ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мин, ирем менән яңғыҙ ҡалғанда, яулығымды сисһәм, буламы?

Эйе, була. («Лүбәб»)

Дуҫым миңә, үҙе өсөн билдәле маркалы машина алырға тип, 300 мең һум аҡса бирҙе. Мин, һатыусы менән һатыулашып, хаҡын 250 һумға төшөрҙөм. Ошо саҡта мин, дуҫыма әйтмәйенсә, 50 меңде үҙемдә ҡалдыра аламмы?

Юҡ, ярамай. Сөнки был осраҡта һеҙ дуҫығыҙҙың вәкиле булып һаналаһығыҙ. Шуға күрә барыһын да уға әйтергә кәрәк.

Балаға мосолман булмаған исемдәрҙе бирергә буламы?

Әгәр исемдең мәғәнәһе дини ҡанундарға ҡаршы килмәһә һәм кәмһетеүҙе белдермәһә, була. Әммә балаға мәғәнәле, матур мосолман исемен ҡушыу сөннәт булып һанала. Мәҫәлән, Ғабдуллаһ, Фатима, Әхмәт һ.б. Рәсүлебеҙ: «Ысынында, Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙе атайығыҙҙың һәм үҙ исемдәрегеҙ менән саҡырырҙар. Шуға балаларыҙға матур исемдәр ҡушығыҙ», – тигән. (Әбү Дәүд).

Әгәр бала тыуғас, ҡолағына аҙан әйтелһә, ул мосолман булып һаналамы? Бәлиғ булғас, уға яңынан шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтергә кәрәкме?

Һәр бала бәлиғ булғанға тиклем мосолман булып һанала. Хатта уның ата-әсәһе мосолман булмаһа ла. Бының буйынса Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Һәр бала мосолманға хас булған фитра менән тыуа. Әммә аҙаҡ уларҙы ата-әсәләре йә йәһүд, йә христиан, йә мәжүси итәләр». Бәлиғ булғас, уға шәһәҙәтте яңынан ҡабатларға һәм диндең ҡанундары буйынса йәшәргә кәрәк. («Ихтыяр ли талили Мөхтәр»).

Икмәкте йәки аҡсаны тупһа аша бирергә яраймы? Беҙҙең яҡта шундай ырым бар, йәнәһе, улай ярамай.

Мөмкин. Бында бер тыйыу ҙа юҡ.

Намаҙ үтәгән саҡта Ҡөрьәнде матур итеп уҡыу мотлаҡмы? Пәйғәмбәребеҙ намаҙ ваҡытында һәм намаҙҙан тыш үҙенә салауат уҡығанмы?

Пәйғәмбәребеҙ: «Үҙ тауышығыҙ менән Ҡөрьәнде биҙәгеҙ», – тип әйткән (Әбү Дәүд, әлХәким). Шуға ла сүрәләрҙе матур итеп уҡыу сөннәт булып һанала. Салауатҡа килгәндә, эйе, Пәйғәмбәребеҙ намаҙ ваҡытында ла һәм унан тыш та салауаттар уҡыған. («Хәшийәтү Тәхтәүи»)

Намаҙ үтәгән саҡта ҡаҡырығымды йоттом. Намаҙым боҙоламы?

Юҡ, боҙолмай. («Мәрәҡил Фәләх»)

Емеш ағастарынан зәкәт түләргә кәрәкме?

Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса, әгәр ағастарға ямғыр йыш яуа икән, йәки баҡса йылға эргәһендә булһа (йәғни дымлы ерҙә), мотлаҡ рәүештә зәкәт түләргә кәрәк. Был осраҡта емештәрҙең 1/10 өлөшөн бирергә кәрәк. Әгәр хужа емештәрҙе үҙе һыу ҡойоп үҫтерһә, 1/20 өлөшө түләнелә. («Жәүәхирү Нәйра»)

Маңлайымды ҡаплап торған баш кейеме менән сәждә ҡылһам, яраймы?

Эйе, ярай. Мәҫәлән, маңлайҙы ҡаплаған бейек сәллә менән сәждә ҡылһаң да, ғәмәлең дөрөҫ була.

Миңә бер ир кейәүгә сығырға тәҡдим итте. Башта ул, никахты мәсеттә үткәрербеҙ, тигәйне, хәҙер үҙенең өйөндә үткәрергә итә. Өйҙә никах уҡытыу дөрөҫ буламы? Шунан тағы ла: миңә 48 йәш, атайым күптән мәрхүм, туғандарым да юҡ. Никахты үәлиһеҙ үткәрергә яраймы?

Әбү Хәнифә фекеренсә, һеҙ үәлиһеҙ кейәүгә сыға алаһығыҙ. Мәсеттә никах уҡытыу сөннәт булып һанала, әммә өйҙә лә үткәрергә мөмкин. Никахта мотлаҡ рәүештә бәлиғ булған, тәҡүәле ике шаһит булырға тейеш. Ике ир йәки бер ир һәм ике ҡатын. Һеҙгә никахты белемле имам йәки ғалим ярҙамында үткәрергә кәңәш итәбеҙ.

Ирем асыуланған сағында миңә ике тапҡыр талаҡ әйтте. Мин ул ваҡытта ауырлы инем. Беҙ айырылғанбыҙмы?

Ирегеҙҙең асыулы хәлдә ике тапҡыр әйтелгән талаҡ һүҙе ысын булып иҫәпләнә. Кеше тилереп ауырыған осраҡта ғына (нимә һөйләгәнен һәм эшләгәнен аңламаған саҡта) ундай һүҙҙәр талаҡ булып һаналмай. Әммә ул күренеш бик һирәк була. Шуға күрә, бала тыуғансы, ирегеҙ һеҙҙе кире ҡайтара ала. Уның өсөн уға, мин һине кире ҡайтарам, тип әйтеү етә. Әгәр ул бала тыуғанға тиклем һеҙҙе ҡайтарып алмаһа, яңынан никах үткәрергә кәрәк. («Бәдәиғ әс-Санәи»)

Ҡунаҡта, ит менән һыйлағанда, уның хәләл икәнлеген һорарға яраймы?

Ҡунаҡта ундай һорауҙарҙы биреү – әҙәпһеҙлек. Шуға күрә был хаҡта ҡунаҡҡа барыр алдынан уҡ белешергә, ентекләп һорашырға кәрәк. Әгәр тәҡүәле кешелә ҡунаҡта булһағыҙ, был турала бөтөнлөй һорарға кәрәкмәй. Әгәр өй хужаһы хәләл аҙыҡҡа ҡарата вайымһыҙ икән, ул саҡта итле аштарҙы ашауҙан тыйылығыҙ.

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса фотолар темаһына ниндәй хөкөм бар?

Хәҙерге замандағы билдәле ғалим әз-Зүхәйли үҙенең «Әл-Фиҡһ үл-Исләмийү үә әдилләтүһү» китабында, фотоға төшөргә була, тип яҙа. Һәм уларҙы өйҙә һәм башҡа ерҙәрҙә элергә була, тигән. Әммә, әгәр фотола ҡатын-ҡыҙҙың ғәүрәте күренһә һәм ул ҡотҡоға килтерһә, ундай фотоларҙы элмәҫкә кәрәк.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...