ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Яңы башыма барып етте: мин быға тиклем ғаиләне ниндәй сәбәптәр тарҡата ала икәнлеген белмәй йөрөгәнмен. Бөгөнгә ҡәҙәр ҡатыныма күп тапҡыр «әйберҙәреңде ал да сығып кит, күҙемдән юғал һ. б.», тип әйткәнем булды. Әлбиттә, айырылышыу ниәте менән әйтмәнем. Бер тапҡыр ҙа: «Айырҙым һине, талаҡ», – тип, ауыҙ асыу ғына түгел, уйымда ла булманы. Үрҙә һанап киткән һүҙҙәрем талаҡ тип иҫәпләнәме?

Ир ҡатынына шаяртып та, кинәйәләп тә талаҡ әйтергә тейеш түгел, сөнки ул, ниәтенә ҡарап, ысын талаҡҡа әйләнә. Әйтәйек, ире ҡатынына асыҡ итеп: «Мин һине айырҙым. Һин айырылышҡанһың. Һин айырылышҡан ҡатынһың», – тиһә, улар айырылышҡан һанала һәм ниәте иҫәпкә алынмай.

«Өйөңә, ата-әсәйеңә ҡайтып кит, миңә бындай ҡатын кәрәкмәй» һәм башҡа һүҙҙәр кинәйә менән әйтелгән икән, был осраҡта ир кешенең ниәтен иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр ир-ат, бындай һүҙҙәр әйтеп, никах мөнәсәбәтен туҡтатырға уйлаһа, ул айырылышыу була, ундай уйҙа булмаһа – юҡ.

Сетерекле мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн урындағы имамға йәки компетентлы ғалимға мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ. («Лүбәб»)

 

 

 

Әл-Ғаср (икенде) намаҙы алдынан сөннәт намаҙы уҡыламы?

Эйе, дүрт рәҡәғәттән торған фарыз намаҙы алдынан 4 рәҡәғәт сөннәт намаҙы уҡыла. Был намаҙ ғәйре муәккәдә, йәғни даими булмаған сөннәткә ҡарай. Бындай нәфел намаҙҙарҙы шулай уҡ мөстәхәб йәки мәндүб тип тә атайҙар. Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Фарыз икенде намаҙы алдынан 4 рәҡәғәт сөннәт намаҙ уҡыусыны Аллаһ Рәхмәтенән ташламаһын». («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Уны-быны уйламай, ҡатыныма өс тапҡыр талаҡ әйттем. Әйтегеҙсе, зинһар, был һүҙҙәрҙе әйтеү айырылышыу тип һаналамы? Улайһа, ул башҡа кешегә кейәүгә сыҡҡас, ҡатынымды үҙемә кире ҡайтарыу ниәте менән айырылышыуҙарын һорай аламмы? Улыбыҙ бар, ошо ҡылығымдан һуң һаман да тыныслана алмайым.

Ир өсөнсө тапҡыр талаҡ әйтһә, улар тулыһынса айырылған иҫәпләнә.

Ҡатыны икенсегә кейәүгә сығып, унан да айырылып, ғиддә ваҡыты (талаҡ әйтелгәндән һуң ҡатындың өс күреме үткәнсегә ҡәҙәр, күрем йәше үткән булһа – өс ай) үтеүгә генә, ир элекке ҡатынына яңынан өйләнә ала. («Лүбәб»)

 

 

Маңлайҙы ҡаплап торған баш кейеме менән сәждә ҡылыу һаналамы?

Эйе, ундай сәждә ғәмәли һанала. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә инеп, вирд уҡырға яраймы?

Имам Әл-Ғазали кеүек күренекле ғалимдар, был ғәмәл − рухи ауырыуҙарҙан йөрәге таҙа булмаған һәр кемгә фарыз, тип яҙып ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәр генә гонаһһыҙ һәм рухи ауырыуҙарҙан ҡурсыулы, тип әйтеп ҡалдырған ғилем эйәләре. Рухи ауырыуҙар – кешегә хас насар сифаттар (тәкәбберлек, көнләшеү, рыя, һауалылыҡ, һаранлыҡ һ.б.). Ошонан сығып, тәсаууф (суфыйсылыҡ) тәғлимәтен өйрәнеү, тәриҡәт сылбырын дауам итеүсе остазға инеү ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә фарыз һанала.

 

 

Йома намаҙын уҡыу өсөн ниҙәр кәрәк?

  1. Намаҙ ҡылына торған ерҙең халыҡ күпләп һәм даими йәшәгән тораҡ урыны булыуы, һәм унда дини ғилем алған имам булыуы мотлаҡ
  2. Йома намаҙында мөфтөйҙөң йәки уның тарафынан билдәләнгән имамдың булыуы шарт.
  3. Имамдан тыш, намаҙҙа, кәм тигәндә, тағы ла өс ир кеше ҡатнашырға тейеш.
  4. Хөтбә уҡыу.
  5. Йома намаҙы өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла.
  6. Йома намаҙы үткән мәсеттең ишеге һәр кем өсөн дә асыҡ һәм рәсми рөхсәт менән эшләүсе мәсеттә уҙырға тейеш.

Балаларға, ауырыу кешеләргә, ҡолдарға, сәфәрҙәгеләргә, ҡатын-ҡыҙҙарға йома намаҙы фарыз түгел. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Әгәр ҙә ҡатыным иҫерткес эсемлек эсһә, никахыбыҙ боҙоламы?

Алкоголде ҡулланыу – ҙур гонаһтарҙың береһе. Ҡатынығыҙға тәүбә итергә кәрәк. Был осраҡта никах боҙолмай. («Дүрарул-Мөхтәр»)

 

 

 

Һаҡал үҫтереү ҡағиҙәләрен һөйләп китһәгеҙ ине.

Һаҡалды тулыһынса ҡырып ташлау кәңәш ителмәй (кәраһәт тәхрим). Оҙонлоғо йоҙроҡ киңлегенән ашып китһә, ҡыҫҡартып торорға мөмкин, шулай уҡ һаҡал-мыйыҡты таҙа тоторға, тарап торорға, бөхтәлек тураһында онотмаҫҡа кәрәк.

Тышҡы ҡиәфәте менән Пәйғәмбәрҙең ﷺ сөннәтен үтәгән кеше булараҡ, һаҡал йөрөтөүсе үҙенең әҙәбен дә ҡайғыртырға тейеш, юғиһә, үҙенең яман тәртибе менән ул ислам диненә, мосолмандарға ҡарата насар фекер тыуҙырыуы бар, һәм шул арҡала ул гонаһлы була. («Фикһүл Ислам»)

 

 

 

Үҙ-үҙенә ҡул һалған кешегә йыназа уҡыламы?

Ислам динендә үҙ-үҙеңде үлтереү – бик ҙур гонаһ. Әммә, үҙ-үҙенең йәнен ҡыйған кеше иҫән сағында мосолман булараҡ билдәле булһа, мәйетте йыуындырып, йыназа уҡырға рөхсәт ителә. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Йома көндө мәсеткә байрам намаҙына бара алмаһаҡ, йома намаҙын башҡа ерҙә үҙемә генә йә үҙебеҙҙең йәмәғәт сафында ғына уҡырға мөмкинме?

Юҡ, быны эшләргә ярамай. Йома намаҙы ҡабул ителһен өсөн, түбәндәге шарттарҙы үтәү мөһим: йома намаҙы ошо ауылда йә ҡалала йәшәүсе ирекле һәм үҙ аҡылында, бәлиғ булған ир кешеләргә фарыз. Был бурыстан мосафирҙар, ҡатындар һәм намаҙға килә алмаған ауырыу кешеләр, һуҡырҙар, бәләкәй ауыл һәм сүллектә йәшәүселәр азат ителә. Шулай уҡ йома намаҙына йыйынған мосолмандың ғүмеренә бер ни ҙә янамаҫҡа тейеш.

 

 

 

Исламда фотоға төшөү хупланамы?

Беҙҙең дәүерҙең билдәле ғалимы Әз-Зөһәйле үҙенең «Әл-Фикһ әл-Исламия үә Әҙиләтүһү» китабында, фотоға төшөү һәм төшөрөү, фотоһүрәттәрҙе һаҡлау ярай, тип яҙа. Уларҙы өйҙә йәки башҡа урындарҙа элеү тыйылмай. Әммә фотола, ҡатын-ҡыҙҙың ғәүрәте асылып, күренеп торһа, был һүрәттәрҙе барыһына ла күренерлек итеп ҡуйыу рөхсәт ителмәй.

 

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...