ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер-береңә ҡунаҡҡа саҡырыуһыҙ һәм иҫкәртеүһеҙ барырға яраймы?

Был кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә бәйле. Әгәр ҙә кеше үҙенең янына саҡырыуһыҙ һәм иҫкәртеүһеҙ (ғәҙәттә, яҡын туғаны йәки дуҫы ) килеүҙе ауыр ҡабул итмәһә, был йәһәттән, бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ, шулай ҙа кеше хужаны үҙенең килеүе хаҡында алдан иҫкәртһен – был әҙәптең мөһим өлөшө. Әгәр ҙә был кешеләр араһында ундай яҡын мөнәсәбәт булмаһа һәм, алдан иҫкәртмәйенсә, саҡырылмайынса килеп инеп, хужаға уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа, бындай «ҡунаҡ» гонаһлы була.

Имам әт-Тирмизи килтергән хәҙистә, ысын мосолман башҡаларға уңайһыҙлыҡ килтермәй, тип әйтелә.

 

 

 

Күптән түгел ислам динен ҡабул иттем, һәм мосолман егетенә кейәүгә сыҡҡым килә. Бөтә мәсьәлә шунда: мин ул егеттән ауырлымын инде. Никахыбыҙ дөрөҫ булырмы икән?

Тәү сиратта, икегеҙгә лә зинаға барған өсөн тәүбә ҡылырға кәрәк. Никахлашҡанда, уның шартын теүәл үтәһәгеҙ, өйләнешергә рөхсәт ителә һәм никах дөрөҫ һанала. Әгәр ҙә балағыҙ өйләнешкәндән һуң алты ай эсендә тыуһа, ул, законһыҙ тыуған, тип һаналыр. Әгәр ҙә ул никах уҡығандан һуң алты ай үткәс, йәки һуңыраҡ тыуһа, законлы тыуған, тип иҫәпләнә.

Кейәүгә сығасаҡ егеттән ауырға ҡалғас, никах уҡығандан һуң, һеҙгә енси яҡынлыҡтан баш тартыу талап ителмәй. Әгәр ҙә һеҙ буласаҡ ирегеҙҙән түгел, башҡа кешенән ауырға ҡалған булһағыҙ, никахлашҡандан һуң һеҙгә, балағыҙ тыуғансы, енси яҡынлыҡтан тыйылып торорға кәрәк булыр ине.

 

 

 

Бер ҡатын Новосибирскиҙан Омскиға (был ҡалалар араһы 600 саҡрымдан ашыу) юллана, әммә был ҡалала ҡасанға тиклем буласағын белмәй. 10 көн самаһы фарыз намаҙҙарын ҡыҫҡартып уҡый, әммә һуңынан Омскиҙа 14 көндән ашыу буласағын белеп ҡала ла намаҙҙарын тулыһынса уҡырға тотона. Ул дөрөҫ эшләгәнме?

Әгәр ҙә был ҡатын баштан уҡ 15 көндән дә кәмерәк ваҡытҡа ҡалырға ниәтләһә, хатта дөйөм оҙайлығы 15 көндән артһа ла, уның бөтә сәфәре дауамында дүрт рәкәғәтлек фарыз намаҙҙарын ҡыҫҡартып уҡырға кәрәк.

Әммә унынсы көндә ул ошо ваҡыттан алып Омскиҙа тағы ла 15 көн буласағын аңлаһа, ошо мәлдән ул намаҙҙарын тулыһынса уҡырға тейеш, сөнки ошо мәлдән ул мосафир булып һаналмай, ул урындағы халыҡ һымаҡ ғибәҙәт ҡыла. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Мәрхүм булған кешегә Ҡөрьән аяттарын бағышлап уҡырға яраймы? Ҡайһы берәүҙәр ярай тип әйтә, икенселәре бидғәткә (исламда дингә, унда элек булмаған, уның шарттарына тура килмәгән яңы эш йәки ғәмәл индереүгә) һанай.

Мәрхүмдәргә бағышлап, Ҡөрьән уҡыу, улар исеменән изге ғәмәлдәр ҡылыу, хәйер биреү – уларға ирешә, еңеллек килтерә, был хаҡта күп хәҙис бар.

Әбү Һурайранан ﷺ еткерелгән хәҙис бу-йынса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Кеше үлгәс, өсәүҙән башҡа бөтә эштәре лә туҡтала:

а) саҙаҡа изге эшенән килер (мәҫәлән, кеше баҫма төҙөп ҡуйҙы йә ҡойо эшләне ти, башҡа кешеләр уның менән ҡулланған һайын был изгелекте эшләгән кешегә саҙаҡа барып торор ти);

б) таратҡан белеменән килер;

в) иманлы баланың ата-әсәһе өсөн ҡылған доғаһынан килер» (Мөслим).

«Йәсин» сүрәһен мәрхүмдәргә уҡығыҙ», – тигән Рәсүлуллаһ ﷺ. Был хәҙис Әхмәт, Әбү Дауыт, Ән-Нәсәүи, Ибне Мәджә, Ибне Хәббән, Әт-Тәбәрани, Әл-Бәйһаҡи һәм башҡаларҙың йыйынтыҡтарында теркәлгән.

Әл-Бохариҙың «Сахих» хәҙистәр йыйынтығында Ғәйшәнән ﷺ шундай хәҙис килтерелә: «Бер кеше Пәйғәмбәр ﷺ янына килеп: «Әсәйем ҡапыл вафат булды, васыят ҡалдырып өлгөрмәне. Минең уйымса, әгәр ҙә ул тере булһа, саҙаҡа таратыр ине. Уның урынына мин хәйер таратһам, әсәйем сауап алырмы, миңә лә сауап булырмы?» – тип һорағанда, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Эйе», – тип яуап бирә (әл-Бохари).

Мәрхүмдәргә Ҡөрьән аяттарын бағышлап, улар исеменән изге ғәмәлдәр ҡылыуҙың ҙур сауап икәненә үрҙә һанап үтелгәндәр бер нисә миҫал ғына. Ә был турала хәҙистәр ғәйәт күп.

 

 

 

Һеҙгә ике һорауым бар:

Беренсеһе: Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙға күҙлек кәрәк. Уны һатып алып, шул апайға зәкәт итеп бирергә мөмкинме?

Икенсе һорауым: Үҙ әсәйемә зәкәт бирергә ярамай икәнен аңлайым. Ҡатыным да хәлле, зәкәт түләргә тейеш; ул уны минең әсәйемә бирә аламы?

1) Әгәр ҙә был ҡатын мохтаж һәм нисабҡа (бер йыл дауамында билдәле бер мөлкәткә, аҡсаға) эйә булмаһа, һеҙ уға зәкәт биреп ярҙам итә алаһығыҙ. Һеҙ уға күҙлек алыр өсөн аҡса бирә алаһығыҙ, йәки күҙлекте һатып алып бирә алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта, уға, был зәкәт тип әйтеп, аңлатып тороу мотлаҡ түгел. Әгәр ҙә был ханым зәкәт бирергә мөмкин булған кешеләр категорияһына инһә, һеҙҙең зәкәт түләнгән, тип иҫәпләнәсәк.

2) Әгәр ҙә әсәйегеҙ мохтаж булһа һәм зәкәт бирергә мөмкин булған кешеләр категорияһына инһә, һеҙҙең ҡатынығыҙ уға зәкәт бирә ала («Лүбәб»).

 

 

 

Ғөмрә (кесе хаж) ҡылғанда, Сафа һәм Мәрүә убалары араһын ете тапҡыр уҙып, сәғи ғәмәлен үтәп бөткәс, сәсемде алдырырға онотҡанмын. Бер нисә көн үткәс кенә иҫемә төштө, шунда ғына ҡыҫҡарттым. Был хатамды нисек төҙәтергә?

Ғөмрә (кесе хаж) ҡылғанда, Сафа һәм Мәрүә убалары араһын ете тапҡыр уҙып, сәғи ғәмәлен үтәп бөткәс, сәсемде алдырырға онотҡанмын. Бер нисә көн үткәс кенә иҫемә төштө, шунда ғына ҡыҫҡарттым. Был хатамды нисек төҙәтергә?

Сәғи ғәмәлен үтәп бөткәс, сәс алдырыу иҫегеҙгә төшкәнсе, һеҙ ихрамда тыйылған ғәмәлдәрҙе ҡылып өлгөргән булһағыҙ, һеҙгә кәффәрәт (дамм) түләргә кәрәк – Мәккәнең хәрәм биләмәһендә ҡорбан салырға кәрәк. («Лүбәб»)

 

 

 

Йылҡы итен ашарға яраймы?

Асылда, йылҡы итен ашарға ярай. Әгәр йылҡы ислам ҡанундары буйынса салынған икән, уның итен ҡулланыуҙа тыйыу юҡ. Һәм был күп ғалимдарҙың фекере, шул иҫәптән, Әбү Хәнифәнең ике төп уҡыусыһы Әбү Йософ менән Мөхәммәт имамдарҙыҡы ла. Әнәстән ﷺ: «Беҙ Аллаһ Рәсүле ﷺ ваҡытында йылҡы итен ашай торғайныҡ», – тигән һүҙҙәр килтерелә.

Имам Әбү Хәнифә үҙе иһә, йылҡы итен ашарға ярай, тип һанаһа ла, шуға ҡарамаҫтан, быны «мәкруһ тәнзиһи» (йәғни, уны ашамау яҡшыраҡ) тигән. Сөнки аттың төп тәғәйенләнеше – уны ит өсөн ҡулланыу түгел. «Атланып йөрөр өсөн, мәртәбәләр өсөн аттарҙы, ҡасырҙарҙы, йөк ташыр хайуандарҙы (дөйәне) яралттыҡ», – тиелә «Нәхел (Бал ҡорто)» сүрәһенең 8-се аятында. Уны иткә ҡулланыу иһә аятта әйтелгән аттың төп тәғәйенләнешенә, файҙаһына ҡаршы килә, тигән имам Әбү Хәнифә. («Әл-Мәбсут»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....