Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Балаға тәһәрәтһеҙ килеш Ҡөрьән уҡырға яраймы? Һәм тағы ла, китаптарҙың береһендә дауаланыр өсөн Ҡөрьән уҡыу һәм, уҡып бөткәс, усыңа өрөп, ҡулдарың менән ауыртҡан ереңде һыпырыу ысулы кәңәш ителгән. Был ысул дөрөҫмө?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә былай тиелә: «Ҡөрьән уҡығыҙ, ысынлап та, ул күп уҡығандарға шәфәғәтсе булыр» (Мөслим). Беренсе һорауға килгәндә, эйе, бала кешегә Ҡөрьәнгә тәһәрәтһеҙ ҡағылырға, уҡырға, был китапты үҙе менән йөрөтөргә ярай. Икенсеһенә яуап биргәндә, күренекле ғалим ән- Нәүәүиҙең «әт- Тибйән» китабында шулай тиелгән: «Дауаланыу өсөн руҡия – Ҡөрьәндән сүрәләр һәм айырым аяттарҙы уҡығандан һуң усыңа өрөп, шуның менән бөтә тәнеңде һыпырып алыу сөннәт». Ғәйшә әйтеүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ һәр төнөн йоҡлар алдынан «Ихлас», «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрәләрен уҡығандан һуң усына өрөп, тәүҙә башын, битен һыйпап, бөтә тәнен өс мәртәбә һыпырыр булған. (әл- Бохари, «Дүрарул- Мөхтәр»)

 

 

Васыятнамә яҙыуҙы нимәнән башларға?

Васыятнамә яҙыу сөннәт ғәмәл һанала. Ул ауыр хәлдә булған кешенең яҡындарына мөлкәтте бүлешеү һәм башҡа мөһим эштәрҙе башҡарыу буйынса йөкләмәһе. Был ҡағыҙҙа туғандарының дини нормаларҙы боҙоп, илашмауҙарын, Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә һәм Уның Рәсүле ﷺ юлынан барып, имандарын ҡеүәтләп, бер- береһенә ярҙамсыл, илтифатлы, әҙәпле булыуҙарын васыят итеп яҙып ҡалдырырға мөмкин. Ибне Сәләх әйткән: «Васыят ҡалдырмайса үлеп киткән кеше ҡәбер тормошонда һөйләшә алмаҫ. Аллаһтың киң Рәхмәте менән мәрхүмдәр теге донъяла яҡындары менән осрашып, аралашыу бәхетенә эйә булғанда, васыят ҡалдырмаған кеше был шатлыҡтан мәхрүм булыр». («Бүһәтүл- Мүстәршидин», «Ихтыяр ли Тәлили Мөхтәр»)

 

 

Тәсбих намаҙын нисек дөрөҫ итеп башҡарырға?

Тәсбих намаҙы дүрт рәҡәғәттән тора, улар бергә йә иһә ике рәҡәғәтлек намаҙ кеүек икешәр тапҡыр уҡыла. Иң башта ниәт ҡылына: «Аллаһ Ризалығы өсөн ике (дүрт) рәҡәғәтлек сөннәт тәсбих намаҙын уҡырға ниәт ҡылдым». «Сәнә» («Сүбхәнәкәллаһүммә үә бихәмди- кә үә тәбәракәсмү- кә үә тәғәлә джәддү- кә үә лә иләһә ғайрук») доғаһынан һуң «Әл- Фәтиха»ға ҡәҙәр 15 тапҡыр («Сүбхәнәллаhи үәлхәмдүлилләһи үә ләә иләһә иллә ллаһу үәллаһу әкбәр») тәсбихен уҡырға. Икенсе сүрәнән һуң ошо уҡ тәсбихте 10 тапҡыр әйтәләр Артабан тәсбих рөҡуғта – 10, рөҡуғтан ҡалҡҡас – 10, беренсе сәждәлә – 10, сәждәнән ҡалҡҡас – 10, икенсе сәждәлә –10 тапҡыр. Йәмғеһе бер рәҡәғәт эсендә 75 ҡабат уҡыла. Башҡа рәҡәғәттәрҙә лә шулай уҡ 75- шәр тапҡыр уҡылып, бөтәһе 300 мәртәбә әйтелә. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Тәсбих намаҙы Аллаһу Тәғәләнең оло бүләге, нәфел намаҙҙарының күркәме». Рәсүлуллаһ ﷺ белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыбыҙ, бар донъя кешеләренең гонаһтарынан артыҡ булһа ла, кисереләсәген хәбәр итте. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Был намаҙҙы аҙнаһына бер тапҡыр уҡы, йә айына, йылына бер мәртәбә уҡы, йәки, ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла уҡы», – тип кәңәш иткән (Әбү Дауыт, Ибне Мәджә, Әл- Бәйһаҡи). Ғәбделваһаб әш- Шәрани әйткән: «Гонаһтары күп булған кешеләр ошо намаҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ ҡылырға тейеш» («Фикһүл- Ислам үә Әдилләтүһү»).

 

 

Айырым йәшәгән ир менән ҡатындың никахы күпме ваҡыт үткәс боҙола?

Был мәсьәләлә ваҡыттың әһәмиәте юҡ. Бик күп ваҡыт айырым торһалар ҙа, ғаилә башлығы талаҡ әйткәнсе, улар ир менән ҡатын булып ҡала. («Лүбәб»)

 

 

Этте өйҙә тоторға һәм эт һуғышына сығарырға мөмкинме?

Мөлкәтен һаҡлау һәм башҡа сәбәптәр менән маһмайҙы ишек алдында (әммә өйҙә түгел!) көтөүсегә, һунарсыға, ауыл ситендә йәшәгән һәр кешегә тоторға мөмкин. Эт һуғышына килгәндә, һарыҡ, үгеҙ, әтәс, эт һәм башҡа хайуандарҙы бер- береһе менән һуғыштырыу, талатыу тыйыла.

 

 

Аллаһу Тәғәлә Ғайса пәйғәмбәрҙе ергә ҡайтарғас, ул баҡыйлыҡҡа күсәме? Был донъяла күпме йәшәйәсәк ул?

Имам Мөслим еткергән хәҙис буйынса, Ғайса ғәләйһис- сәләм ергә ете йылға киләсәк. Икенсе хәҙистә 40 йыл тиелә, бында уның ерҙә йәшәлгән бөтә ғүмере күҙ уңында тотола. Аллаһу Тәғәлә Ғайса пәйғәмбәрҙе 33 йәшендә күккә аштырған. Был донъяға Ҡиәмәт көнөнә яҡыныраҡ ваҡытта ҡайтарылып, Ғайса тағы ла ете йыл йәшәр, баҡыйлыҡҡа күскәс, диндарҙар уға йыназа намаҙын уҡып, дәфен ҡылыр. («Фәтәүәл- Хәҙисиә»)

 

 

Намаҙ ваҡытында ҡатын- ҡыҙ нисек ултырырға тейеш?

Ике сәждә араһында ла, «Әт- тәхийәт»те уҡығанда ла, ҡатын- ҡыҙ тәүәрруктә булырға, йәғни һул янбашына ултырып, аяҡ бармаҡтарын (уң аяҡтыҡын өҫкәрәк) ҡиблаға табан ҡаратып ҡуйырға тейеш. («Мәраки әл- Фәләх»)

 

 

Һатып торғанда, үлсәгәндә кешеләрҙе алданым. Был гонаһты нисек юйырға?

Был һорауға яуап бирер алдынан, тарихҡа күҙ һалып, Шөғәйеп пәйғәмбәр заманында сауҙа эштәрендә һәр ваҡыт алдашҡан халыҡҡа асыуланып, Аллаһтың был ҡәүемде ер йөҙөнән юҡ итеүен иҫкә төшөрәйек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр бөгөн һаман йышая. Ошо өлкәлә эшләгән кешеләрҙең бөтәһенә лә шуны әйтке килә: үлсәүҙә алдашҡан барса бәндә Хөкөм Көнөндә Аллаһу Тәғәлә алдында яуап тотасаҡ. Шуға күрә ошо йәһәттән мутлашҡан һәр бер кешегә тәүбә итергә ашығырға кәрәк! Тәүбә итеү – ул үлсәнгән тауарҙың күләмен хужаға ҡайтарыу һәм Аллаһтан ғәфү үтенеү тигән һүҙ. Һеҙ алдаған кешене таба алмаһағыҙ, гонаһығыҙҙы юйыр өсөн ошо кеше өсөн саҙаҡа биреп, Раббынан ғәфү үтенергә кәрәк.

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...