ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Зәкәт түләгән саҡта, уны тик бер кешегә генә тапшырырғамы, әллә бер нисә мохтаж кешегә бүлеп бирергәме?

Ҡөрьән буйынса зәкәтте кемдәргә бирергә мөмкин, шул категорияға ингәндәргә бүлеп бирергә була. Шулай уҡ улар араһынан тик берәүһенә генә бөтөн сумманы тапшырырға була («Әд-Дүрр-үл-Мөхтәр»).

Хайуандарҙы бестерергә яраймы?

Имам Ғәләүетдин әл-Хәскәфи үҙенең «ӘдДүрр-үл-Мөхтәр» китабында былай тип яҙа: «Хайуандарҙы һәм хатта бесәйҙе лә бестерергә мөмкин... Әммә, ғалимдар фекеренсә, быны үтәү нигеҙле булырға тейеш, йәғни, бестереүҙән файҙа булһа ғына. Файҙаһы булмаһа, тыйыла». Әл-Хәскәфиҙең был һүҙҙәренә ҡарата Ибне Ғәбидин үҙенең аңлатмаларында былай тип яҙа: «Әл-Хәскәфиҙең ғалимдарҙың ҡарары тураһындағы һүҙҙәрендә, хайуанды һимертеү (был осраҡта ашарға мөмкин булған хайуандар тураһында һүҙ бара) йәки уның уҫаллығын (агрессияһын) кәметер өсөн генә бестерергә мөмкин».

Зәкәтте ата-әсәләре айырылышҡан балаларға бирергә мөмкинме? Аталары уларға ярҙам итмәй.

Әгәр ул бәлиғ булмаған балаларҙың аталары бай икән (зәкәт түләрлек нисәбкә етерлек мөлкәте бар, тигәнде аңлата), ул осраҡта уларға зәкәт түләнмәй (хатта аталары уларға ярҙам итмәһә лә). Әгәр малайҙар бәлиғ икән, аталары бай булһа ла, зәкәтте уларға бирергә мөмкин. Бай атаның бәлиғ булған ҡыҙына зәкәт биреү буйынса ғалимдар араһында фекер айырымлыҡтары бар. Әгәр аталары ярлы булһа, уның балаларына (малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла) һәм бәлиғ булған балаларына ла зәкәтте бирергә мөмкин. Шулай уҡ ул балалар үҙҙәре бай булмаҫҡа тейештәр. Ә уларҙың әсәләренең байлығы күҙ уңында тотолмай һәм һаналмай («Дүрәр әлХүккәм», «Радд әл-Мөхтәр»).

Билдәле булыуынса, мосолмандарға алтындан йәки көмөштән эшләнгән һауыт-һаба менән файҙаланырға ярамай. Ә өйҙә уларҙы һаҡларға рөхсәт ителәме?

Ундай һауыттарҙы өйҙә матурлыҡ өсөн генә һаҡларға була. Бында тыйыу юҡ. Уларҙы ҡулланырға ғына ярамай («Фәтәүә Һиндиә»).

«Кем ҡояш байыр алдынан үтәлә торған фарыз намаҙ (“икенде”намаҙы) алдынан дүрт рәҡәғәт намаҙ үтәй, уға тамуҡ уты ҡағылмаҫ», – тип хәҙистә әйтелгән (әт-Тәбәрани)

Ғалимдар фекеренсә, дүрт һәм ике рәҡәғәт итеп тә уҡырға мөмкин. Быға Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ килгән риүәйәттәр дәлил булып тора.

Ҡәйнәгә “әсәй” тип әйтергә яраймы?

«Сәхих Мөслим» китабында былай тип аңлатма бирелә: «Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ : “Әй, минең улым”, − тип Әнәс менән Мөғирәткә өндәшеүе үҙеңдән кесе кешегә, “әй, минең улым”, “әй, минең балам”, тип өндәшергә мөмкин икәнлеккә дәлил булып тора. Был һүҙҙәрҙең маҡсаты – яғымлылыҡты, изгелекте, шәфҡәтлелекте күрһәтеү (мәғәнәһе: “һин миңә үҙ балам һымаҡ яҡынһың”). Бынан тыш, үҙеңдән кесегә йәки йәштәшеңә, “эй ҡәрҙәшем (брат) ”, тип өндәшеүҙең дә маҡсаты шул». Һығымта: Өҫтә яҙылғандан шундай фекергә килергә мөмкин: үҙеңдән кесе кешегә, “әй, минең улым”, “әй, минең балам”, тип әйтеү рөхсәт ителгәнгә күрә, ҡәйнәгә лә, “әсәй”, тип өндәшергә була.

Ир кешенең ҡолаҡ йомшағына (мочки) тиклем сәс үҫтереүе сөннәт булып һаналамы?

Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәсе ҡолаҡ йомшағына, ҡайһы саҡта елкәһенә тиклем дә еткән. Имам әл-Хатыб әл-Бәғдәди «Әл-Фәҡих үә әл-Мүтәфәҡҡих» тигән китабында: «Пәйғәмбәребеҙҙең ғибәҙәт булып һаналған һәм ғибәҙәткә инмәгән ғәмәлдәре булған. Әгәр берәй ғәмәл ғибәҙәткә инмәһә, ул рөхсәт ителгән булып һанала», − тип яҙа.

Һығымта: Ирҙәр өсөн сәсте үҫтереү сөннәт булып һаналмай, ул рөхсәт ителгән ғәмәлдәргә инә. Шуға күрә һеҙ, мотлаҡ рәүештә ҡайҙа йәшәүегеҙгә ҡарап, урындағы ғәҙәткә ярашлы, сәсегеҙҙе башҡа ирҙәрҙеке кеүек йыйнаҡ итеп, бөхтә ҡиәфәттә йөрөргә тейешһегеҙ.

Әгәр намаҙҙы тамамлаған саҡта мосолман(«әс» артиклен төшөрөп ҡалдырып), «сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһ», тип әйтһә, уның намаҙы дөрөҫ буламы?

Намаҙ үтәүсе, «сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһ», тип әйтһә лә, намаҙы ысын иҫәпләнә. Әммә «әс» артиклен төшөрөп ҡалдырыу сөннәтте ҡалдырыуҙы аңлата. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ намаҙын: «Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһ», − тип тамамлаған («Дүрәр әлХүккәм»).

Әгәр берәй әйбер һатһаң, йәки һатып алһаң, мотлаҡ: «Мин һаттым» йәки «Мин һатып алдым», − тигән һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк, тип ишеткәйнем. Ошо фекер дөрөҫмө?

Ул һүҙҙәрҙе әйтеү мотлаҡ түгел. Әгәр һатыусы үҙенең әйберен һатып алыусыға биреп, унан аҡса алып, ике яҡ та бының һатып-алыу акты икәнен аңлап эш итәләр икән, өҫтәге һүҙҙәрҙе әйтмәһәләр ҙә, был килешеү булып һанала. Сөнки был осраҡта ике яҡ та килешеүгә риза («Әл-Лүбәб фи шәрх әл-Китаб»).

Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса ниндәй диңгеҙ хайуандарын ашарға мөмкин? Ыуылдырыҡты (икра) ашарға яраймы?

Диңгеҙ хайуандары араһынан тик балыҡтарҙы ғына ашарға була. Әгәр ҙә балыҡ һыуҙа һеҙгә билдәһеҙ сәбәп арҡаһында үлеп, һыу өҫтөнә эс яғы менән ҡалҡһа, уны ашарға ярамай. Әгәр балыҡ арҡаһы менән һыу өҫтөнә ҡалҡһа, ашарға була. Балыҡтарҙың ғына ыуылдырығын ашарға мөмкин. Башҡа диңгеҙ хайуандарының ыуылдырыҡтарын ашау тыйыла («Радд әлМөхтәр»).

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...