ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә Аллаһ Рәсүле Мөхәммәдте ﷺ төшөмдә күрһәм, ошо хаҡта яҡындарыма һөйләргә яраймы?

Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күреү – ике донъяның бәхетенә ирешеү билдәһе. Имам әл-Бохари тарафынан еткерелгән хәҙистә был турала шулай тиелә: «Мине төшөндә күргән кеше ысынында ла мине күрер, һәм шайтан минең ҡиәфәтемдә төшкә инә алмай». Әлбиттә, һәйбәт төштө төштәргә бәйле бөтә нәмәгә етди ҡараусы диндар кешегә, бик ышанған яҡыныңа ғына һөйләргә мөмкин. Насар төш күргәндә, уны бер кемгә лә һөйләмәҫкә, һул яҡҡа өс ҡат төкөрөп: «Әғүҙү билләәһи минә-шшәйтани-рраджим», – тип әйтергә лә икенсе яғыңа әйләнеп ятырға кәрәк.

 

 

 

Ябығыр өсөн, асығып, йонсоп йөрөүем гонаһмы?

Яуабыбыҙ организмығыҙға бындай ыҙа сигеүҙәр зыян килтерәме-юҡмы икәнлегенә бәйле. Бөгөн ҡыҙҙар, журнал тышлығындағы модель кеүек күренергә теләп, ас йөрөй, хәлен, кәрен бөтөрөп, ниҙәр генә эшләмәй, ҡайһылары хатта «һыуһыҙланыу» йәки «дистрофия» диагноздары менән дауаханаға эләгеп ҡуя. Организмыбыҙға ҡарата бындай мөнәсәбәт тыйыла. Аллаһу Тәғәлә ﷻ Изге Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «…Үҙ ҡулдарығыҙ менән үҙегеҙҙе ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ…» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 195-се аят). Аллаһу Тәғәлә үҙебеҙгә зыян килтереүгә ҡаршы!

Уның урынына иманлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға Рамаҙан айында мотлаҡ ураҙа тоторға, шунан тыш сөннәт буйынса – дүшәмбе һәм кесе йома көндәре, һәр айҙың уртаһында өс көн, Ғәрәфә, Ғәшүрә кистәрендә ураҙа тоторға кәңәш итер инем. Шул саҡта гүзәл заттар өсөн ябығыу мәсьәләһе киҫкен тормаясаҡ.

 

 

Һуңғы ваҡытта иремә ҡарата һыуына башланым. Уның бер насарлығы ла юҡ, ул мине ярата һәм аҡсаһын да йәлләмәй. Миңә ни эшләргә? Зинһар, кәңәш бирегеҙ.

Бер ваҡыт Әбү Хәнифәгә бер ҡатын мөрәжәғәт итә:

– Ике йыл элек һин ирем менән миңә никах уҡының. Ә хәҙер беҙҙе айыр. Уның менән йәшәгем килмәй.

– Был теләгеңдең сәбәбе нимәлә? – тип һораған Әбү Хәнифә. Ҡатын былай тип аңлата:

– Бөтә ирҙәр өйөнә ваҡытында ҡайта, минеке – гел һуңға ҡала. Шуның өсөн дә көн һайын өйөбөҙҙә иреш-талаш.

– Сәбәбе шул ғынамы?

– Эйе, бындай кәмселеккә эйә булған ир менән йәшәгем килмәй. Башҡа ирҙәр кеүек ваҡытында ҡайтһын, – тип яуап бирә ҡатын.

– Мин һеҙҙе айырырмын, әммә бер шарт менән. Өйгә ҡайт та ҙур тәмле икмәк бешереп алып кил миңә. Әммә ҡамыр баҫҡанда, өйҙән бер нәмә лә алма – тоҙон да, һыуын да, онон да күршеләреңдән һорап ал. Һәм сәбәбен дә аңлат уларға, – тип кәңәш итә Әбү Хәнифә. Был ҡатын өйөнә ҡайтып китә лә, ғалим кәңәш иткәнде бойомға ашыра башлай. Ут күршеһенә инеп: «Эй Мәрйәм, бер сынаяҡ һыу бирсе», – ти.

– Һеҙҙә нимә, һыу бөттөмө әллә? Ишек алдығыҙҙа ҡойо бар ине түгелме?»

– Һыуыбыҙ бар, әммә бөгөн мин имам янына иремә зарланырға барҙым һәм беҙҙе айырырға һораным… – тип аңлата башлаған ҡатын. Һәм ул тамамлағас, күршеһе ауыр һулап: «Их, әгәр ҙә һин минең иремде белһәң икән…» – тип иренә зарланып алып китә.

Шунан һуң ҡатын күршеһе Асияға тоҙ һорарға бара.

– Өйөңдә тоҙ бөттөмө әллә? Ниңә бер ҡалаҡ ҡына һорайһың? – ти күршеһе

– Тоҙобоҙ бар барын, әммә хәҙрәт янына, иремдән айыр, тип барған инем, – тип әйтеүгә, күршеһе Асия: «Их, һин минең иремде белһәң!» – тип, оҙаҡ ҡына иренән зарлана. Шулай итеп, был ҡатын кемгә генә кермәһен, барыһының да ирҙәренән зарланыуын ишетә. Ниһайәт, тәмле итеп икмәк бешерә. Хәҙрәт янына алып барып ҡулына тоттора: «Эй, хәҙрәт, рәхмәт һиңә, икмәкте ғаиләң менән кинәнеп аша. Әммә мине иремдән айыра күрмә». «Ниңә, нимә булды, ҡыҙым?» – тип һорай имам. «Минең ирем бөтәһенең ирҙәренән дә һәйбәтерәк икән», – тип яуап ҡайтара ул.

Һеҙ «уның бер насарлығы ла юҡ, ул мине ярата һәм аҡсаһын йәлләмәй» тип яҙаһығыҙ. Иманым камил, күп ҡыҙҙар һеҙҙең иптәшегеҙ кеүек булдыҡлы ирҙәр хаҡында хыяллана. Ә һеҙ Аллаһу Тәғәләнең оло бүләгенә шөкөр итмәй, киреһенсә, унан баш тартмаҡсы булып, айырылырға теләйһегеҙ. Аллаһ алдында тәүбә итегеҙ, бар ниғмәттәре өсөн шөкөрана ҡылығыҙ. Ирегеҙҙең күңелен төшөргәндә – ҡосаҡлап, унан ғәфү үтенегеҙ. Ирегеҙ һеҙҙән риза булһа, Аллаһу Тәғәлә лә һеҙҙән риза булыр. Яратҡан ирегеҙҙе юғалтҡас, юлығыҙҙа берәй ҡаты бәғерле кеше осрап ҡуймаһын! Тағы ла бер кәңәшем: хәләл ефетегеҙҙең ыңғай яҡтарын да күрергә өйрәнегеҙ, оҡшамағанына күҙ йомоғоҙ.

 

 

 

Ауырлы ҡатын-ҡыҙға өйләнергә яраймы?

Кейәүҙә саҡта ауырға ҡалған ҡатын менән ире айырылышһа, уға бала тапҡансы кейәүгә сығыу тыйыла. Әгәр ҙә ул никахһыҙ йәшәп, ауырға ҡалһа, был ҙур гонаһтарҙың береһе – зина ҡылыу була. Был осраҡта ул ғиддәнең (бала тыуғансы тиклемге ваҡыттың) үткәнен көтөргә тейеш түгел, һәм был ҡатынға өйләнеү тыйылмай. Әммә был осраҡта, баланы тапҡансыға тиклем, ҡатыны менән яҡынлыҡ рөхсәт ителмәй. Әгәр ҙә, өйләнәм, тигән ирҙән никахҡа тиклем ауырға ҡалһа, өйләнешкәндән һуң, был пар енси тормош менән йәшәй ала. («Хашийәтү Ибне Әбидин»)

 

 

 

Үҙемә пластик операция яһатһам, гонаһы ҙур буламы?

Йәмғиәтебеҙҙең ҙур бәләһе – бөгөн ваҡ ҡына нәмәне алғы планға ҡуйыу. Күпселек ҡатын-ҡыҙ Аллаһу Тәғәлә биргән ысын гүзәллеген – күңел һәм әхлаҡ матурлығын һанламай, тыйнаҡлығын, оялыусанлығын онотоп, үҙенең тышҡы ҡиәфәте өсөн генә борсола, берәй блогерға йә журнал моделенә оҡшарға тырыша.

Раббыбыҙ беҙҙе төрлөсә – кемделер зирәк, аҡыллы, кемделер һылыу, кемделер бай һ.б. итеп яратҡан. Әммә кешелек өсөн иң ҡиммәтле сифаттар ул – аҡыл, эске матурлыҡ, йәғни, күркәм холоҡ булып ҡала.

Тәү нәүбәттә әхирәт бәхетенә ирештереүсе сифаттар кәрәк кешегә. Йөҙ-һын матурлығы менән был бәхеткә ирешеп буламы икән? Йәки буй-һын күркәмлеге яҡшы кешене насарҙан, лайыҡлыны әшәкенән айырырға ярҙам итеүсе критериймы әллә?

Ҡайһы саҡта яҡындарыбыҙ беҙҙе етешһеҙлектәребеҙ өсөн түгел, ҡыйыуһыҙ, кәйефһеҙ икәнлегебеҙҙе күреп төрттөрә. Әгәр улар быны һеҙҙе кәмһетергә теләп эшләһә, был ҙур гонаһтарҙың береһе, сөнки бер кем дә үҙенә тышҡы ҡиәфәтен һайлап донъяға тыумаған, үҙ теләге менән шундай булып китмәгән – бөтә нәмә Аллаһ ихтыяры менән барлыҡҡа килә. Һәм уны кәмһетеү – Аллаһу Тәғәләне шелтәләү менән бер.

Пластик операцияға бәйле һорауығыҙға яуап бирер өсөн бөтә донъяға билдәле ғалим Сәит Рамазан Әл-Бутиҙың «Мәә ннәс» китабын файҙаланайыҡ.

Кешеләр, йөҙөгөҙгә ҡарап, һеҙҙән ҡурҡһа йә, ытырғанып, йөҙөн борһа, дин нормаларына ярашлы, был етешһеҙлекте операция юлы менән бөтөрөргә рөхсәт ителә. Әммә бындай операцияға барырғамы-юҡмы икәнлеген һәр кемгә үҙ ҡарамағы буйынса хәл итергә ярамай. Был осраҡта тәндәге етешһеҙлектең, ысынлап та, кешене ныҡ йәмһеҙләүен һәм бындай операцияның кешегә зыянһыҙ булыуын иҫбатлай алған табип һығымтаһы кәрәк.

Үҙенә тағы ла күберәк иғтибар йәлеп итер өсөн, һау-сәләмәт килеш нимәнелер биҙәү маҡсаты менән үткәрелгән операциялар тыйыла (хәрәм).

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Фәруҡ Ғәзимов әҙерләне

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....