Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

 

Рамаҙан айында тотолмаған ураҙа өсөн штраф (фидиә) түләргә кәрәкме?

Кем Рамаҙан айында ураҙа тотмай, уға тотолмаған көндәрҙе ҡаза итеп тотоу мотлаҡ. Быны оҙаҡҡа һуҙмай эшләргә кәрәк. Көндәрҙе тотош бер-бер артлы ҡаза итеп тотоу сөннәт булып һанала.

Рамаҙан айының ҡалған ураҙалары киләһе Рамаҙанға тиклем ҡаза итеп тотолоп бөтөлмәһә лә, мосолманға уның өсөн фидиә түләү ҡаралмаған.

Ныҡ оло йәштәге һәм ауырыу кешеләргә генә ураҙаны ҡаза итеп тотоу кәрәкмәй, әммә уларға фидиә – мотлаҡ.

Әгәр ҙә сирленең хәле ураҙа тота алырлыҡ кимәлдә яҡшырһа, ул ураҙаны ҡаза итеп тотоп ҡуйырға тейеш.

Ҡаты, хроник (дауалап булмаған) сир арҡаһында ҡалдырылған ураҙаның бер көнө өсөн фидиә ярты сағ (1800 грамм) бойҙай йәки уның хаҡына тиң аҡса күләмендә түләнә.(«Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

Намаҙ ваҡытында доғаны ғәрәп телендә түгел, икенсе телдә уҡырға буламы?

Намаҙҙа һуңғы рәҡәғәттең «Әттәхиәт» доғаһын, шунан Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат уҡығандан һуң доға уҡыла. Артабан үҙеңдән түгел, ә Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәҙистәренән килтерелгән доғаларҙы ғәрәп телендә уҡыу мотлаҡ.

 

Мәҫәлән:

  1. «Аллаһум-мә, ағин-ни ғәлә ҙикрикә үә шүкрикә үә хүсни ғибәдәтикә». Мәғәнәһе: «Йә, Аллаһым! Һине иҫкә алыуҙа, Һиңә рәхмәт әйтеүҙә, һәм Һиңә ғибәҙәтте камил итеп ҡылыуҙа миңә ярҙам ит» (Әбү Дәүд).
  2. «Сүбхәнәкә раббанә үә би хәмдикә, Аллаһумма ғфирли». Мәғәнәһе: «Аллаһым, Һиңә бөтөн маҡтауҙарыбыҙ. Мине ғәфү ит!» (Әл-Бохари).

(«Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Башта аяҡ кейеме менән бәҙрәфкә инделәр, ти. Аяҡ кейеме нәжесләнде, ти. Шунан ямғыр яуып торған юлдан атлай башлайҙар. Артабан китеп барған саҡта шул аяҡ кейеменән өҫ кейеменә сәсрәгән тамсы нәжес булып һаналамы? Бынан һаҡланыуы бик ҡыйын.

«Мәраҡ ил-Фәләх» китабында, еүеш балсыҡ, мәтегә (ҡойоға) ҡарата ҡаты талап юҡ, тип яҙылған. Йәғни, кейемгә балсыҡлы тамсылар тейһә лә, шул кейемдә намаҙ үтәлһә − ҡабул була. Әгәр ҙә кешенең шул тамсының нәжес икәненә шиге булмаһа, ул саҡта кейемде таҙартырға кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта кейемгә ниндәй күләмдәге нәжес йоғоуына иғтибар итергә кәрәк. Әгәр ҙә нәжес тейгән урын бер дирхәмдән (биш һумлыҡ тәңкә) кесерәк булһа, был намаҙ үтәүгә ҡамасауламай. Әгәр ҙә нәжес ҙурыраҡ булһа, кейемде алыштырырға кәрәк. («Мәраҡ ил-Фәләх»)

 

 

Әгәр ҙә намаҙлыҡта бесәй йөнө күренһә, намаҙ дөрөҫ буламы?

Бесәй йөнө нәжес түгел, һәм ундай намаҙлыҡта үтәлгән намаҙ дөрөҫ һанала. Әгәр хайуандың тәненән ҡан аҡмай икән, ул урын нәжес булмай. Бында хайуандың тере йәки үләкһә булыуы мөһим түгел. Был шулай уҡ йөн, сәс, ҡырҡып алынған ҡауырһын, мөгөҙ, тояҡ, майһыҙ һөйәккә лә (май нәжес булып һанала) ҡағыла. Әгәр ҙә һөйәкте майҙан айырһаң, ул артабан таҙа була. Ә бына йолҡоп алынған ҡауырһындың төбө нәжес булып иҫәпләнә. Сусҡаның иһә бар өлөштәре лә – нәжес. Шуға уның бер ерен дә ҡулланырға ярамай. («Мәраҡ ил-Фәләх»)

 

 

Ҡөрьәндең тәржемәһе яҙылған китапты яғырға буламы?

Әгәр ҙә дини китаптар ныҡ туҙып, уҡырлыҡ хәлдән сыҡһа, ундағы Аллаһтың, фәрештәләрҙең, пәйғәмбәрҙәрҙең исемдәрен юйырға ла, шунан таҙа урында яғырға була. Шулай уҡ, яҙыу ҡараһы юйылһын өсөн, йылғаға төшөрөргә йәки ергә күмергә була. Иң яҡшыһы, пәйғәмбәрҙәрҙе ерләгән һымаҡ, китапты ла күмергә кәрәк.

Ибне Ғәбидин «Әҙ-Ҙаһира» тигән китаптан киләһе һүҙҙәрҙе килтерә: «Изге Ҡөрьән, туҙыу арҡаһында, уҡырлыҡ хәлдә булмаһа, уны яҡмайҙар. Быға имам Мөхәммәд тә күрһәтмә биргән, беҙ уның фекеренә нигеҙләнәбеҙ. Ҡөрьәнде таҙа тауарға урап, ерҙә ләхет эшләргә, сөнки ябай соҡор ҡаҙылһа, ерҙе тура Ҡөрьәнгә һибергә кәрәк буласаҡ. Был әҙәпһеҙлек булып һанала. Әммә Ҡөрьәнде берәй нәмә менән ышыҡларға мөмкин. Әгәр ҙә Ҡөрьән биттәрендәге яҙыуҙарҙы һыу менән юйып булһа, шулай эшләргә кәрәк йәки шул уҡ иҫке хәлдә, әммә таҙа, саң һәм бысраҡ булмаған ерҙә, Аллаһтың һүҙенә ҡарата хөрмәт йөҙөнән һаҡларға була».

Өҫтә яҙылғандарҙан, иң яҡшыһы – Ҡөрьәнде таҙа ерҙә, килтерелгән ысул буйынса күмеү. («Әд-Дүрр үл-Мохтар»)

 

 

Әгәр ҙә ир ҡатынын үҙенең әсәһенә оҡшатыуын әйтһә, уларҙың мөнәсәбәте буйынса ниндәй хөкөм була?

Был осраҡта ирҙең ниәтенә иғтибар итергә кәрәк. Сөнки бындай һүҙҙәр кинәйә, йәғни аңлайышһыҙ һүҙбәйләнеш булып һанала.

Әгәр ҙә ир ҡатынын төҫ-башы йәки холҡо менән үҙенең әсәһенә оҡшатыуын белдерһә, был осраҡта уларҙың никахы боҙолмай.

Әгәр ҙә ул ҡатынына хөрмәт йөҙөнән ошо сағыштырыуҙы килтерһә, был осраҡта ла никахтары һаҡлана.

Әммә ул мыҫҡыллау мәғәнәһендә әйтелһә (Мәҫәлән: “Һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүек!”), был осраҡта шул ваҡыттан алып уның ҡатыны уға әсәһе кеүек хәрәм була башлай. Ул был һүҙҙәре өсөн йолом (искупление) үтәмәйенсә тороп, ҡатынына яҡынлай алмай.

Йоломдо үтәр өсөн ике ай буйы тотош ураҙа тотоу мотлаҡ. Әгәр ҙә ул быны үтәй алмаһа, уға алтмыш ярлыны ашатыу, йәки бер ярлыны алтмыш көн буйы ашатыу, йәки уларға аҡса менән түләү йөкмәтелә.

Әгәр ҙә ир ҡатынына ошо һүҙҙәр менән талаҡ бирергә ниәтләһә, был талаҡ булып һанала.

(«Хәшиәтү Тәхтәүи», «Әл-Лүбәб фи шәрх әл-Китаб»)

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...