Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Иптәшем ваҡытын һәм иғтибарын миңә ҡарағанда күберәк телефонына бүлә. Шуға үпкәләп, уның менән һөйләшмәй йөрөргә мөмкинме?

Ир менән ҡатын бер-береһенә ихтирам менән ҡарарға, түҙемле булырға тейеш. Аллаһ бының өсөн сауабын арттырып бирә. Шуға күрә иптәшегеҙ менән ипле һөйләшеп, уның иғтибарына мохтаж булыуығыҙҙы белдерегеҙ. Шул уҡ ваҡытта шундай иғтибарһыҙлыҡҡа килтереүсе сәбәптәрҙе булдырмаҫ өсөн тырышлыҡ күрһәтеүегеҙ кәрәк. Аллаһ Рәсүле Мөхәммәдтең ﷺ сәхәбәләре лә бөтә ир менән ҡатындарға бер-береһе өсөн матур итеп кейенеп йөрөүҙәрен, төҫ-ҡиәфәтенә иғтибарлы булыуҙарын кәңәш иткән. Дин ҡанундарына ярашлы бөтә нәмәлә лә ҡатын иренә буйһонорға тейеш. Ибне Хиббәни тапшырған хәҙистә былай тиелгән: «Көнөнә биш намаҙ уҡыған, Рамаҙан айында ураҙа тотҡан, сит ир-ат ҡарашынан һаҡланған, иренә буйһоноп йәшәгән ҡатынды Раббыһы Йәннәткә индерер» (Әхмәт). Шулай итеп, ире алдындағы бурысҡа ҡатын ҙур иғтибар бирергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡатын кешенең бының өсөн ҙур сауапҡа ирешеүен күрһәтеп: «Ире ҡәнәғәт булған һәр мәрхүмә ҡатын Йәннәткә эләгәсәк», –тигән (әт-Тирмизи, Ибне Мәджә).

Ҡөрьән Кәримдә лә, Рәсүлебеҙ ﷺ сөннәтендә лә иргә буйһоноу ҡушыла, шул уҡ ваҡытта көслө зат вәкиле иңенә лә бурыс йөкләнгән. Ҡатынына ҡарата изгелекле булыу, уны хәстәрләү һәм күңелен күтәреү, бергәләп ял итеү өсөн ваҡыт бүлеү – быларҙың барыһы ла ғибәҙәт булып һанала. «Өммәтемдә иң хәйерлеһе – ғаиләһенә яҡшы мөнәсәбәттә булыусы», – тигән Аллаһ Рәсүле ﷺ (әт-Тирмизи). Тормош юлдары ҡатмарлы, ир менән ҡатын араһын һалҡынайтыусы сәбәптәр ҙә етерлек. Ғаиләгә нәсихәт бирер алдынан ике яҡты ла тыңларға кәрәк. («Тәнбиһүл-Ғәфилин»)

 

 

Иремдең бер туған апаһы мәрхүм булды, уның ике улы етем ҡалды. Аталары уларҙан баш тартты, ҡатыны менән күптән айырылышҡан булған икән ул. Был балаларҙы хәҙер мин тәрбиәләргә мәжбүрмен. Уларҙың пенсияһын нисек дөрөҫ итеп тотонорға икән, үҙемдең ашарыма тотонорға яраймы?

Опекун булараҡ, мохтажлыҡ булғанда, һеҙ был аҡсаны тотона алаһығыҙ. Һеҙгә ай һайын эш хаҡы бүленгән осраҡта, пенсияларын балалар өсөн генә тотонорға мөмкин. Пенсияның бер өлөшөн йыйып барырға тырышығыҙ, бәлиғ булғас, уны файҙаланырҙар. («Ихтыяр»)

 

 

Минең аҡсам баланың ашарына һәм аҙыҡ-түлек алыуға ғына етә. Иптәшемдең эш хаҡын йыйып барам тиһәң, ул уны йә машинаһына йә үҙ мәнфәғәтенә тотона. Үҙебеҙгә йорт һалырға кәрәк. Нисек кенә тырышһам да, аҡса туплай алмай ҡаңғырам. Нисек аҡсаны тәләфләмәй тотонорға өйрәнергә һәм йыя башларға? Кәңәш бирегеҙ. Тәғәйен күләмгә еткәнсе, аҡса йыйғанымды иптәшемә белгертмәй торайыммы әллә?

Ғаиләне аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, кейем, торлаҡ алыу – ир кешенең бурысы. Үҙ аҡсағыҙҙы нисек теләйһегеҙ, шунда тотона алаһығыҙ. Шуға күрә төҙөлөшкә һәм унан башҡаға йыйып барған аҡсағыҙ хаҡында иптәшегеҙгә белгертеү мотлаҡ түгел. Бының өсөн ғаиләлә конфликт йәки низағ ҡупһа, был осраҡта иһә башҡаса хәл итергә кәрәк.

Аҡсаны һаҡ тотонорға була, ныҡ кәрәкле әйберҙәр алыу менән сикләнергә өйрәнегеҙ, быға хәләл ефетегеҙҙе, балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләренән һабаҡ алығыҙ, тәҡүәле мосолмандарҙың байлыҡҡа, малға ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарын өйрәнегеҙ, китаптар уҡығыҙ. Шулай уҡ ризыҡты киңәйтеүгә булышлыҡ иткән доғалар уҡығыҙ, күберәк ғибәҙәт ҡылығыҙ. Саҙаҡа хаҡында онотмағыҙ. Аллаһу Тәғәләнән гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорағыҙ. Һәм Ул ризығыбыҙҙы ишәйтер. («Лүбәб»)

 

 

Элегерәк миңә, иптәшең менән алты ай дауамында яҡынлығың булмаһа, автоматик рәүештә никахығыҙ тарҡала, тинеләр. Тәүге иремдән киткәс, тағы кейәүгә сыҡтым, бала табып өлгөрҙөм, һәм күптән түгел, беренсе иптәшем талаҡ бирмәйенсә, яңынан тормошҡа сығырға ярамағанын, шуның арҡала әлеге никахымдың никах булып һаналмағанын белеп ҡалдым. Был, ысынлап та, шулаймы?

Айырылышыу мәсьәләһен телефон, СМС аша ғына хәл итеп булмай. Был мәсьәләне һеҙгә мөмкин тиклем тиҙерәк мәсет имамына йәки ошо өлкәлә тәжрибәле ғалимға мөрәжәғәт итеп хәл итергә кәрәк. Бында асыҡлайһы нескәлектәр бар, һәм шунан һуң ғына аныҡ яуап алырға мөмкин. Дөйөм әйткәндә, ир менән ҡатындың оҙайлы ваҡыт дауамында үҙ вазифаларын үтәмәүе никахты боҙмай. Шулай булғас, тәүге ирегеҙ менән никахығыҙ һаҡлана, һәм икенсе кеше менән никахығыҙ һаналмай, тигәнде аңлата. («Лүбәб»)

 

 

Аҡшам намаҙының фарызын уҡығанда, өс рәҡәғәт урынына дүртте уҡығанмын. Һәм был күпмелер ваҡыт үткәс кенә иҫемә төштө. Был намаҙ менән ни эшләргә миңә?

Әгәр ҙә Һеҙ өсөнсө рәҡәғәттән һуң әт-тәхийәтте уҡырға мөмкин булған ваҡыт дауамында ултырһағыҙ, намаҙығыҙ дөрөҫ һанала. Өсөнсө рәҡәғәттән һуң шунда уҡ дүртенсе рәҡәғәткә баҫып, намаҙығыҙҙы йомғаҡлаһағыҙ – намаҙ булып һаналмай. Был осраҡта намаҙ ваҡыты сыҡҡансы, уны яңынан уҡырға, төнгө намаҙ ваҡыты кергән булһа – уға ҡаҙа ҡылырға кәрәк буласаҡ. («Мәрәки әл-Фәләх»)

 

 

Атаһының йәне балаһына күсә аламы? Был саҡта нишләргә?

Юҡ, кешенең йәне башҡа бер кемгә лә инә алмай, сөнки үлгәндән һуң «бәрзах» донъяһына күсә. Кеше атаһына йә ҡартатаһына төҫө йә холҡо менән генә оҡшарға мөмкин. («Фикх үл-Әкбәр»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...