Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Аҙан ваҡытында, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ исеме иҫкә алынғанда, күҙҙәрҙе һыйпау тураһында мәғлүмәт Хәнәфи мәҙһәбе буйынса яҙылған китаптарҙа бармы?

«Хәшийәтү ибне Ғәбидин» китабында яҙылған: «Аҙан ваҡытында (беренсе тапҡыр) «Әшһәдү әннә Мөхәммәдә ррасүлүлЛаһ» тигәнде ишеткәс: «Салләллаһу ғәләйкә йә Расүлүллаһ» (мәғәнәһе: «Аллаһтан һиңә фәтихә, йә Аллаһ Рәсүле ﷺ ») тип әйтеү сөннәт булып һанала. Икенсе шәһәҙәт ваҡытында: «Ҡаррат ғайни бикә йә Расүлуллаһ» (мәғәнәһе: «Минең күҙҙәрем һине күреп, шатланһалар ине, йә Аллаһ Рәсүле ﷺ») – тип әйтеү сөннәт. Артабан баш бармаҡтың тырнаҡтарын күҙ ҡабаҡтарына ҡуйып: «Аллаһуммә маттиғни биссамиғи үәл бәсари» (мәғәнәһе: «Йә, Аллаһым, миңә ишетеү һәм күреү һәләттәре менән ләззәтләнергә мөмкинлек бир») – тип әйтергә кәрәк. Ошо ғәмәле арҡаһында ул кеше шундай мөмкинлеккә ирешә ала: уны Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙе Ожмахҡа алып индереүе ихтимал.

Был турала шулай уҡ «Мәрәҡ үл-Фәләх» китабында имам әт-Тәхтәүиҙең комментарийҙарында ла әйтелгән.

Балыҡтан эшләнгән желатин хәләлме?

Балыҡты салып ашарға кәрәкмәй, шуға күрә унан етештерелгән желатин да хәләл булып һанала. Белгестәр баһалауынса, балыҡ желатины − иң ҡиммәтлеләрҙең береһе. Шуға аҙыҡтарҙың упаковкаларында ла, балыҡ желатинынан эшләнгән, тип, юғары сифатлы икәнлеге айырып күрһәтелә. Әгәр ҙә аҙыҡ тышлығында тик «желатин» тип кенә яҙылһа, ул балыҡ желатины икән, тип уйларға ярамай. Шуның өсөн аҙыҡ составын иғтибар менән уҡырға кәрәк. Шулай уҡ бында башҡа хайуандарҙан етештерелгән желатин тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Матдә нәжестән таҙарһын өсөн, бер ҡағиҙә бар: ул үҙенең сифаттарын тулыһынса үҙгәртергә тейеш. Әммә, желатинды эшләгән саҡта, ул матдәләр тулыһынса үҙгәрмәй, шул килеш нәжес булып ҡала. Шуға күрә дин ҡанундары буйынса салынмаған хайуан иттәренән етештерелгән желатинды ҡулланырға ярамай. («Хәшийәтү ибне Ғәбидин», «Бахру Раик»)

Имам Мәһди халыҡ араһында билдәле булғас, ул хәнәфи мәҙһәбенә эйәрәсәк тиҙәр − шул дөрөҫмө?

Ибне Ғәбидин үҙенең «Хәшийәтү ибне Ғәбидин» китабында, имам Мәһди хәнәфи мәҙһәбендә буласаҡ, тигән фекер менән бүлешкән. Әммә бының менән бөтөн ғалимдар ҙа риза түгел. Сөнки имам Мәһди мөжтәһид дәрәжәһендә буласаҡ, йәғни, уның диндең мөһим һорауҙары буйынса туранан-тура Ҡөрьән менән Сөннәттән үҙ аллы ҡарарҙар сығарырға хаҡы буласаҡ. Был фекер менән бөтә дин ғалимдары ла риза.

Балдан зәкәт түләргә кәрәкме?

Эйе, балдан зәкәт түләнергә тейеш. Бөтөн сығарылған бал ун өлөшкә бүленә. Ундан бер өлөшөн мохтаждарға зәкәт итеп түләргә кәрәк. Имам Әбү Хәнифә бының буйынса әйткән: «Күпме генә бал сығарылһа ла, унан зәкәт итеп ундан бер өлөшөн (ғөшөр) бирергә кәрәк, сөнки был осраҡта нисаб (балдың минималь күләме) шарт булып тормай».

Сөләймән бин Мусанан еткерелә, Әбү Сәйәр әл-Мәтәи Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ мөрәжәғәт иткән: «Йә Аллаһ Рәсүле ﷺ! Ысынында, миндә бал ҡорттары бар». Быға Рәсүлебеҙ ﷺ: «Ундан бер өлөшөн бир», − тигән. (Әхмәд). («Ихтияр»)

Мосолман иренә мосолман булмаған кешене ерләшергә барырға яраймы?

Мосолман булмаған кешене күмешергә барырға була. Әммә ерләү ваҡытында ситтәрәк торорға кәрәк. Сиркәү һәм мосолман булмағандарҙың башҡа ғибәҙәт ҡыла торған урындарына инергә ярамай. («Мәрәҡ үл-Фәләх»)

Әгәр ир кеше ҡатыны менән күрем ваҡытында яҡынлыҡ ҡылһа, ул штраф түләргә тейешме?

Күрем ваҡытында һәм бала тыуғандан һуң бүлендектәр (нифас) ваҡытында йәки улар бөткәс, ғөсөл алынмайынса, ир менән ҡатын араһында яҡынлыҡ тыйыла. Ир кеше, быны белгән килеш, яҡынлыҡ ҡылһа, уға ҙур гонаһ була.

Кемдер, күрем һәм нифас башланған саҡта, ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡыла икән, уға бер динар (4 грамм алтынға тиң) йәки бер динарға тиң әйберҙе, мәҫәлән, кейемде, аҡсаны саҙаҡа итеп биреү сөннәт һанала. Был йолом урынына була.

Әгәр ҙә яҡынлыҡ күрем менән нифастың аҙағында, йәки бүлендектәр ҡуйы булмаған осраҡта, йәки ғөсөл ҡойонор алдынан булһа, ир кеше ярты динарҙы йәки шул хаҡҡа торошло әйберҙе саҙаҡа итеп бирергә тейеш. («Хәшийәтү Тәхтәүи»)

Намаҙ ваҡытында ирҙәргә маңлайы ҡапланған көйө сәждә ҡылырға яраймы? Мәҫәлән, төшөп торған сәс, кепка, кәпәс һ.б. аша.

Был осраҡта намаҙ боҙолмай, әммә, маңлайҙы нимә генә ҡаплап торһа ла: сәсме, баш кейеме булһынмы, сәлләме − сәждәне шулай килеш башҡарыу мәкрүһ була. Әгәр маңлай асыҡ булып та, сәждә ваҡытында маңлай менән теймәй, ә маңлай һәм сәс араһындағы сик (сәс үҫә генә башлаған урын) менән генә ергә ҡағылыу сәждәгә иҫәпләнмәй, тимәк, ғәмәлегеҙ намаҙ булып һаналмай. («Мәрәҡ үл-Фәләх»)

Әгәр ҙә өйҙә хәрәм аҙыҡ булһа, нимә эшләргә?

Мөьминдәр тик хәләл ризыҡ менән туҡланырға һәм хәрәмдән һаҡланырға тейеш. Әммә ҡайһы саҡта динле кеше үҙ йортонда хәрәмде табыуы мөмкин. Мәҫәлән, кибеттә иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында хәрәм аҙыҡты һатып алыу сәбәпле йәки хәрәм ингридиент ҡушылған ризыҡ булыуы арҡаһында.

«Әл-Фәтәүә әл-Һиндия» китабында, хәрәм аҙыҡты икенсе кешеләргә һәм хайуандарға бирергә ярамай, тип яҙылған.

Шуға күрә хәрәмде динле кешегә лә, дин тотмағандарға ла, хатта кафырҙарға ла ашатырға ярамай. Шулай уҡ ул аҙыҡты хәрәм ҡулланған һәм ашаған кешеләргә бүләк итергә ярамай. Ундай аҙыҡты ташларға кәрәк. Хәрәм аҙыҡты ташлау исраф булып һаналмай. Сөнки «исраф» термины тик хәләл ризыҡҡа һәм әйбергә ҡарата ғына ҡулланыла.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...