ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡәбер ғаҙаптарына йән менән тән дә дусар буламы, әллә тик йән генәме?

Ысынында, ҡәберҙә яза булыуы, «бәрзәх» донъяһы (үлгәндән һуң, кеше йәненең Ҡиәмәт көнөн көткән урыны) барлығы хаҡ. Ғәишә еткергән хаҡ хәҙистә былай тиелә: «Аллаһ Рәсүле ﷺ Аллаһу Тәғәләгә ошо доға менән мөрәжәғәт иткән: Йә, Аллаһым, мин ҡәбер ғаҙабынан, Дәжжәл фетнәһенән, донъя һәм үлем ваҡытындағы хәйләнән, гонаһтарҙан, бурыстарҙан Һиңә һыйынам» (Әл-Бохари). Имам Әт-Тирмиҙи Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен еткергән: «Ҡәбер – ул ожмах баҡсаһы йәки тамуҡ соҡоро». Ғалимдар фекеренсә, ҡәбер ғазаптары йәки, киреһенсә, ниғмәттәре йәнгә лә, тәнгә лә ҡағыласаҡ. Хатта тән сереһә лә. Сөнки Аллаһ өсөн мөмкин булмаған нимә юҡ. Шул мөһим: Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә кешенең ҡәберҙә ғазап күреүе йәки ҡыуаныста булыуы тураһында асыҡ әйтелә.

Намаҙ уҡыған саҡта «Фатиха» сүрәһе менән икенсе сүрә араһында «Бисмилләһир-рахмәәниррахиим»де уҡырға кәрәкме?

Бында бер ниндәй шелтә лә юҡ. «Зәхирәт» китабында: «Фатиха» сүрәһе менән өҫтәлмә сүрә араһында «Бисмиләәһир-рахмәәнир-рахиим»де уҡыу яҡшы булыр», − тип яҙылған. Эстән генә йәки ишетерлек итеп тә уҡырға мөмкин. Был − Әбү Хәнифә фекеренсә.

Аҙан әйтелгәс, мәсеттән сығырға буламы?

Аҙан әйтелгәс, сәбәпһеҙ (кире мәсеткә инеү ниәте булмайынса), сығып китеү ҡәрәһәттәхрим (тәхрими-мәкрүһ) булып (хәрәмгә яҡын ғәмәл) һанала. Бында һеҙҙең аҙанды мәсет эсендә ишетеүегеҙ йәки аҙан әйтелгәс кенә мәсеткә инеүегеҙ мөһим түгел. Хәҙистә әйтелгән: «Кем аҙанды мәсеттә ишетеп, сәбәпһеҙ (кире инергә теләмәйенсә) сығып китә, ул монафиҡ (йәғни ул кешелә монафиҡ билгеләре бар)». (Ибне Мәжд)

Өйҙә Ҡөрьән китабы һаҡлана, әммә уны берәү ҙә уҡымай. Уның ятыуынан файҙа буламы?

«Әл-Фәтәүә әл-Һиндиә» китабында былай тиелә: «Әгәр ҙә кеше өйҙә Ҡөрьәнде һаҡлауҙан бәрәкәт алырға теләһә, ул уға өлгәшәсәк». Әммә унда изге китапты уҡырға өйрәнеү һәм балаларҙы өйрәтеү теләге булырға тейеш. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ : «Һеҙҙең арағыҙҙа иң яҡшыһы − кем Ҡөрьәнде өйрәнә һәм кем уны уҡырға өйрәтә», − тигән (Әл-Бохари, Мөслим).

Күп йылдар наҙанлыҡ арҡаһында өйлә намаҙын ваҡыты етмәҫ борон уҡығанды хәҙер ҡаза итеп ҡылырға кәрәкме?

Эйе, һис шикһеҙ, ҡаза ҡылырға кәрәк. Сөнки һәр намаҙҙың үҙ ваҡыты бар. Был − намаҙҙың шарты булып тора. Шул ваҡыт араһында намаҙҙы үтәү генә уны ысын итә. («Нур үл-иҙах»)

Минең бер христиан танышым бар. Ул миңә үҙенең һаулығы өсөн доға ҡылырға ҡушты. Мин Аллаһу Тәғәләнән уға шифа биреүен һорай аламмы?

Кешенең ниндәй диндә булыуына ҡарамаҫтан, һеҙ һәр бәндәнең һаулығы өсөн доға ҡыла алаһығыҙ. Ибне Сунни Әнәстән еткерелә, бер мәл Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәһүдтән һыу һорай. Ул алып килгән һыуҙы эскәс, Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ уға: «Һине Аллаһ матурлаһын» − тип әйткән. Ошонан һуң был йәһүдтең башында бер ҡасан да, бер бөртөк сәсе лә ағармаған. «Әл-Мәүсүәт әл-Фиҡһиә» китабында кафырҙарға доға ҡылыу буйынса былай тип аңлатма бирелә: «Кафырға, ул тере саҡта дингә килер һәм уның гонаһтары ғәфү ителер, тигән өмөт менән доға ҡылыуҙы хәнәфи мәҙһәбе ғалимдары асыҡтан-асыҡ хуплаған».

Әгәр ҙә талаҡты яҙма рәүешетә бирһәләр, ул ысын булып һаналамы?

Талаҡ һүҙҙәрен ир кеше ҡағыҙҙа йәки телефондан смс рәүешендә һәм башҡа ысулдар аша яҙһа − һанала. Был осраҡта, талаҡ ҡайһы ваҡыттан иҫәпләнә башлауы һорау тыуҙыра. Уны яҙған ваҡыттанмы әллә яҙыу барып еткән сағынанмы? Әгәр ҙә ир: «Һиңә ошо хат барып етһә, һин айырылған булаһың», − тиһә, талаҡ хат барып еткән ваҡыттан һанала башлай. Әгәр ҙә был хәбәр булмаһа, талаҡ яҙған ваҡытынан иҫәпләнә − ҡатын кеше хатты алып уҡымаған хәлдә лә. Әммә ир кеше талаҡты һауала йәки һыуҙа яҙһа, йәғни айырып уҡыу мөмкин булмаған ергә яҙһа − дөрөҫ булмай, ир кеше айырылырға ниәтләнгән булһа ла.

Дауаханала ятҡанда, миңә намаҙ үтәргә мөмкинлек булманы. Хәҙер, өйгә ҡайтҡас, ул намаҙҙарҙы, ике рәҡәғәт итеп ҡыҫҡартып, ҡаза итеп уҡырға буламы?

Һеҙ дүрт рәҡәғәт намаҙҙарҙы ике рәҡәғәт итеп, ҡыҫҡартып үтәй алмайһығыҙ. Бар фарыз намаҙҙарҙы тулыһынса ҡаза итеп уҡырға кәрәк. («Хәшийәтү Тәхтәүи»)

Ни өсөн был донъяла залимдарҙы Аллаһу Тәғәлә язаламай?

Сөнки был донъя язалау урыны түгел. Беҙҙең тормош залимдар һәм йәберләнгәндәр өсөн һынау урыны. Залимға ҡарата һынау шунда − ул, Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡмайынса, гонаһ ҡылырмы, әллә гонаһтан баш тартырмы. Йәберләнгән кеше өсөн һынау – уның был һынауҙы нисек кисереүе. Әгәр ҙә һәр гонаһ өсөн Аллаһ кешеләрҙе язалаһа, ер йөҙөндә бер бәндә лә ҡалмаҫ ине. Раббыбыҙ изге Ҡөрьәндә әйткән: «Аллаһ кешеләрҙең ғәҙелһеҙ эштәрен белмәй, тип уйламағыҙ. Ул уларҙың күҙҙәре асылған көнгә тиклем (йәғни, ҡот осҡос ҡурҡыныс хәлде күргәнгәсә) язалау ваҡытын кисектереп кенә тора (улар лайыҡлы булған язалауҙы кисектерә)» («Ибраһим» сүрәһе, 42 аят).

Әгәр хаж хәрәм аҡсаға ҡылынһа, ул үтәлгән булып һаналамы?

Ҡәғбәне урау һәм башҡа хаж йолалары, уның шарттары дөрөҫ ҡылынһа, хаж үтәлгән булып һанала. Әммә был йоланы хәрәм аҡсаға үтәү гонаһ була. «Бәхр» китабында әйтелгәнсә, кеше хажға хәләл аҡсаны ғына сарыф итер өсөн бар көсөн һалырға тейеш. Сөнки хәрәм аҡса менән үтәлгән хажды, хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһу Тәғәлә ҡабул итмәйәсәк. Хаж үтәү фарызы мосолмандан төшәсәк. Әммә ул кеше бер ниндәй ҙә сауап алмаясаҡ. Шулай уҡ ул Аллаһу Тәғәлә алдында, хәләл аҡсаға хаж ҡылыу мөмкинлеге була тороп, быны үтәмәгәне өсөн яуап бирәсәк.

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...