ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙ ҡылғанда ятлап өлгөрмәгән доға һәм сүрәләрҙе китаптан ҡарап уҡырға яраймы? Ундай намаҙ дөрөҫ буламы?

Әбү Хәнифә рәхимуллаһ фекере буйынса, әгәр кеше намаҙҙа саҡта, сүрәне яттан белмәгәнлектән, Ҡөрьән китабынан йәки ҡағыҙҙан ҡарап уҡый икән, уның намаҙы боҙола. Намаҙҙағы бер сүрәне лә йәки уның ниндәйҙер бер өлөшөн яттан белмәү сәбәпле, китапҡа ҡарап уҡый икән кеше – күп ҡараймы ул, аҙ ғына ҡарап уҡыймы, имам булараҡмы йәки имам артынан эйәреп уҡыймы – барыбер намаҙы боҙола.

Бының сәбәбе шунда, намаҙ – ул ғибәҙәт. Белмәгән нәмәне ҡарап уҡыу ул икенсе кешенән өйрәнеү барышы һымаҡ килеп сыға. Тик бер осраҡта ғына намаҙ боҙолмай – әгәр кеше, Ҡөрьәндән кәрәкле сүрәләрҙе яттан белгән хәлдә, намаҙ ваҡытында ҡағыҙға ҡарай икән, ул ятлаған сүрәләргә таяныусы булып һанала, ә ҡағыҙҙан уҡыусы түгел. Әбү Хәнифәнең уҡыусылары Әбү Йософ менән Мөхәммәт, ҡағыҙҙан уҡыу намаҙҙы боҙмай, әммә мәкрүһ ғәмәл, тип иҫәпләгәндәр. («Радд үлМөхтәр»).

Шуға күрә, иң яҡшыһы: намаҙҙа фарыз булып һаналған кәрәкле аяттарҙы ятлау. Кәмендә өс ҡыҫҡа йәки бер оҙон аят. Уның өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Мәҫәлән, «Фатиха» сүрәһенең өс аятын яттан белеү етә. Ҡалған аяттарҙы намаҙҙа уҡыу – үәжиб,фарыз түгел. Тәшәһһүд ваҡытында «Әттәхийәт» доғаһын уҡырлыҡ ваҡыттың үткәнен көтөп ултырырға мөмкин. Намаҙ булып һаналһын өсөн ошо етә. Шулай итеп, кәрәкле үәжиб доғаларҙы һәм сүрәләрҙе ятлағансы, мосолман намаҙҙы юғарыла тәҡдим ителгән ысул буйынса үтәй ала.

Христиан динендәге туғандарға нисек тәғзиә килтерергә мөмкин?

«Ҡайғығыҙ менән уртаҡлашам», – тип әйтергә мөмкин.

Атаһының йәне улына күсә аламы? Әгәр күсһә, нимә эшләргә?

Юҡ. Йәндәр башҡа кешеләргә күсә алмай.

Намаҙҙа өҫтәмә сүрә алдынан «Бисмилләһ» («Бисмилләһи ррахмани ррахим») һүҙен әйтеү буйынса ниндәй хөкөм бар?

Бөтөн мәҙһәб ғалимдары фекеренсә, намаҙҙа өҫтәлмә сүрә алдынан «Бисмилләһ»те уҡырға ярай. Был кәрәһәт (тыйылған йәки шелтәле) ғәмәл түгел. Әммә ул сөннәт булып һаналамы? Ҡайһы бер ғалимдар эйе, тип, икенселәре юҡ, тип иҫәпләй. Әбү Хәнифә рәхимуллаһ фекере буйынса, өҫтәлмә сүрә алдынан «Бисмилләһ»те уҡыу яҡшы ғәмәл, тиелгән «Әз-Заһира» һәм «Әл-Муджтаба» китаптарында. Уның менән әл-Камал ибне әлХумам һәм уның уҡыусыһы әл-Хәләби ризалаша. Сөнки ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә «Бисмилләһ» һәр сүрәнең өлөшө булып һанала. Был турала «Әл-Бахр» китабында яҙылған. («Радд үл-Мөхтәр»)

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса йыланбалыҡ менән йәйен балыҡтарын ашарға яраймы?

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса һыуҙа йәшәгән хайуандар араһынан тик балыҡтарҙы ғына ашарға мөмкин. Тәңкәләре бармы-юҡмы, һәр балыҡты ашарға мөмкин. Йыланбалыҡ балыҡ булып һанала. Тимәк, уны ашарға була. Был турала «Любаб фи шәрх ил-Китаб»ында яҙылған. Шул уҡ хөкөм йәйен балығына ҡағыла.

Армияла, “ҡоро паек” таратҡанда, быҡтырылған һыйыр ите бирәләр. Уны ашарға буламы? Һәм шундай быҡтырманы мосолман мосолманға һата икән, нимә эшләргә? Ололар уны, ите йомшаҡ, ашарға ла, әҙерләргә лә яйлы, тип ала. Был осраҡта һатыусы яуаплымы? Ҡиәмәт көнөндә ул яуап бирәсәкме?

Һыйыр итенән быҡтырылһа ла, ул аҙыҡты ашарға ярамай. Сөнки ул шәриғәт буйынса салынмаған. Тимәк, хәләл ит түгел. Һәр мосолман был турала белергә тейеш. Шуға күрә яуаплылыҡ һәр мөьминдә буласаҡ. Һатыусы ла, әлбиттә, хәрәм менән һатыу иткәне, бигерәк тә хәрәм итте хәләл тип һатҡаны өсөн яуап бирәсәк.

Әгәр кеше, намаҙҙы үтәргә кәрәк икәнен белә тороп, уны үтәмәһә, ул кеше кафырға әйләнәме? Ул намаҙ уҡыу фарыз икәнен инҡар итмәй, әммә уға намаҙ ваҡыты тураһында әйтһәң, йөҙ сәбәп (йоҡо килә, оноттом, ваҡыт юҡ һ.б сәбәптәр) табып, уны үтәмәй.

Әгәр кеше намаҙҙың фарыз икәнен аңлай, әммә уны үтәмәй икән – ул фасиҡ, йәғни гонаһлы. Уға, тәүбә ҡылып, намаҙға баҫырға тәҡдим ителә. Әгәр кеше намаҙҙы үтәргә кәрәклекте инҡар итһә, ул кафырға әйләнә. Сөнки ул хәләлде хәрәм һәм хәрәмде хәләл тип иҫәпләй. Ә Аллаһу Тәғәлә бит Ҡөрьәндең күп кенә аяттарында мосолмандарға намаҙ уҡырға бойорған.

Хайуанды һуйғандан һуң уның һөйәк араһындағы ҡандың ҡуйырығы нәжес булып һаналамы?

Шәриғәт буйынса салынған хайуандың итендәге һәм ҡан тамырҙарындағы ҡаны нәжес булып һаналмай («Мәрәҡ әл-Фәләх»).

Ҡайһы берәүҙәр, яңы тыуған һарыҡ бәрәсен салып, уның тиреһенән папаха эшләйҙәр. Ә быуаҙ һарыҡты шул уҡ маҡсат менән салырға буламы?

Яңы тыуған бәрәсте салып, уның тиреһенән папаха эшләргә була. Әбү Хәнифә рәхимуллаһ фекере буйынса, быуаҙ һарыҡты салыу мәкрүһ булып һанала. Сөнки был уның ҡарынындағы бәрәстең үлеменә сәбәпсе була. Йәғни, быуаҙ һарыҡты салыу уның ҡарынындағы бәрәсен дә салыуға тиң булмай. Тыуып өлгөрмәгән бәрәс үләкһә булып һаналасаҡ. Шуға күрә уның ите хәрәмгә әйләнә («Әд-Дурр үл-Мөхтәр», «Әл-Фәтәүә әл-Һинди»).

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...