ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы?

Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә «әмин» тиегеҙ. Әгәр ҙә «әмин» тиеүебеҙ фәрештәләрҙеке менән тап килһә, Аллаһу Тәғәлә ғибәҙәт ҡылыусыларҙың бар гонаһтарын ғәфү итер» (әл-Бохари). Был хәҙис буйынса «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» тип әйтеү сөннәт-мөәккәдә (көслө сөннәт) һанала. Ул һүҙҙе шыбырлап йәки асыҡ итеп әйтеүгә ҡарата ғалимдар бер төрлө генә фекерҙә түгел, ике төрлө фекер бар. Дүрт мәҙһәбтең имамдары ла бер тауыштан был һүҙҙе әйтергә рөхсәт иткән. Әммә беҙҙең мәҙһәбтә «әмин»де шымыраҡ әйтергә кәрәк. («Фикһүл Ислам»)

 

 

 

Ҡыҫҡа ваҡытлы көндөҙгө йоҡо (ҡайлүлә) тураһында аңлатһағыҙ ине. Сөннәт буйынса ҡайһы мәлдә (өйләгә тиклемме, өйләнән һуңмы) серем итеп алырға кәрәк?

Көндөҙ йоҡлап алыу – Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәте, ул уны “ҡайлүлә” тип атаған. Хәҙистәрҙең береһендә Аллаһ Рәсүле ﷺ сәхәбәләренә: «Төшкө аштан һуң йоҡлап алығыҙ, сөнки ошо ваҡытта иблес йоҡламай» («Мүғжәм әл-Әүсәт»).

Ҡайлүлә – төш ваҡытындағы йоҡо, шуға күрә өйләгә тиклем дә, өйләнән һуң да йоҡларға мөмкин.

Әммә йома көнөндә сәхәбәләр был сөннәтте йома намаҙынан һуң үтәгән. Ошо турала Әнәстән тапшырылған хәҙистә былай тип әйтелгән: «Беҙ төштән һуң, йома намаҙын уҡығас ҡына серем итеп ала торғайныҡ» (әл-Бохари). («Әл-Фәтәүә әл-Һиндиә»)

 

 

 

Йоҡлағанда, енси теләк ҡабынып, уянып киткәндә, ундай теләк (шәһүәт) булмаһа, һәм ағзаларыңдан бер нәмә лә бүленеп сыҡмаған булһа, ғөсөл алырға кәрәкме?

Әгәр ҙә бер ниндәй ҙә бүлендек сыҡмаған икән, ғөсөлләнергә кәрәкмәй. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Намаҙ уҡығанда ҡайҙа ҡарарға кәрәк?

Ҡыямда (баҫып торғанда һәм Ҡөрьән уҡығанда) – намаҙлыҡҡа, сәждә урынына (маңлай тейгән ергә), рөкүғтә (ярым бөгөлгәндә) – аяҡ баштарына, сәждәлә – танау осона, «Әт-тәхиәт» ултырышында –алдыңа, тубыҡ тирәһенә генә, сәләм биргәндә, тәүҙә уңға, шунан һулға боролоп, иң баштарына ғына ҡарап тороу тейешлелер. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Биш ваҡыт фарыз намаҙымды имам артынан йәмәғәт менән уҡығанда, «Әл-Фәтиха» менән икенсе сүрәне уҡырға тейешменме, әллә юҡмы?

Намаҙҙа имамға ойоғанда, имам Ҡөрьән аятарын уҡығанда, беҙ уҡымайбыҙ, өндәшмәй генә баҫып торабыҙ. Был изге Ҡөрьәндең киләһе аятына нигеҙләнә (мәғәнәһе): «Ҡөрьән уҡылғанда, бер тауышһыҙ тыңлағыҙ: һеҙ Аллаһтың ярлыҡауына юлығырһығыҙ» («Әғрәф» сүрәһе, 204-се аят). Әбү Муса әл-Әшәри еткергән хәҙистә лә быға дәлил бар: «Имам Ҡөрьән уҡығанда, өндәшмәгеҙ. Ул ултырһа, һеҙгә уҡырға кәрәкле беренсе нәмә – "Әт-Тәхиәт"» (Ибне Мәджә). Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡығанда, имамға ойоп уҡыусыларҙы мәғмүм тиҙәр, һәм имамға ойоусы «Әл-Фәтиха» менән унан һуң ҡушып уҡый торған сүрәләрҙе уҡымаҫ (тыңлап торор), унан башҡа намаҙҙың бер зекерен лә ҡалдырмайса уҡыр, бары имам «Сәмиғәллааһү лимән хәмидәһ» тигәндә, «Раббәнә ләкәл хәмд» тип кенә әйтер. Тәкбирҙәрҙе имамдан алдан әйтмәҫ, эйәреп кенә әйтер. («Дүрарул Мөхтәр»)

 

 

 

Әгәр күрем бүлендектәре ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ барһа, нисек намаҙ уҡырға?

Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың күрем ваҡыты ете көн дауам итә икән, ошо ваҡыт уҙғас, ул ғөсөлләнеп, һәр намаҙға тәһәрәт алып, намаҙҙарын дауам итә. Әгәр ҙә хәйез (күреме) туҡтамай, оҙағыраҡ барһа, ун көнгә тиклем дауам итһә, тимәк, билгеле булған күрем ваҡыты үҙгәргән, оҙайған. Әгәр ҙә ун көндән һуң да ҡан бүлендектәре күренһә, был ниндәйҙер сиргә бәйле истихаҙаны аңлата, был осраҡта уға, ғөсөл ҡойоноп, намаҙҙарын уҡый башларға кәрәк. Шулай уҡ был ҡатынға ете көндән (уның өсөн ғәҙәти күрем ваҡытынан) ашып киткән көндәрҙә ҡалдырған намаҙҙарына ҡаза ҡылырға кәрәк. («Дурар Хуккам»)

 

 

 

Атай-әсәйем минең аҡсамды үҙҙәренә тотондо. Был аҡсаны улар миңә ҡайтарырға тейешме?

Юҡ, атай-әсәйегеҙ тотонған аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш түгел, һәм һеҙгә был турала һүҙ ҡуҙғатырға кәрәкмәй. Әммә яҡындарының шәхси милкенә килгәндә, ата-әсәләргә, балаларының рөхсәтен алмайынса тороп, милекте һатып ебәреү тыйыла. («Әт-Тәсһил әд-дарури»)

 

 

 

Ир ҡатынына аҡса бирмәй, ҡатын үҙенә кәрәк әйберҙе үҙ аҡсаһына ала һәм, күпмелер ваҡыт үткәс, үҙенә тотонған аҡсаның күләмен иренән талап итә башлай. Был осраҡта ир кеше ҡатынына аҡса бирергә тейешме?

Был турала алдан һөйләшеп ҡуйылған булһа, ҡайтара, юҡ икән, ҡайтармай. Мәҫәлән, ҡатыны иренә: «Аҡсаң булмағанда, үҙемдекен тотоноп торормон да, аҙаҡ миңә ҡайтарырһың», – тигәндә, хәләл ефете ризалашҡан булһа, был осраҡта ғаилә башлығы хәләл ефетенең бөтә сығымдарын ҡапларға тейеш. («Әт-Тәсһил әд-дарури»)

 

 

 

«Әт-Тәхиәт»те уҡығанда, бармаҡты нисек дөрөҫ күтәрергә?

«Әт-Тәхиәт» доғаһын уҡығанда, ҡулдарҙы тубыҡтарға яҡыныраҡ бот өҫтөнә ҡуйып, бармаҡтар ҡибла тарафына йүнәлтелә. «Кәлимәи шәһәҙәт»кә еткәс, «ләә иләәһә» һүҙҙәрен әйткәндә, һуҡ бармаҡты күтәреп, өҫкә ҡаратабыҙ ҙа «илләЛлааһ» тигәндә – төшөрәбеҙ. Ҡалған бармаҡтар баштан аҙағынаса шул килеш ҡала. Әгәр ҙә кеше был сөннәтте дөрөҫ үтәй белмәһә, «Әт-Тәхиәт» доғаһын уҡып бөткәнсе, бармаҡтарын ҡыбырҙатмаһын. («Дурарул Мөхтәр»)

 

 

 

Ҡатын-ҡыҙға сиүәк ҡулланырға рөхсәт ителәме?

Эйе, рөхсәт ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың теш ҡыуышлығы ярайһы уҡ нескә, шуның өсөн уларға сиүәк ботағын да, шуның тәме ҡушылған һағыҙҙы ла ҡулланырға ярай. Ике осраҡта ла үҙегеҙгә ҙур сауап алаһығыҙ. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...