ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡорбан салыуҙың әҙәптәре ниндәй?

Ҡорбан малын салған саҡта киләһе ҡәғиҙәләрҙе иҫтә тотоу яҡшы булыр:

1. Ҡорбанды һуя торған бысаҡ үткер булырға тейеш. Сөнки хайуанды салғанда уны ыҙалатырға, ныҡ ауыртыуҙар килтерергә ярамай.

2. Мал алдында бысаҡты үткерләргә кәрәкмәй.

3. Салыр алдынан, хайуанды ашатырға һәм эсерергә кәрәк.

4. Ҡорбан малын һуя торған урынға һөйрәтеп алып барырға ярамай.

5. Ҡорбан салыу башҡа хайуандар күрмәгән урында үткәрелергә тейеш.

6. Ҡаты һәм тупаҫ итеп малды ергә һалырға ярамай. Йомшаҡ һәм тыныс итеп ергә ятҡырыу яҡшы булыр.

7. Хайуандың өс аяғын бәйләү етәсәк.

8. Ергә ятҡырылған ҡорбанды шунда уҡ оҙаҡламай салырға кәрәк. Әммә башын өҙә сабыу тыйыла.

9. Хайуанды салғас, уның тартышыуы бөткәнен көтөргә кәрәк. Йәғни шунда уҡ тиреһен айырырға, башын ҡырҡырға ярамай.

10. Ҡорбан салғанда өс тапҡыр: «Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр, ләә иләһә илләллаһу Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр, үә лилләһилхәмд», − тиергә. Шунан: «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр», − тип, малды салырға кәрәк.

11. Ҡорбан салырға ниәтләгән кеше үҙе малды салһа, яҡшы буласаҡ, әммә ундай мөмкинлек булмаһа, был эште икенсе кешегә тапшырырға була. Һәм ҡорбан салған саҡта, эргәлә тороу хуплы булыр.

12. Хайуанды һул яҡ ҡабырғаһына, Ҡиблаға табан ҡаратып һалырға кәрәк.

Быйыл эшһеҙ ҡалыу сәбәпле, ҡорбан салырға әлегә мөмкинлегем юҡ. Был йоланы үтәр өсөн бурысҡа аҡса алырға буламы?

Әгәр кеше, үҙе мохтаж булыу сәбәпле, ҡорбан сала алмай икән, уға был йола фарыз түгел. Шуға күрә уға бурысҡа батыу кәрәкмәй.

Ҡорбан малының тиреһен нимә эшләтергә?

Тирене эшкәртеп, кәрәк әйбер яһарға мөмкин, мәҫәлән, намаҙлыҡ йәки сумка тектерергә була. Әммә ул тирене һатҡан аҡсаны ҡулланырға ярамай. Ул килемде саҙаҡа итеп таратыу үәжиб һанала. Шуға күрә тирене һатыр алдынан уҡ “саҙаҡа таратыр өсөн” тигән ниәт булырға тейеш.

Ҡорбан итен нисек итеп дөрөҫ таратырға?

Иң яҡшыһы − итте өс өлөшкә бүлеп таратырға кәрәк. Беренсе өлөш – ғаиләгеҙгә, икенсе өлөштө туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ араһында таратырға мөмкин, өсөнсө өлөштө фәҡирҙәр һәм мохтаждарға тәғәйен итегеҙ. Әгәр ҡорбан салыусы үҙе мохтаж йәки уның ғаиләһе ҙур икән, ул бөтөн итте үҙендә ҡалдыра ала. Ҡорбан итен сей көйөнсә лә һәм бешерелгән килеш тә кешегә таратырға була. Ҡорбан итен һатырға ярамай. Хайуандың тиреһен малды салған кешегә йәки итте эшкәртеүсегә эш хаҡы урынына тәҡдим итеү дөрөҫ булмай. Уларға айырым рәүештә хеҙмәт хаҡын түләргә кәрәк. Шулай уҡ итте, майҙы эш хаҡы урынына тәҡдим итмәҫкә.

Ҡорбан итен ашарға ярамаған саҡтар:

1. Хаж йәки ғүмра ваҡытында булған хаталарға кәффәрәт итеп салынған ҡорбандың итен ашарға ярамай.

2. Мәрхүм өсөн (уның васыяты буйынса) салынған ҡорбанды ашарға ярамай. Уның итен фәҡәт мохтаж һәм ярлы кешеләргә таратырға кәрәк.

(«Радд үл-Мөхтәр», «Әл-Фәтәүә әл-Һиндийә»)

Хайуанды салған саҡта, уның боғаҙынан сыҡҡан ҡан нәжес булып һаналамы?

Салған саҡта хайуандың тәненән ағып сыҡҡан бөтөн ҡан нәжес булып һанала. Ит араһында булған ҡан нәжес түгел. («Мәрәҡил Фәләх»)

Ғалимдар, Ҡорбан байрамында кәмселеге булмаған хайуанды ғына салырға кәрәк, тигәндәр. Бестерелгән хайуанды салырға мөмкинме?

Бестерелгән малды ҡорбан итеп салырға ярай.

Ҡайһы берәүҙәр, ҡорбанды кеше исеменә атап салыу дөрөҫ түгел, ите хәрәм була, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта радионан, мәйеткә атап ҡорбан салыу дөрөҫ, тип әйттеләр. Ҡайһы фекергә ышанырға?

Бер кем дә үҙенә ҡорбан салмай. Үҙ исеменән, Аллаһ ризалығы өсөн, тип салынырға тейеш. Мәҫәлән, «Һинең ризалығың өсөн, Аллаһ, ҡорбан боғаҙларға (салырға) ниәт ҡылдым. Мәхмүт Миңлеғәли улынан риза булып, ҡабул ҡыл», – тип ниәтләһәң, дөрөҫ була. Мәрхүм атайың исеменән, мәҫәлән, Миңлеғәли Сәйфулла улы исеменән, тип әйтергә була. Әммә, Миңлеғәли Сәйфулла исеменә тиһәң, йәки атайға тип салһаң, дөрөҫ булмай.

Ниндәй кешеләргә ҡорбан салыу үәжиб ғәмәл булып һанала?

Ул − сәфәрҙә булмаған һәм ҡорбан салырға мөмкинлеге булған мосолман кешеһенә үәжиб. Мөмкинлеге булған мосолман − ул, үҙенең һәм ғаиләһенең төп ихтыяждарынан тыш, зәкәт түләнә торған мөлкәте булған кеше.

Мосолман булмаған кешеләрҙе ҡорбан итенән ауыҙ иттерергә буламы?

«Әл-Фәтәүә әл-Һиндийә» китабында, ҡорбан итен бай, ярлы, мосолман һәм мосолман булмағандарға бирергә була, тип яҙылған.

Ҡорбан ниәтләгәндә мәрхүмдәрҙе өлөшкә индерергә яраймы? Миҫал өсөн, алты кеше бер һыйырҙы ҡорбан итеп салырға ниәтләнеләр. Етенсе кеше табылмағас, мәрхүмде өлөшкә алырға булдылар.

«Кәүҫәр» сүрәһендә лә, хәҙистәрҙә лә үлгәндәрҙе ҡорбанға өлөшкә индереү тураһында һүҙ юҡ. Сөнки үлгәндән һуң мәйеттең өҫтөнән бөтә вазифалар төшә. Әгәр мәрхүм, үҙе иҫән саҡта ҡорбан ниәтләп, аҡса әҙерләп, берәйһенә васыят әйтеп ҡалдырған булһа, уны ҡорбан өлөшөнә индерергә була. Был осраҡта васыятты башҡарыусы мәрхүмдең ҡорбан итен тулыһынса таратырға тейеш.

Хайуанды һуйғандан һуң уның һөйәк араһындағы ҡандың ҡуйырығы нәжес булып һаналамы?

Шәриғәт буйынса салынған хайуандың итендәге һәм ҡан тамырҙарындағы ҡаны нәжес булып иҫәпләнмәй. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...