҡасан һәм ни өсөн ата-әсәнән рөхсәт һорарға кәрәк?

Ата-әсәне яңғыҙ ҡалдырып, хажға йәки белем алыу ниәте менән оло сәфәргә сығырға ярамай.

«Хәзән» китабында былай тиелә: «Уҡырға барырға теләгән кеше ата-әсәһенән рөхсәт һорарға тейеш. Аҡса эшләйем, тип юлға сығырға йыйынған кешегә лә рөхсәт алыу мотлаҡ. Сөнки атай-әсәй хаҡында хәстәрлек күреү беҙ һанап үткәндән дә лайыҡлыраҡ шөғөл».

Әбү Һурайра әсәһе иҫән саҡта хажға бармаған. Һәр иртәлә ул, әсәһе йәшәгән бүлмәнең ишегенә яҡын килеп, доға ҡылған: «Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, әсәйем! Мине матур итеп тәрбиәләп үҫтергәнең өсөн Аллаһу Тәғәлә һиңә әжерен мул итеп бирһен!» Әсәһе лә ихлас доға ҡылған: «Һин дә ҡартайған көнөмдә миңә игелек күрһәтәһең. Бының өсөн Аллаһтың Сикһеҙ Рәхмәте яуһын үҙеңә». Шул һүҙҙәрҙе Әбү Һурайра шул бүлмәгә яҡынлаған һайын ҡабатлар булған. (әл-Бохари)

Фарыз ғәйн – һәр мөьмин бәндә үтәргә тейеш ғәмәлдәрҙе белеү. Мәҫәлән, ғаҡыда һорауҙарын, Аллаһ сифаттарын, Уның ҡушҡандарын һәм тыйғандарын, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ тормошон белеү. Шулай уҡ тәһәрәт алыу, намаҙ уҡыу, хаж ҡылыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү һәм башҡа һорауҙарҙы өйрәнеү мотлаҡ. Ниәттең, ғибәҙәттәге ихласлыҡтың, Аллаһҡа рәхмәтле булыуҙың, тәүәккәл ҡылыуҙың һәм сабыр итеүҙең нимә икәнен аңларға кәрәк.

Шулай уҡ динебеҙҙә нимә тыйылған (хәрәм) икәнлеген белеү мотлаҡ. Мәҫәлән, кеше ғүмерен ҡыйыу, зыян килтереү, зина ҡылыу, сит ҡатын-ҡыҙҙарға ымһынып ҡарау, яла яғыу, һүгенеү, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, ҡомһоҙлоҡ, ришүәтселек һәм башҡалар, шулай уҡ көнсөллөк, тәкәбберлек, үҙең менән ҡәнәғәтлек, рыя менән эш итеү, алдашыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген өйрәнергә кәрәк.

Ата-әсәләрҙең ризалығы булмаһа ла, үрҙә һанап үтелгәндәрҙең барыһын да өйрәнергә кәрәк. Башҡаса әйткәндә, был мәсьәләләрҙе өйрәнер өсөн уларҙан рөхсәт алыу кәрәкмәй. Ошоларҙан башҡа бүтән ғәмәлдәргә ризалыҡтары кәрәк. («Әҙәбүл-Мүфрад»)

 

 

 

Атайым тәмәкеһен ташлаһын өсөн, миңә ни эшләргә? Бының өсөн ниндәй доға уҡырға кәрәк?

Иң тәүҙә атайығыҙға аралашыу мөхитен алыштырырға кәрәк. Кеше тәмәке тартыуын ташлаһын өсөн айырым ғына доға юҡ. Үҙ һүҙегеҙ менән ихлас итеп доғаның ҡабул ителә торған ваҡыттарында – мәҫәлән, тәһәжжүд (төн уртаһындағы) намаҙҙан һуң, аҙан менән ҡамәт араһында, иртәнге намаҙға тиклем, йома көнөндә һорағыҙ. Шулай уҡ атайығыҙға үҙегеҙ йәки абруйлы кеше ярҙамы менән был ғәҙәттең гонаһлы икәнен аңлатығыҙ. Һәм, ин шәә Аллаһу Рахман, ул был насар ғәҙәтен ташлар. Аллаһу Тәғәлә ярҙам итһен!

 

 

 

Ҡатын-ҡыҙ менән ҡул бирешеп күрешеү ғәҙәте булған ерҙә гүзәл затты шул ғәҙәт буйынса сәләмләргә яраймы? Күрешергә ҡулын һуҙған ҡатын кешегә ҡул бирмәһәк, кешенең Ислам дине тураһында насар фекер тыуыуы ихтимал бит.

Ғәйшәнән килтерелгән хәҙистә шулай тиелә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ҡасан да сит ҡатын-ҡыҙға ҡағылмаған». Бөтә ғалимдар ҙа бер тауыштан бындай ҡылыҡты хәрәм ти.

Бындай ғәҙәт дин ҡанундарына ҡаршы килә һәм гонаһ һанала. Нәфис зат менән ҡул бирешеп сәләмләшеү ғәҙәтен ташларға кәрәк. Сит ҡатындың ҡулын ҡыҫыу йә ҡыҫмауға ҡарап, дингә баһа биреү − ул дин нормаларына тап килмәгән төрлө ғөрөф-ғәҙәткә һуҡыр рәүештә эйәреү һәм наҙанлыҡ. («Фикһүл Ислам»)

 

 

 

Ни өсөн күрәҙәселәргә барырға һәм уларға ышанырға ярамай?

Күрәҙәсегә барыу тыйылған. «Кем күрәҙәсегә килә һәм уға ышана, ул

Мөхәммәдкә ﷺ тапшырылғандан ваз кискән», – тигән хәҙисте иҫкә алыу етә. (Әхмәт)

Һорауҙың икенсе яртыһына килгәндә, имам әл-Бохари килтергән хәҙистә шулай тиелә: «Кешеләр Аллаһ Илсеһенән ﷺ күрәҙәлек тураһында һораны, һәм ул: «Уларҙың һүҙенә ышанырға ярамай», – тип яуап бирә. Шунан улар: «Беҙҙең менән булған хәлдәрҙе һөйләйҙәр бит», – тигәненә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Эйе, әйткәндәренең – уларҙың ҡолағына ендәр шыбырлап еткергән мәғлүмәттең − ҡайһы саҡта дөрөҫ булыуы ихтимал, әммә ошо кескәй генә мәғлүмәткә улар күп итеп ялған өйә», – тип яуаплай».

Иманлы кешегә тәҡдирен һорашырға, белешергә ярамай. Булғанына ҡәнәғәт булып, яҙғанына шөкөр итеп, бындай сетерекле темаға тәрән төшөнмәй, Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә тырышырға тейеш.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тынғыһыҙ тормошобоҙҙа ҡайһы берәүҙәр, Аллаһтан башҡа көс һәм ҡеүәт юҡлығын онотоп, шундуҡ күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итә, төрлө мутлашыусыларға ышана. Бының менән бик күп «бағымсылар», «күрәҙәселәр» файҙалана, бихисап алдашыу ысулын таба: хиромантия, ҡәһүә ҡуйыһына, йондоҙҙарға ҡарап, күрәҙәлек ҡылып, үҙенән тағы нимәлер өҫтәп, кешене төрлө бәлә-ҡазанан, хәүеф-хәтәрҙән ҡотҡарырға вәғәҙә итә. Ни ғәжәп: кеше уларға ышана.

Ни өсөн кеше күрәҙәсегә йөрөй? Динебеҙ өйрәткәненән баш тартып, күрәҙәселәрҙең «ярҙамына» мөрәжәғәт итергә нимә этәрә уны? Наҙанлыҡ! Тап шул арҡала күрәҙәсегә юлын һыуытмай ул! Ауырлыҡта ла, шатлыҡта ла беҙ тик Аллаһҡа таянып, тәүәккәл итеп, Унан еңеллек, именлек һорарға тейешбеҙ.

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Фәруҡ Ғәзимов әҙерләне

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...