ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡайҙа һәм ҡайһы ваҡытта «Бисмилләһте... » әйтергә була, ҡасан ярамай?

Әбү Һүрәйрә еткергәнсә, Рәсүлебеҙ әйткән: «Һәр мөһим эш Аллаһты иҫкә алмайынса «Бисмилләәһи-р-Рахмәәни-р-Рахиим» (Донъялағы барлыҡ мәхлүктәргә Рәхимле һәм Әхирәттә тик мосолмандарға ғына Мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән башлайым) тип башланмаһа, ул эш хәйерле булмаҫ (ундай эш тулыһынса бәрәкәтле булмаясаҡ)» (Әбү Дәүд, Ибне Мәджә). Шуға ла һәр яҡшы эш алдынан «Бисмилләһ» тип әйтеү сөннәт. Ул ғәмәл – ғибәҙәт булһа ла, көндәлек эш булһа ла – барыбер. Барыһы өсөн дә сауап яҙыласаҡ. Таҙа урынға инер алдынан, өйгә ингәндә, ашар алдынан, кейем кейер алдынан, эш башлар алдынан, Ҡөрьән уҡыр алдынан һ.б. Әммә гонаһ эшләр алдынан Бисмилләһте әйтергә ярамай. («Фикх үл-Ислам үә әдилләтүһү»)

Ислам диненә ҡағылмаған башҡа төрлө әҙәбиәтте уҡырға буламы? Мәҫәлән, мәҙәниәт, ғилем, хайуандар, машиналар тураһында. Әллә ул хәрәмме?

Була. Белемгә ынтылыу – ысын мосолмандарҙың һыҙаты. Сөнки һәр изгелек ул белем менән бәйле, ә һәр боҙоҡлоҡ наҙанлыҡтан эшләнелә. Әммә ваҡыт – ул беҙҙең иң ҡиммәтле бүләк икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Шуға ла уны үҙегеҙ һәм йәмәғәт өсөн файҙалы итеп үткәрергә тырышырға кәрәк.

Әгәр өйлә ваҡытында йөрәктә өйлә намаҙын ниәт итеп, әммә тел менән әйткәндә яңылыш икенде намаҙы тиһәң, уҡығаның намаҙ булып һаналамы?

Ниәттең урыны – йөрәк. Тел менән әйтеп раҫлау – ул сөннәт. Һеҙҙең осраҡта йөрәктәге ниәтегеҙ дөрөҫ булғас, намаҙығыҙ ҙа дөрөҫ.

Дин буйынса аҙыҡ-түлекте һүрәткә төшөрөргә буламы? Мәҫәлән, миңә кофе менән пончиктарҙы һүрәтләү бик ныҡ оҡшай. Ундай һүрәттәр гонаһ булмаймы?.

Аҙыҡ-түлекте һәм, ғөмүмән, йәнһеҙ әйберҙәрҙе (тәбиғәтте һ.б.) һүрәткә төшөрөргә була. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)

Әгәр ҙә ҡатын, дин ҡанундарын үтәп тә (намаҙын үтәй, ураҙа тота), яулығын ябынмай һәм сит ирҙәр алдында әүрәтен күрһәтһә, ул ҡатын мосолман булып һаналамы?

Намаҙ үтәп, ураҙа тотҡаны өсөн ул ҡатын сауаптарын аласаҡ, тик әүрәтен япмай йөрөгәне өсөн уға гонаһ яҙыласаҡ. Әммә тышҡы ҡиәфәте буйынса ғына кешенең иманы тураһында фекер йөрөтөргә ярамай. Сөнки кем күңелендә Исламдың нигеҙҙәрен үтәүҙе фарыз тип таный, әммә иманының көсһөҙлөгө арҡаһында үтәй алмай икән, ул кафыр булып һаналмай. («Фикх үлӘкбар»)

Ислам динен ҡабул иткәс, исемде мотлаҡ үҙгәртергә кәрәкме? Үҙгәртер өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк? Әгәр мосолман исемен алмаһам, миңә гонаһ буламы?

Әгәр исемдең мәғәнәһе дингә ҡаршы килмәй икән (мәҫәлән, мәжүсилек мәғәнәһе йәки кәмһетеү һ.б.) үҙгәртмәҫкә була. Был гонаһ булмаясаҡ. Әммә барыбер берәй билдәле пәйғәмбәрҙең, сәхәбәнең, ғалимдың, әүлиәнең исемен үҙегеҙгә ҡушһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Уларҙың бәрәкәте тейер. Әбү әд-Дәрдә еткергәнсә, Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙе исемдәрегеҙ менән саҡырырҙар, шуға балаларығыҙға матур исемдәр бирегеҙ» (Әбү Дәүд, Ибн Хиббан). Яңы тыуған балаға исем ҡушыр алдынан уның уң ҡолағына аҙан әйтергә кәрәк, һул ҡолағына ҡәмәт уҡыу – сөннәт ғәмәл. Ибне Ғәббәс һөйләүенсә: «Пәйғәмберебеҙ, Ғәлиҙең Хәсән исемле улы тыуғас, уның уң ҡолағына аҙан әйтте, һул ҡолағына – ҡәмәт» (әл-Бәйхаҡи). Әгәр бәлиғ булған кеше исемен үҙгәрткеһе килһә – айырым шарттар юҡ. Былай ғына яңы исем менән өндәшә башлайҙар.

Мин, армияла хеҙмәт иткәнгә күрә, мәсеткә йөрөй алмайым. Йома намаҙына мотлаҡ йөрөү өсөн ниндәй шарттар ҡаралған?

Аллаһу Тәғәлә йома намаҙын мосолмандарға Мәккәнән Мәҙинәгә күскәнгә (хижрәгә) тиклем үтәргә ҡуша. Әммә ул ваҡытта йома намаҙын йыйылып, тыныс ҡына үткәрергә мөмкинлек булмағас, ул фарыз булмай.

Йома намаҙын үтәр өсөн түбәндәге шарттар булырға тейеш, йәғни намаҙ уҡыусының :

– ирекле (ҡоллоҡтан) булыуы,

– ир-ат заты,

– бәлиғ,

– аңлы,

– шул урында йәшәүсе,

– йома намаҙын үтәрлек һаулығы булыу

– аяҡтары һау, йәғни атлай алыу мөмкинлеге,

һуҡыр булмауы,

– хәүефле ерҙә булмауы. Йома намаҙы дөрөҫ булып һаналһын өсөн, киләһе шарттар үтәлергә тейеш:

– был төбәктә хөкүмәт вәкиле, дини белемгә эйә имам булғанда ғына йома намаҙы үткәрелергә,

– йома намаҙында хаким йәки уның идара башлығы булыу мотлаҡ,

– имамдан башҡа, намаҙ үтәүселәрҙең һаны өс кешенән дә кәм булмаҫҡа,

– имам ике хөтбә уҡырға тейеш, – өйлә намаҙының ваҡыты етеү,

– йома намаҙы үткәрелә торған мәсеттең ишектәре асыҡ булыу.

Ишектәрҙе ябып, намаҙҙы үткәрергә ярамай. Биш категорияға ингән кешеләргә йома намаҙы фарыз түгел:

– бәлиғ булмаған кешегә,

– ауырыуға,

– ҡолға,

– мосафирға,

– ҡатынға.

Хәрби хеҙмәттәгеләргә һәм төрмәлә ултырғандарға йома намаҙына йөрөмәҫкә була, сөнки уларға һәр ваҡыт бер урында булырға кәрәк (теләгән ерҙәренә ирекле йөрөй алмайҙар). Эшселәр, ут һүнедереүселәр һәм башҡа мөһим йәмәғәт урындарында эшләгәндәргә лә эш урынынан китеүҙән берәй төрлө зыян, хәүеф-хәтәр сығыу ихтималлығы бар икән – был уларға йома-намаҙына бармаҫ өсөн нигеҙле сәбәп була. Көтөүселәр малдарын ташлап китә алмайҙар икән, уларға йома намаҙына бармаҫҡа була. Әммә уларға ла йома намаҙына йөрөй алырлыҡ шарттар тыуҙырырға кәрәк.

Мәрхүмгә ҡарата йыназа намаҙы уҡыуҙың маҡсаты нимәлә?

Йыназа намаҙы Аллаһу Тәғәләгә, ошо мәрхүмдең гонаһтарын ярлыҡауын , уға мәрхәмәтле булыуын һорап, доға аша мөрәжәғәт итеү.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Дауыт пәйғәмбәр

Нисек кенә булмаһын, Сәбиғ Дауыттың йөҙөнсө ҡатыны була, ә бер генә ҡатынлы Аурия яңғыҙ ҡала. Һөйгәненән айырылыуҙы Аурия бик ауыр кисерә. Башта әйтелгәнсә, шәриғәттә бындай хәлгә тыйыу булмаһа ла, Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был ҙур хата була. Дауыттың тәҡүәлек дәрәжәһен күтәрер өсөн, Аллаһу Тәғәлә...


Балаларға ҡағылышлы им-том йолалары

Әйтеп киткәнебеҙсә, хәҙерге ваҡытта бүҫер (өс йән), күкрәк шешен (мастопатия), тимерәү, күҙгә сыҡҡан арпаны һәм сөйәлде имләү, ҡот ҡойоу, мейе үлсәү кеүек йолаларҙы белгән кешеләр юҡ кимәлендә. Яңы тыуған сабый балалар өсөн бик кәрәкле был йолаларҙы белгән, балаларға шуның менән ярҙам күрһәткән...


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...


Асығауыҙ

Кәрәк була: 230 г он 100 г ҡаймаҡ 70 г аҡ май 50 г шәкәр 1 йомортҡа 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) ванилин семтем тоҙ   Әҙерләү: Иләнгән онға ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ. Һалҡын аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә он менән бер массаға ингәнсе ыуығыҙ....


Рәхмәтлемен Һиңә, Аллаһ Раббым!

Бисмиллалап, наҙлап, һәр бер таңды Башлайым мин изге намаҙҙан. Ғүмерҙәрем булһа, уҡырмын, тип, Һорайым мин ихлас Хоҙайҙан. Ғүмерҙәрҙе бирһәң, Хаҡ Тәғәләм, Һаулығын да миңә йәлләмә, Шатлыҡ-ҡыуаныстар килгән һайын, Ихласлыҡтан донъя йәмләнә. Ҡыуандырып атай-әсәйҙәрҙе, Һөйөндөрөп...