ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ауырлы ҡатынға әйтелгән талаҡ ысынмы?

Эйе, бындай айырылышыу ысын була. Әммә ошоға бәйле бөтә һорауҙар буйынса дин белгесе менән кәңәшләшергә кәрәк. Сөнки һәр осраҡ айырым ҡаралырға тейеш. («Лүбәб»).

 

 

Ябығыр өсөн махсус һабын ҡулланырға яраймы?

Һаулығыбыҙға зыян итмәһә, йә ғәүрәтебеҙ ят кешеләр алдында асылмаһа, физик күнекмәләр менән ябығыуҙың бер зарары юҡ. Әгәр ҙә һеҙ әйткән һабында сәләмәтлеккә зыян килтергән йә нәжес кеүек ярамаған компоненттар юҡ икән, уны һис ҡурҡыуһыҙ ҡулланырға ярай. Һәм, киреһенсә – составында бысраҡ матдәләр булһа, һаулыҡҡа насар тәьҫир итһә – ҡулланыу тыйыла.

 

 

Үҙем өсөн генә хушбуй ҡулланырға яраймы?

Өйҙә булғанда, ҡатын-ҡыҙ хушбуй ҡуллана ала. Әммә урамға сығыр алдынан һөртөргә ярамай. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән, тип хәбәр ителә: «Ниндәй ҙә булһа ҡатын-ҡыҙ хушбуй һөртөп тышҡа сыға һәм ирҙәр янынан, минең хушбуйымдың еҫен тойһондар, тип үтә икән, ысынында, ул ҡатын-ҡыҙ – зина ҡылыусы». Ибне Хүзәймәт үҙенең «Сәхих»ендә бер ҡатындың хуш еҫле майҙар менән һөртөнөп, Әбү Һөрәйрә янынан үтеүе тураһында яҙа. Тегеһе уны, туҡтатып: «Йә Өммөжәббәр, ҡайҙа юл тотаһың?» – тип һораған. «Мәсеткә китеп барам», – тип яуаплаған был ҡатын. «Һәм шуның өсөн үҙеңә хушбуй һөрттөңмө?» – тип һораған сәхәбә ыңғай яуап ишетә. Әбү Һөрәйрә шундуҡ был ҡатынды өйөнә йыуынырға ҡайтарып ебәрә: «Хуш еҫле майҙар һөртөп мәсеткә юлланған ҡатындың намаҙын, өйөнә ҡайтып, хуш еҫтәрҙе йыуып төшөргәнгә ҡәҙәр, Аллаһу Тәғәлә ҡабул итмәй», – тигән (Ибне Хүзәймәт «Сәхих»е).

 

 

Исламда төрлө ырым-юрауҙарға ышаныу тыйыла. Шулай булғас, ни өсөн йома көндө юлға сығырға кәңәш ителмәй?

Ысынлап та, ислам динендә хөрәфәткә урын юҡ. Диндарҙар бөтә эшендә лә тик Ғаләмдәр Хужаһына һыйына, тәүәккәл итә. Төрлө ырымдарға артыҡ иғтибар бирергә, бөтә нимәнән шикләнергә, насарлыҡ күрергә ярамай. Сөнки бөтә нәмә – яҡшыһы ла, насары ла – Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнән! Ә йома көндө сәфәргә сығыуҙан тыйыу бөтөнләй икенсе нәмәне аңлата, башҡа мәғәнәгә эйә. Изге көндә юлға сыҡҡан кешенең йома намаҙынан мәхрүм булып ҡалыуы бар, тигән хәстәрләү ята был тыйыу асылында. Әммә юл ыңғайы йома намаҙы уҡыла торған ергә барып етеү мөмкинлеге булғанда, сәфәргә сығыу тыйылмай. («Дүрарул-Мөхтәр»)

 

 

Никахлашыуҙан һуң ҡатынымдың ниндәй туғандары минең өсөн мәхрәмгә әйләнә?

Мәхрәм ғәрәпсәнән туған тип тәржемә ителә. Ә туған кешегә өйләнергә ярамай. Мәҫәлән, өйләнгәндән һуң, ҡатынымдың әсәһе, йәғни ҡәйнәм, мәхрәмгә әйләнә. Шулай уҡ кәләшемдең ҡайһы туғандары минең өсөн мәхрәм була? Ир кеше йәрәшкән ҡатыны менән енси мөнәсәбәткә кереп өлгөрһә, хәләл ефетенең ҡыҙы, йәғни был ир кешегә үгәй ҡыҙы ла мәхрәм була. Шулай уҡ атайҙың ҡатыны (үгәй әсә) һәм улдың ҡатыны (килен) ошо исемлеккә инә.

Кейәүгә сыҡҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙ өсөн иренең атаһы (йәғни ҡайныһы) һәм улы (ҡатын өсөн үгәй улы) мәхрәм була. Шулай уҡ ошо төркөмгә әсәһенең ире, йәғни, уның өсөн үгәй атаһы, ҡыҙының ире, йәғни, был ҡатындың кейәүе инә. Әгәр ҙә ғаиләнең элекке никахтарҙан балалары, мәҫәлән, ирҙең – улы, ҡатындың ҡыҙы бар икән, улар яҡын туғандар була алмай, йәғни был йәштәр бер-береһенә мәхрәм булып һаналмай, тимәк, уларҙың бер-береһе менән никахҡа инергә хоҡуғы бар.(«Дүрарүл-Мөхтәр»)

 

 

Ирем менән минең араны нисек көйләргә икән?

Һәр ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәт − үҙенсә. Иң яҡшыһы – дингә таянғаны. «Был донъя ваҡытлыса ғына, ә унда иң яҡшыһы – диндар ҡатын (Мөслим)» тигән хәҙисте күбеһе белә. Шуны иҫтә тотоп, ирегеҙ өсөн иң яҡшы ҡатын булырға тырышығыҙ. Иптәшегеҙҙең ниндәйҙер яғы күңелегеҙгә ятмаһа, уның менән тиктомалдан бәхәсләшкегеҙ килеп торһа, ҡыҙыу мәлдә эште боҙоп ҡуймаҫ борон, тынысланығыҙ һәм уның, ысынлап та, ғәйеплеме-юҡмы икәнлеген уйлап ҡарағыҙ. Бәлки, һеҙ иптәшегеҙҙең был ҡылығының асылына төшөнә алмайһығыҙҙыр, һәм мәсьәләне тап шулай хәл итеүҙең хилафлығы юҡтыр. Ғаләмдәр Хужаһының Ризалығына ирешер өсөн арағыҙҙы боҙорға юл ҡуймағыҙ. Был икегеҙгә лә ҡағыла.

 

 

Ғалимдар һәр сығышында, беҙ Аллаһҡа табыныр (ғибәҙәт) өсөн генә яратылғанбыҙ, тиҙәр. Зинһар, быны аңлатып китегеҙ әле. Был донъяла беҙ тик ғибәҙәт ҡылырға тейешбеҙме ни?

Был һүҙҙәрҙә һәр беребеҙ өсөн ҙур хикмәт һәм файҙа бар. Ғибәҙәткә торошло ҡылыҡ-ғәмәлебеҙҙең асылында дөрөҫ ниәт ята. Мәҫәлән, кемдер эштән ҡайтышлай балаларына уйынсыҡтар алып ҡайта йәки ғаиләһен берәй матур ергә ял итергә алып бара һәм башҡалар. Барыһы ла ниәттән тора, ниәттән башҡа ғибәҙәт ҡабул ителмәй. Мәҫәлән, инсан, ғаиләһе бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн, хәләл кәсеп ярҙамында ризыҡ таба, мал көтә, ярҙам итә, ҡунаҡҡа саҡыра. Шуға күрә ғибәҙәт – ул намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү һәм хаж ҡылыу ғына түгел. Ул – мохтаждарға ярҙам итеү ҙә, хәйер-саҙаҡа өләшеү ҙә, туған-тыумаса, тирә-янда йәшәгән күршеләр менән татыу тормош алып барыу ҙа, гүзәл холоҡҡа эйә булыу ҙа һәм башҡалар.

 

 

Әгәр кешенең ҡулына гипс һалынған булһа, нисек тәһәрәт алырға?

Бындай осраҡта, ҡулды йыуырға сират етһә, гипслы урынға мәсех ҡылына, йәғни еүеш ҡул менән һыпырыла. Ошолай итеп таҙарынғандан һуң, гипсты сисергә тура килһә, ауыртҡан йә яраланған ерең төҙәлмәгән булһа, тәһәрәт боҙолмай. Гипс яраң төҙәлеп бөткәндән һуң алынһа, тәһәрәт боҙола. Шулай итеп, тәһәрәтләнергә тейеш ағзаларҙа гипс булған урындарҙы мәсехләү етә. («Лүбәб»)

 

 

Имам йома намаҙы алдынан хөтбә уҡығанда доға ҡылһа, беҙгә ҡулдарҙы күтәрергә кәрәкме?

Йома намаҙы алдынан имам хөтбәһендә доға ҡылһа, тыңлаусыларға, ҡулдарын күтәреп, ишетерлек итеп «әмин» тип әйтергә рөхсәт ителмәй. Был шулай уҡ, вәғәз һөйләгән ваҡытта салауат әйтеп, Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ исемен телгә алыуға ла ҡағыла. Был осраҡта салауатты ҡысҡырып түгел, эстән, йөрәк менән уҡыйҙар. («Хәшийәтү ибне Ғәбидин»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...