ХӘНӘФИ МӘҘҺӘБЕ БУЙЫНСА

Дефицит ваҡытында тауарҙы күпләп һатып алып, артабан, уларға хаҡ күтәрелгәс, яңы хаҡ менән һатырға буламы?
Киң таралған тауарҙарҙы, халыҡ уларға ҙур ихтыяж кисергән саҡта, һаҡлар өсөн һатып алып, артабан хаҡын арттырып һатыу ихтикар, тип атала. Ихтикар тыйылған, сөнки ул яһалма дефицит тыуҙыра, хаҡтарҙың артыуына йоғонто яһай, халыҡ матди юғалтыу кисерә. Был, аҙыҡтүлектән тыш, көндәлек көнкүреш тауарҙарына ла ҡағыла. Сөнки уларҙы күмәртәләп алыу, шулай уҡ дефицитҡа килтереүе мөмкин. Ихтыяж күтәрелгән саҡта, тауарҙы бер урында һатып алып, икенсе төбәктә ҡыйбатыраҡ хаҡҡа һатыу ихтикар булып һаналмай. Сөнки был тауарҙың хаҡы ул төбәктә ҡыйбатыраҡ тора. Тик был, тауарҙы ҡайҙан һатып алғанһың, шул ерҙәге халыҡҡа зыян килтерелмәһә генә мөмкин. Йәғни, унда дефицит барлыҡҡа килеп, хаҡтарҙың артыуына сәбәпсе булмаһа. Әгәр берәй сауҙәгәр үҙенең ғәмәлдәре менән дефицит тыуҙырһа, әммә тауарҙы баҙар хаҡынан арттырып һатмаһа, был ихтикар булып иҫәпләнмәй. («Ихтияр ли-Тәғәлил Мохтар»)
Күремем таң атҡандан һуң тамамланһа, мин ураҙаға инә аламмы?
Был осраҡта Рамаҙан айында һеҙгә мотлаҡ ураҙаны боҙа торған ғәмәлдәрҙән арынырға кәрәк, йәғни, ашамаҫҡа, эсмәҫкә һ.б. Әммә был көндө аҙаҡ тағы ла ҡаза итеп тотоп ҡуйырға кәрәк буласаҡ. («Мәрәҡил Фәләх»)
Әгәр намаҙ ваҡытында намаҙлыҡтың ситенә сығып китһәм, намаҙым боҙолмаймы?
Намаҙ шарттарының береһе – намаҙ үтәлгән урындың таҙа булыу. Шуға күрә намаҙлыҡтың эргә-тирәһе таҙа булһа, намаҙығыҙ боҙолмай. Әгәр ҙә унда нәжес булһа, намаҙығыҙ боҙола. («Әл-Лүбәб»)
Үҙең етештергән тауарҙан һәм уның өсөн һатып алынған сеймалдан зәкәт түләнәме?
Кеше тауар етештерер өсөн сеймал һатып алғандан һуң, хижри календары буйынса бер йыл үткәс, ул ошо сеймал менән тауарҙан зәкәт түләргә тейеш. Мәҫәлән, һатыр өсөн йорт төҙөү маҡсатында, төҙөлөш материалдары алғандан һуң, бер йыл үтеүгә, йорт төҙөлөп бөтмәһә лә, шул сеймал менән өйҙән зәкәт түләнә. Был хөкөм етештереп һатыу өсөн алынған барлыҡ сеймалдарға ла ҡағыла. Әйтәйек, тегенсе, кейем тегеп һатыр өсөн, тауар алһа, уның зәкәтен түләргә тейещ. Әммә тауарға инмәгән әйберҙән, мәҫәлән, станоктар йәки тегеү машиналарынан, зәкәт түләнмәй. («Фикһ үл-Мүйәссәр»)
Нимә ул сәхәр менән ифтар?
Сәхәр – ураҙа тоторға ниәтләгән кешенең иртәнге намаҙға тиклем ашау ваҡыты. Сәхәрҙә ашау сөннәт булып иҫәпләнә. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ «Таң атҡансы ашағыҙ, сөнки бында бәрәкәт бар», − тигән (әл-Бохари). Ифтар – ураҙа тамамланғас, ауыҙ асыу ваҡыты. Аҡшам намаҙы етеү менән ифтар ваҡыты башлана. Ауыҙ асыу мосолмандарға был донъяла шатлыҡ килтерә һәм Ҡиәмәт көнөндә уның әжере ҙур буласаҡ. Рәсүлебеҙ әйткән: «Әгәр арағыҙҙан кемдер ауыҙ асырға йыйына икән, финик менән башлаһын, сөнки унда − бәрәкәт. Әгәр финик булмаһа, һыу менән ауыҙ асһын, сөнки ул таҙа (таҙартыусы)» (әт-Тирмиҙи). («Умдат әл-Фәттәх»)
Әгәр былтырғы Рамаҙан айында, күрем арҡаһында, тота алмаған ураҙаларҙы быйылғы Рамаҙанға тиклем ҡаза итеп тотмаһам, улар өсөн штраф түләргәме?
Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, ҡалдырған ураҙалар өсөн штраф ҡаралмаған. Әммә Рамаҙан айының ураҙаларын тотоп бөткәс тә, уларҙы ҡаза итеп тотоу мотлаҡ. («Мәрәҡил Фәләх»)
Ир-егеттәргә көмөштән беләҙек йәки сылбыр тағырға яраймы?
Ирҙәргә алтын һәм көмөштән яһалған һауыт-һаба ҡулланырға, алтын йәки көмөш сәғәт, сылбыр, алтын балдаҡ, һәм ҡатындар өсөн тәғәйенләнгән башҡа төрлө биҙәү әйберҙәрен тағыу тыйылған. Ирҙәргә көмөштән яһалған балдаҡ ғына тағырға рөхсәт ителә. («Фикһ үл-Ислам үә Әдилләтүһү»)
Рамаҙан айының ураҙаһына ҡасан һәм нисек ниәт ҡылырға?
Ураҙаға ниәт өсөн иң яҡшы ваҡыт – иртәнге сәхәрҙән һуң, йәғни таң атҡанға ҡәҙәр. Ләкин кеше, был ваҡытты үткәреп, йоҡлап ҡалһа, төшкә тиклем ниәт ҡылырға мөмкин. Иң мөһиме, ошо арауыҡта ул ураҙаны боҙа торған ғәмәлдәр эшләмәҫкә тейеш. Кемдер сәхәргә торорға йыйынмай икән, уға төндән йәки тәрәүих намаҙынан һуң ниәт ҡылып ҡуйырға кәрәк. Ниәттең урыны − күңел, йәғни эстән ниәтләнеү фарыз, тел менән әйтеү − сөннәт. «Мин иртәгә, таңдан алып, ҡояш байығансы, Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым», – тип ниәт ҡылырға мөмкин. («Мәрәҡил-Фәләх»)
Ниндәй ғәмәлдәр ураҙаны боҙмай?
Әгәр кеше ураҙа тотоуын онотоп китеп ашаһа, эсһә йәки интим мөнәсәбәткә инһә, ураҙаһы боҙолмай. Шулай уҡ йоҡлаған сағында поллюция булһа ла. Тәнгә крем һөртөү, хиджама эшләү, һөрмә ҡулланыу ураҙаны боҙмай. («Мохтасар Ҡудури»)
Намаҙҙарҙы Рамаҙан айында ғына үтәһәң буламы? Артабан намаҙ уҡыуҙы туҡтатыу ҙур гонаһ булып иҫәпләнәсәкме?
Көнөнә биш тапҡыр намаҙ ҡылыу − ул, ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ булһынмы, бәлиғ булған һәр мосолмандың бурысы. Бәлиғ булыу енси яҡтан етлегеүҙе аңлата (14 йәш ярым тирәһе). Рамаҙан айында намаҙға баҫыу бик уңайлы ваҡыт. Сөнки был изге ай тамамланғас, артабан намаҙҙарҙы үтәүе еңелерәк буласаҡ. Әгәр ҙә һеҙ тик Рамаҙан айы менән генә сикләнһәгеҙ, ул айҙа үтәлгән намаҙҙарығыҙ иҫәпкә алынасаҡ. Ә инде ҡалған ваҡытта үтәлмәгән намаҙҙар өсөн гонаһ яҙыласаҡ. Ҡиәмәт көнөндә иң яҡшы ғәмәлдәрҙең береһе булып намаҙ тора. Пәйғәмбәребеҙ **: «Ҡиәмәт көнөндә Аллаһтың ҡолдары иң беренсе булып намаҙ өсөн яуап тотор. Әгәр уның намаҙы яҡшы булһа, ҡалған ғәмәлдәре лә яҡшы булыр, әгәр намаҙы яраҡһыҙ булһа, уның ҡалған ғәмәлдәре лә яраҡһыҙ булыр», − тип иҫкәрткән (әт-Тәбәрани).
Ураҙа ваҡытында ауыҙҙы сайҡарға буламы?
Ураҙала булғанда ла, ауыҙҙы сайҡарға була. Әммә, һыуҙы тамаҡҡа ебәрмәҫлек итеп, һаҡлыҡ менән сайҡарға кәрәк. Һыу тамаҡҡа китһә, ураҙа боҙола. («Мәрәҡил Фәләх»)
Иғтибар! Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Киләһе 2022 йылға гәзиткә яҙылыу өсөн ошо номерҙар буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 79373340189, 79173504933, 9613620937
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Әс-сәләм” дин-мәғрифәт гәзитенә тәҡдим итергә теләгән материалдарығыҙҙы assalam-ufa@mail.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ. Редакцияға килгән хаттар һәм ҡулъяҙмаларға баһа бирелмәй, улар кире ҡайтарылмай.