ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Үтәлмәгән фарыз намаҙҙарын ҡаза итеп ҡылыу мотлаҡмы?

Эйе, әлбиттә. Бәлиғ булғандан алып үтәлмәгән, ҡалдырылған фарыз намаҙҙарын мотлаҡ рәүештә ҡаза итеп ҡылырға кәрәк. Кемгә намаҙ үтәү ҡаралған, уға ла намаҙҙы ҡаза итеп уҡыу йөкмәтелә. Аңлы рәүештә намаҙҙы ҡалдырыу Аллаһ алдында ҙур гонаһтарҙың береһе. Әгәр ҙә кеше нигеҙле сәбәп арҡаһында йәки онотоп, намаҙын үтәмәһә, уны ла мотлаҡ ҡаза итеп ҡылырға кәрәк. Ғәфү итерлек сәбәп арҡаһында намаҙҙы ҡалдырыу гонаһ булмай, әммә ул ваҡытында үтәлгән намаҙ сауабынан мәхрүм ҡала. Әгәр мосолман уҡылмаған намаҙҙарына үлгәнгә тиклем ҡаза ҡылмаһа, ул гонаһлы була.

Бер мәл Мәҙинә ҡалаһына боттарға табыныусылар һөжүм итә. Улар арҡаһында мосолмандар бер нисә намаҙын үтәй алмай. Бынан һуң Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Билалға аҙан менән иҡәмәтте уҡырға ҡуша, шунан улар ҡалдырған намаҙҙарына ҡаза ҡылалар.

Намаҙҙарға ҡаза ҡылыу буйынса хәҙистәр дәлил булып тора. Береһендә Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Кем намаҙ үтәргә онотҡан, уны иҫләгәс тә үтәһен. Ҡалған намаҙҙы был ысулдан башҡа бүтән төрлө ҡаплау ысулы юҡ», – тигән (әл-Бохари, Мөслим).

Икенсе сәхих хәҙистә: «Кем намаҙ үтәргә онота йәки йоҡлап ҡала, уны иҫләгәс тә, уға ҡаза ҡылыу, уны ҡаплау булып һанала», – тиелә.

Әгәр ҙә кисерерлек сәбәп арҡаһында ҡалдырылған намаҙҙы ҡаза итеп ҡылырға кәрәк икән, сәбәпһеҙ үтәлмәгән намаҙҙы мотлаҡ ҡаза итеп уҡырға кәрәк.

(«Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

Ҡәбер эргәһендәге үләндәрҙе йолҡорға буламы?

«Радд үл-Мохтар» китабында үҫеп ултырған үләнде йолҡоу мәкрүһ булып һанала, сөнки ҡоромаған үлән һәм ултыртылған үҫемлектәр Аллаһҡа тәсбих уҡый, эргәһендә ятҡан мәрхүмгә бынан еңеллек була.

Бынан сығып, ҡәбер өҫтөнә йәшел ҡыуаҡтарҙы, ботаҡтарҙы ултыртыу рөхсәт ителә.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ике ҡәбер эргәһендә торғанда, ҡәбер әһелдәрен язалағандарын ишетә. Шул саҡта ул йәшел ботаҡты һорап алып, һындырып икегә бүлә лә, һәр ҡәберҙең өҫтөнә ҡаҙай. «Бәлки, был ботаҡтар кипкәнсе, уларҙың язалары еңеләйер өсөн сәбәп булыр», – ти ул ﷺ (әл-Бохари).

 

 

Әгәр ҙә эт кешегә тейһә, тәһәрәт боҙола, тип ишеткән инем. Әгәр ҙә мороно йәки шайыҡлы урыны менән кейемгә тейһә, ул урын да бысранамы?

Эт йәки уның шайығы кешегә тейһә, уның тәһәрәте боҙолмай. Башҡа төрлө нәжестәр тәнгә, кейемгә тейһә лә, тәһәрәт боҙолмай.

Эттең шайығы нәжес булып һанала, шуға күрә ул бысранған урынды ағып торған һыу аҫтында йыуырға кәрәк.

(«Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Әгәр ҙә ир менән ҡатын айырылышҡан саҡта уртаҡ фекергә килә алмаһалар, балалар кем менән ҡала?

Балаларҙы тәрбиәләү хоҡуғы баланың йәшенә һәм енесенә ҡарап билдәләнә.

Ир бала тыуғандан алып 7 йәшенә тиклем әсәй тәрбиәһендә ҡала ала.

Атай кеше улын 7 йәшенән алып бәлиғ булғансы баға ала.

Ир бала бәлиғ булғас, ғәҙәттә, кем менән йәшәргә теләгенен үҙе хәл итә. Уның артабан үҙ аллы йәшәүе лә мөмкин.

Ҡыҙ баланы әсәй кеше тыуғандан алып бәлиғ булғансы тәрбиәләй.

Атаһы, бәлиғ булған ҡыҙын алып, кейәүгә биргәнсе, ҡурсыу хоҡуғына эйә.

Әгәр ҙә баланы ҡурсыу ата-әсәнең берәүһенә тапшырыла икән, икенсеһенә баланы күреү хоҡуғы бирелә. Был хоҡуҡтан тәрбиәгә алмаған кешене мәхрүм итеү тыйыла. Күрешеү ваҡытын ике яҡ үҙ-ара һөйләшеп, килешергә тейеш. Ике яҡҡа уңайлы график булыу мотлаҡ.

Киләһе сәбәптәр күҙәтелгән осраҡта баланы тәрбиәгә алыу хоҡуғы бирелмәй:

  1. Бағыусының әҙәпһеҙлеге. Мәҫәлән, ул зина ҡыла, иҫерткес эсемлектәр, наркотик ҡуллана, урлаша, диндә тыйылған ҙур гонаһтарҙы ҡылып, баланың тәрбиәһенә кире йоғонто яһай.
  2. Ҡурсыуға алырға теләүсенең эшкә яраҡһыҙлығы йәки психик яҡтан тотороҡло булмауы
  3. Әгәр ҙә әсә кешенең эргәһендәгеләр баланы яратмаһа һәм уға аяуһыҙ мөнәсәбәттә булһа. Мәҫәлән, үгәй ата яғынан насар мөнәсәбәт.
  4. Әгәр ҙә әсә балаға мәхрәм булмаған кешегә кейәүгә сыҡһа.

Мәхрәм тип никахлашыу тыйылған туған кеше атала. Әгәр ҙә әсә кеше балаға мәхрәм булмаған кешегә кейәүгә сыҡһа, ул баланы ҡурсалау хоҡуғын юғалта. Әммә, уның ғаиләһендә ул хоҡуҡ тороп ҡала. Шуға күрә баланы бағыу хоҡуғы ҡатындың әсәһенә күсә, йәғни баланың өләсәһенә. Икенсе төрлө әйткәндә, икенсе никах арҡаһында малайға 7 йәш тулмайынса, ҡыҙ бәлиғ йәшенә етмәйенсә, атай кеше баланы тәрбиәгә ала алмай.

Әгәр ҙә ҡатын балаға мәхрәм булған кешегә кейәүгә сыҡһа, ул баланы тәрбиәгә алыу хоҡуғын һаҡлап ҡала. Мәҫәлән, әсә кеше үҙенең элекке иренең ағаһына кейәүгә сыҡһа. Был осраҡта уның ҡыҙы атаһының ағаһына кейәүгә сыға алмай, шуға ул ҡыҙға мәхрәм була.

Балаларҙы аҫрау ул атай кешенең бурысы. Был бурыс, балалар кем менән ҡалһа ла, уның өҫтөндә була. Әгәр ҙә балаларҙы әсәһе тәрбиәләһә, атай кеше балаларын ҡарар өсөн тулыһынса яуаплылыҡ тота. Аҙаҡ улы үҙе эшләй башлағансы, ҡыҙы кейәүгә сыҡҡансы, атаһының ҡурсыуы аҫтында булалар.

(«Фәтәүә л-Һиндиә»)

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...