Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Хайуандың ҡайһы өлөштәрен ашарға ярамай?

Хайуан хатта дин ҡанундары буйынса салынһа ла, уның ҡайһы бер ерҙәрен барыбер ашарға ярамай.

Беренсенән, хайуанды салғанда ағып торған ҡанын эсеү һәм аҙыҡ бешергәндә уны ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡандан эшләнгән колбаса һәм ҡан ҡушып яһалған буяуҙар хәрәм, хатта хайуан дөрөҫ итеп салынған булһа ла. Ит араһындағы йәки һөйәктә ҡалған ҙур булмаған ҡан тамырҙары аҡҡан ҡан булып һаналмай, шунлыҡтан уларға тыйыу юҡ.

Икенсенән, хайуандың алты өлөшөн ашау тыйыла (мәкрүһ тәхрим). Улар − енес ағзалары, орлоҡ биҙе (аталыҡ), һөт биҙҙәре, бәүел ҡыуығы, үт ҡыуығы. («Дурр әл-Мохтар»)

Бала тыуғас, уның ата-әсәһенән ризалыҡ алмайынса, аҡыҡа ҡорбанын салырға буламы?

Баланы тәрбиәләүселәр рөхсәт бирмәйенсә, сит кеше аҡыҡа ҡорбанын килтерә алмай. Сөнки был эште атҡарыу баланы бағыусыларға йөкмәтелгән. Әммә бағымсы (опекун) баланың мөлкәтен ҡорбанға ҡуллана алмай, сөнки был ирекле ғәмәл.

Аҡыҡа малы ниндәй булырға тейеш тигәндә, ул Ҡорбан-байрамында салына торған малдың шарттарына тура килергә тейеш.

Ниәт хайуанды сала башлағанда йәки вәкил кешегә ҡорбан салыу йөкмәтелгән саҡта әйтелә. («Фикһ үл-Ислам»)

Ҡатыным менән айырылышҡас, ул баламды тәрбиәләргә үҙенә алды. Ул минең балам менән ҡаланан ситкә сыға аламы?

Юҡ, һеҙҙең элекке хәләл ефетегеҙ балағыҙ менән ҡаланан ситкә китә алмай. Әммә элекке ҡатынығыҙ бер осраҡта − үҙе тыуып үҫкән һәм кейәүгә сыҡҡан төйәгенә барырға булғанда ғына − ҡаланан сығып китә ала. («Әт-тәсхил ад-Дарури ли-мәсәил әл-Ҡудури»)

Телефонды берәмләп (в розницу) һатып алғанда, хаҡы 20 мең һум, ә бүлеп түләү шарты (рассрочка) менән алғанда − 25 мең һум торһа, бындай килешеү шәриғәт буйынса рөхсәт ителәме? Бүлеп түләгәндә пени һәм проценттар булмаясаҡ.

Бүлеп түләү шарты менән һатылған тауарҙың хаҡын арттырыу рөхсәт ителә. Әммә тауар хужаһы, һатып алыусы яғынан түләү тотҡарланһа, тауарҙың хаҡы артасаҡ, йәки, ул билдәле ваҡытта түләп бөтмәһә, өҫтәлмә хаҡҡа түләү ваҡытын арттырам, тип шарт ҡуйһа, бындай килешеү − хәрәм, был − иң ҙур гонаһтарҙың береһе − риба булып иҫәпләнәсәк. («Бәдәи әс-Сәнәғи»)

Әгәр ҡатын бер нисә тапҡыр кейәүгә сыҡһа, һәм ул, Аллаһ насип итеп, Ожмахҡа эләкһә, ҡайһы ире менән буласаҡ?

Әнәс ибне Мәлик еткергәнсә, Үммә Хәбибә һораған: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, әгәр был донъяла ҡатындың ике ире булһа, Әхирәттә ул кем менән буласаҡ?”. Пәйғәмбәребеҙ: “Кем күркәм холоҡло булған, шуның менән”, − тип яуап биргән. Шунан ул: “Йә Үммә Хәбибә, күркәм холоҡ – ул ике донъя өсөн бәхет”, – тип өҫтәгән.

Әбү Дәрдә һөйләүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Ҡатын һуңғы ире менән буласаҡ”, – тигән.

Был ике хәҙистәр бер-береһенә ҡаршы килмәй. Сөнки Әбү Дәрдә еткергән хәҙистең мәғәнәһе шунда, әгәр ҡатын, беренсе иренән айырылып, яңынан кейәүгә сыҡҡас, мәрхүм булһа, ул һуңғы ире менән Ожмахта буласаҡ. Үммә Хәбибә еткергән хәҙистең мәғәнәһе шунда, әгәр ҙә ҡатын был донъяла бер нисә тапҡыр кейәүгә сығып, үҙе мәрхүм булыр алдынан тол ҡалған булһа, шул саҡта уға һайлау хоҡуғы бирелә. («Фәтәүә әл Хәдиҫийә»)

Ир кеше күпмелер ваҡыт хәләл ефетен аҫрамай (аҙыҡ-түлек, кейем менән тәьмин итмәй). Һуңынан ҡатын шул ваҡытта үҙе сарыф иткән сығымдарҙы иренән талап итә. Ир кеше ул сумманы ҡайтарып бирергә тейешме?

Юҡ, әгәр улар түләү тураһында алдан килешмәгән булһалар, ир кеше ҡатынына бер нәмә лә түләргә тейеш түгел. Мәҫәлән, ҡатыны иренә: «Һин өйҙә булмағанда, мин үҙемдең аҡсамды тотонормон, һин миңә аҙаҡ сығымдарҙы ҡапларһың», − тиһә, һәм ир быға ризалашһа ғына, аҙаҡ ул ҡатынының сығымдарын ҡапларға тейеш була. («Әт-тәсхил ад-Дарури ли-мәсәил әл-Ҡудури»)

Ҡатындарға мисүәк (теште таҙартыр өсөн арак ағасынан эшләнелгән махсус щетка, сивак) таяғын ҡулланырға яраймы?

Ҡатындарҙың теш ҡаҙнаһы йомшаҡ, шуға күрә уларға мисүәк таяғын да ҡулланырға ярай, шулай уҡ уның һағыҙын да сәйнәргә була. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)

Әгәр планлаштырылған никах үткәрелмәһә, йәғни кейәү менән кәләш, кире уйлап, никахтан баш тартһа, улар никахҡа тиклем бер-береһенә биргән бүләктәрҙе талап итә алалармы? Һәм ул бүләктәрҙе кире ҡайтарыу мотлаҡмы?

Ниәтләнгән никах үткәрелмәһә, кейәү кеше кәләште әйттергән саҡта биргән әйберҙәрен бүләк йәки саҙаҡа ниәте менән бирмәгән булһа, уларҙы кире һорап алырға хаҡы бар. Сөнки ул бүләктәр никах нигеҙе булып һанала ине, ә никах булманы. Был ҡарар кәләш яғына ла ҡағыла.

Әммә был хөкөм тиҙ боҙола торған (ашамлыҡтар) әйберҙәргә һәм кешенең шәхси ҡуллана торған (кейем, түшәк, һауыт-һаба, гигиена әйберҙәре) нәмәләренә ҡағылмай.

Кейәү биргән бар биҙәүестәр, киләсәктә ҡатыны уның алдында матур булһын, тигән ниәт менән бирелһә, никах булмаған осраҡта, кире ҡайтарылырға тейеш. («Дурр әл-Мохтар»)

Ирҙәргә шайтанашыҡтан (щиколотка) түбәнерәк салбар кейергә ярамаймы?

Имам Нәүәүи үҙенең «Шәрх Сәхихү Мөслим» исемле китабында былай тип яҙа: «Тәкәббәрлектән, маһайыуҙан кейемде оҙонайтырға ярамай. Әгәр ҙә ниәт икенсе булһа, кейемде оҙонайтыу кәрәкмәгән ғәмәл (карахат-танзих) булып һанала».

«Кем шайтанашыҡтан түбән кейем кейә, шул Тамуҡта булыр» − тигән хәҙистең мәғәнәһе һауалылыҡ һәм эрелек арҡаһында кейенгәндәргә ҡағыла.

Әл-Ҡади ғалимдар фекерен килтерә: «Ғөмүмән, кешегә, үҙе йәшәгән ерҙәге ғәҙәт ҡалыбынан сығып китеп, кейемдәрен сиктән тыш оҙонайтыу йәки киңәйтеү кәрәкмәй». («Шәрх Төхфәт әл-Мүлк»)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...