ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Нимә ул кәффәрәт, шуны аңлатып китһәгеҙ ине.

«Кәффәрәт» тигән һүҙҙең лексик мәғәнәһе «йәшереү, һөртөп бөтөрөү» тигәнде аңлата. Шәриғәттә ул − ҡайһы бер ҡылған хаталар һәм гонаһтар өсөн Аллаһтың ярлыҡауына ирешеү ниәте менән, билгеле бер эштәрҙе эшләү. Кеше бер сәбәпһеҙ, айыҡ аҡылда булып, үҙ ихтыяры менән Рамаҙан айының ураҙаһын боҙоп ҡуйһа, кәффәрәт тейеш була. Рамаҙандан тыш башҡа төрлө ураҙаларҙы боҙғаны өсөн кәффәрәт талап ителмәй. («Лүбәб»)

 

 

Әгәр Рамаҙан айында ураҙа тотҡан кеше зина ҡылһа, уға нимә эшләргә?

Әгәр ураҙағыҙ зина ҡылыу арҡаһында боҙолһа, һеҙгә туҡтауһыҙ 60 көн дауамында ураҙа тотоп − кәффәрәт, һуңынан боҙолған ураҙа көнөнә ҡаза ҡылып ҡуйырға кәрәк. Аллаһу Тәғәләнән гонаһығыҙ өсөн ғәфү үтенеп доға ҡылығыҙ. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Белә тороп, ураҙамды ике тапҡыр боҙҙом. Был икеләтә кәффәрәт, йәғни 60 көн түгел, ә 120 көн тигәнде аңлатамы?

Әгәр кеше Рамаҙан айы дауамында ураҙаһын аңлы рәүештә бер нисә тапҡыр боҙһа, был осраҡта бер генә кәффәрәт ҡылына. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Ураҙа ваҡытында тамаҡ сайҡарға яраймы?

Ураҙа ваҡытында танауҙы ла, ауыҙҙы ла сайырға ярай. Әммә яңылыштан тамаҡҡа һыу эләгеп, уны йотоп, ураҙа боҙолмаһын өсөн, көндөҙ тамаҡ сайыуҙан тыйылып тороу хәйерле. («Фикһүл Ислам»)

 

 

Ниндәй ғәмәлдәр өсөн кәффәрәт һалына? Нимәнән ғибәрәт ул?

Кәффәрәт дүрт осраҡта һалына:

  1. Белә тороп ашап-эскәндә.
  2. Белә тороп, тәмәке тартыу, нәсвәй ҡулланыу, дарыуҙар эсеү, укол ҡаҙау.
  3. Белә тороп, ямғыр тамсыларын йотоп, ураҙаны боҙоу.
  4. Белә тороп, енси мөнәсәбәткә инеү.

Ураҙаны үҙ ихтыяры менән үрҙәге сәбәптәр аша боҙған кешегә кәффәрәт ҡылыу тейешле.

Шуға иғтибар итәйек: мәҫәлән, әфлисун телемен ашаһаҡ – кәффәрәт ҡылыу талап ителә. Ә инде, мәҫәлән, пластик шарик йотһаҡ – киреһенсә, талап ителмәй (сөнки уның менән туйып булмай, көс-ҡеүәт бирмәй).

Рамаҙан айында, нәфсеһен тыя алмайынса, белә тороп ашап-эскән, енси яҡынлыҡ ҡылған кеше 60 көн дауамында туҡтамаҫтан ураҙа тоторға тейеш. Был кәффәрәт ҡылыу була.

Кәффәрәт ҡылғанда, бер генә көнгә булһа ла, ял итеп алырға ярамай. Бер көн тотмайһың икән, тимәк, яңынан башлайһың. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем һәм нифас (бала тапҡандан һуңғы ҡан килеү) осоронда, ауырыу, сәфәргә сығыу кеүек етди сәбәптәр арҡаһында ғына кәффәрәтте туҡтатып торорға мөмкин.

Әгәр ҙә кәффәрәт ҡылырға тейеш мосолман ныҡ өлкән, сирле булһа, һәм шул арҡала алт-мыш көн буйына өҙмәйенсә ураҙа тота алмаһа, уға түбәндәге ғәмәлдәрҙе үтәргә мөмкин:

– 60 фәҡирҙе ике тапҡыр туйғансы ашатырға тейеш.

– Йәки бер фәҡирҙе ике ай дауамында ашатыу.

– 60 ярлыға 1,6 кг бойҙай йәки бойҙай оно (йә шуның хаҡын) өләшеү.

– Ярҙамға мохтаж 60 кешенең һәр береһенә 3,5 кг финик йә арпа (йә шуларҙың хаҡын) биреү.

Ризыҡтың мохтаж бәндәләрҙе туйғансы ашатырлыҡ күләмдә булыуы хәйерле. Аҙыҡ-түлектең яҡшы сифатлы булыуы мөһим, ҡиммәт булыуы мотлаҡ түгел. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Ауырға ҡалыуыма бишенсе ай китте. Минең кеүек йөклө ҡатындарға ураҙа тоторға яраймы?

Йөклө һәм бала имеҙгән ҡатын үҙенең һәм сабыйының һаулығына зарар килеүҙән ҡурҡһа, ураҙа тотмаһа ла ярай. Ураҙаһын ул аҙағыраҡ, бала тапҡас һәм уны имеҙеүҙән туҡтағас, тотоп ҡуя ала. («Бәдәи Санәи»)

 

 

Мисүәк менән теш таҙартҡанда, теш ҡаҙнаһы ҡанап китте. Был ураҙамды боҙамы?

Теш ҡаҙнаһынан, танауҙан йә берәй ерҙән ҡан аҡһа, ураҙа боҙолмай, бары тәһәрәт кенә боҙола. Ауыҙында ҡан тәме булып, ураҙа тотоусы уны төкөрөгө менән йотһа, ураҙаһы боҙола. Тәмен тоймаһа – ураҙаһына хилафлыҡ булмай. («Хуләсатүл-Мәсәил»)

 

 

Күп йылдар буйына ураҙа тотмаған, дини ҡағиҙәләрҙе әле генә үтәй башлаған кешегә ни эшләргә? Нисек уларҙы ҡаза итеп тотоп ҡуйырға?

Әгәр мосолман Рамаҙан айында ураҙа тотоу көндәрен ҡалдырһа, уларҙы кәффәрәтһеҙ, бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаза ҡылырға кәрәк. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар тота алмаған ураҙа көндәрен иҫәпләп сығарып, уларҙы уңайлы ваҡытта ҡаза ҡылыу хәйерле. Ҡазаға ҡалған ураҙаны өҙлөкһөҙ тотоп ҡуйыу мотлаҡ түгел.

Ураҙаны үҙ ихтыяры менән (ашап-эсеп йә ҡатыны менән енси мөнәсәбәткә инеп) боҙған кешегә бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаҙа ҡылыу һәм бер тапҡыр кәффәрәт (60 көнлөк ураҙа) ҡылыу тейеш. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Ураҙа мәлендә (ауыҙ асҡанға тиклем) яҡынлыҡ ҡылған ир менән ҡатындың кемеһенә кәффәрәт һалына? Мәҫәлән, енси яҡынлыҡҡа ир кеше беренсе булып теләк белдергән булһа, ҡатынына кәффәрәт һалынамы?

Ураҙа ваҡытында енси яҡынлыҡ ҡылған ике яҡҡа ла кәффәрәт һалына һәм ошо көнгә ҡаза ҡылыу талап ителә. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Рамаҙан айында ураҙа тотҡанда, хушбуй һөртөргә, сәскәләр еҫкәргә яраймы?

Ураҙа тотҡан кешегә хушбуй, хуш еҫле майҙар менән һөртөнөү, сәскә еҫкәү мәкруһ һанала, әммә хуш еҫтәрҙе һулау кешенең теләгенән тыш – тәмле еҫтәр аңҡып торған берәй бинаға, сәскәләр кибетенә ингән арала килеп сыҡһа, быға шелтә юҡ. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Ураҙа тотҡан кешегә теш пастаһы, мисүәк менән теш таҙартырға яраймы?

Теш пастаһы менән теш таҙартыу мәкруһ ғәмәл булып һанала. Мәкруһ – дәлил менән тыйылған эш, хәрәмгә яҡын булып тора. Хәнәфи мәҙһәбендә тәһәрәт алғанда мисүәк ҡулланыу − сөннәт. Йәғни, ауыҙҙы сайҡаған ваҡытта мисүәк ҡулланыу − сөннәт, ләкин уның һутын һәм мисүәктән сыҡҡан кескенә ағас валсыҡтарын йоторға ярамай, йәғни, ауыҙҙы һыу менән яҡшы итеп сайып, уны төкөрөргә кәрәк. («Лүбәб»)

 

 

Кәффәрәтте кемгә түләйҙәр?

Иң яҡшыһы – мохтаждар файҙаһына тотоноу. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...