Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Юғалтҡан аҡсаны табыр өсөн, ниндәй доға уҡырға кәрәк?

Юғалған әйберҙе табыр өсөн Ибне Ғүмәрҙән еткерелгән хәҙистә киләһе доғаны уҡырға тәҡдим ителә: «Аллаһым, Һин юғалғанды тергеҙеүсе һәм яңылышлыҡтан ҡотҡарыусы. Һин беҙҙе наҙанлыҡтан ҡотҡараһың. Юғалтҡан әйберемде кире ҡайтар (мәҫәлән, аҡсамды). Һинең Ҡеүәтлегең, Ҡөҙрәтең, ысынында, шул юғалған әйбер – Һинән бүләк, Һинең рәхимлегең арҡаһында» (Әт-Табәрани).

Был доғаны уҡыр алдынан, тулыһынса Аллаһҡа өмөттө бағларға кәрәк. Сөнки барыһы ла Аллаһтың ҡөҙрәтендә, Ул ғына бирә һәм кире ала.

 

 

 

Мосафирға сәфәрҙә фарыз намаҙҙарҙан һуң йәки уға тиклем нәфел намаҙҙарын уҡыу сөннәтме?

Был һорау буйынса ғалимдар араһында берҙәм генә аныҡ яуап юҡ. Күбеһенсә, ғалимдарҙың фекеренсә, әгәр мосафирҙың туҡтаған урынында йәки ҡунған ерендә бер ниндәй ҙә хәүефлек булмаһа, уға нәфел намаҙҙарын уҡыу яҡшыраҡ булыр.

Юл барышында йәки туҡтаған саҡта нәфел намаҙҙары уҡылмай. Шулай уҡ мосафир дүрт рәҡәғәтле фарыз намаҙҙарын ике рәҡәғәт итеп ҡыҫҡартып үтәргә тейеш. Нәфел менән витр-үәжиб намаҙҙары ҡыҫҡартылмай. («Рад үл-Мохтар»)

 

 

Намаҙ ваҡытында ҡатындарға рөҡүғ менән сәждәне нисек дөрөҫ эшләргә кәрәк?

 

Рөҡүғ ваҡытында ҡатындарға арҡаһын тулыһынса турайтыу кәрәкмәй. Ҡулдар тубыҡҡа тейерлек булғансы алға эйелеү етә.

Сәждә ваҡытында ҡатын-ҡыҙ эсен – янбашҡа, ҡулдарын ҡабырғаларға ҡыҫыбыраҡ тоторға тейеш. Шулай уҡ сәждәгә эйелгәндә беләктәрен терһәктәре менән бергә һалыу яҡшыраҡ булыр. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Изге Ҡөрьәндә мосолман иренең сит ҡатындарға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуы тураһында әйтелгәнме?

Аллаһу Тәғәлә изге китабында бер-береһенә сит булған ир менән ҡатындарға хатта бер-береһенә ҡарарға ла тыя.

«Мөьмин ирҙәргә әйт: улар хәрәмгә күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын. Улар өсөн был таҙалыҡ. Ысынлап та, уларҙың ни эшләгәнен Аллаһ белеп тора!» («Нур» сүрәһе, 30-сы аят).

Шулай уҡ, киләһе аят сит ир менән сит ҡатындың мөнәсәбәте тураһында бәйән итә: «Һәм зинаға яҡын килмәгеҙ, был – бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!» («Әл-Исра» сүрәһе, 32-се аят).

Һөҙөмтәлә, хәрәмгә алып килгән һәр ҡылыҡ тыйыла. Үрҙәге аятты киләһе хәҙис аңлата: «Күҙҙәрҙең зинаһы булып хәләл булмаған ҡатындарға ҡарау, ҡолаҡтарҙың зинаһы булып тыйылған әйберҙәр тураһында тыңлау, телдең зинаһы булып хәләл булмаған ҡатын менән һөйләшеү, ҡулдарҙың зинаһы булып хәрәмгә тейеү, аяҡтарҙың зинаһы булып хәрәмгә табан атлау һанала». (Әл-Бохари)

Шулай итеп, ирҙәр өсөн дә һәм ҡатындар өсөн дә зинаға яҡынайтҡан барлыҡ әйбер тыйыла. Быға ҡараштар, аралашыу, бер-береңә тейеү, тыңлау һәм хатта уйҙар ҙа инә.

 

 

Ҡатындарға бергәләшеп йәмәғәт намаҙын үтәргә буламы?

Әгәр имам урынына ҡатын булһа, был ғәмәл мәкрүһ булып һанала. Ҡатындарға иң яҡшыһы намаҙҙы өйҙә үтәүе. Йәмәғәт намаҙы рөхсәт булһын өсөн имам булырлыҡ ир кеше һәм уның мәхрәм ҡатындары (имамдың хәләл ефете, һеңлеләре, ҡыҙҙары һ.б.) булыуы шарт булып тора. Шулай уҡ ҡатындарға йәмәғәт намаҙын мәсеттә үтәр өсөн рөхсәт булһын өсөн уларҙың алдында имам торорға тейеш, ә ҡатындар уның менән бер рәткә торорға тейеш түгел. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

 

Ирҙәргә лә һәм ҡатындарға ла намаҙ үтәр өсөн ниндәй кейем кейергә була?

Тәндә беше туҡыманан тегелгән әйбер булырға тейеш. Йәғни, ул тауар аша тәндең төҫө беленергә тейеш түгел. Әгәр һиңә ҡарап торған кеше һинең тәнеңдең төҫөн билдәләй алһа, ул кейемдә намаҙ үтәргә ярамай. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Әгәр кейемгә йәки тәнгә спирт һөртөлһә, намаҙҙы шулай килеш уҡырға буламы?

Ғалимдарҙың күбеһе, иҫертә торған шыйыҡсаны нәжес тип һанайҙар. Быға дәлил булып изге Ҡөрьәндән аят мәғлүм. Унда хәмерҙе (виноградтан эшләнгән шарап) рижс тип атайҙар. Йәғни, ул нәжес булып һанала.

Спирт буйынса хөкөм башҡа иҫерткес эсемлектәр менән бер иш. Аллаһ Рәсүле ﷺ : «Бөтөн иҫерткес әйбер – хәмер, һәм һәр хәмер хәрәм булып һанала» – тигән.

Хәҙерге заманда аҙыҡтың һаҡлау срогын арттырыр өсөн спиртты йыш ҡулланыу арҡаһында ҡайһы бер ғалимдар был күренеште «дөйөм бәлә» тип атап, уның (спирттың) оҙаҡ һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән продукттар составындағы миҡдары ғәфү ителә тип һанайҙар.

Шулай уҡ, әгәр берәй сәбәп арҡаһында спиртты тәнгә һөртөргә мәжбүр булһаң, йәки кейемгә тейеп, уны йыуырға мөмкинселек булмаһа, ул ваҡытта ғалимдарҙың икенсе фекеренә таянырға була. Шул килеш үтәлгән намаҙҙар һанала.

 

 

Малай менән ҡыҙ дин буйынса ҡасан бәлиғ булып һанала?

Малай менән ҡыҙҙың үҙенсәлекле бер нисә билдәләре бар.

Малай кеше поллюциялар башланыу менән бәлиғ булып һанала.

Ҡыҙ кешенең күреме бушланһа – ул бәлиғ була.

Әгәр ҙә был билгеләре булмаһа, уларҙың бәлиғ булыу осоро билдәле йәшкә еткәс башлана.

Хижри календары буйынса малай менән ҡыҙҙың бәлиғ булыу осоро 15 йәштән башлана. Миләди календары буйынса 14 йәш тә 16 көн тирәһе.

Үҫмерҙәрҙең бәлиғ булыу осоро етһә, улар Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәй башларға тейештәр. Намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, ҡыҙҙарға сит ирҙәр алдында ғәүрәттәрен ябып йөрөргә (ҡул суҡтары, табан һәм йөҙҙән башҡа урындарҙы ҡапларға кәрәк). («Рад үл-Мохтар»)

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...