Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Әгәр ҙә ҡатын иренә, һин минең ирем түгел, тип әйтһә, никах боҙоламы?

Ҡатын кеше айырылышыу тураһын ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәһен, улар никахҡа бер нисек тә тәьҫир итмәйҙәр. Айырылышыу өсөн ир яуап бирә.

Ә ҡатындарға айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыр урынына, сабырлы һәм аҡыллы булырға тәҡдим итәбеҙ. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ҡатынға мөрәжәғәт итеп, былай тип әйткән: «Иреңә ниндәй мөнәсәбәттә булыуыңа иғтибар ит, сөнки ул һинең Ожмахың йәки һинең Тамуғың» (Әхмәд).

 

Намаҙын даими уҡымаған мосолман тарафынан салынған итте ашарға яраймы?

Әгәр ҙә Аллаһҡа ышанған кеше намаҙҙарҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк икәнлеген аңлап ҡабул итһә, әммә үҙенең ялҡаулығы йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында уларҙы үтәмәһә, ул ҙур гонаһ ҡылыусы булып һанала. Әммә ул диндән сыҡмай. Шулай булғас, ул кеше «бисмилләһ» әйтеп салған ит хәләл булып һанала. Әгәр ҙә ул махсус рәүештә Аллаһ исемен әйтмәй малды һуйһа, ул ит хәрәм була. Әгәр ҙә онотоп «бисмилләһ» тип әйтмәһә, ит хәләл була.

Ә инде кеше намаҙҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк икәнлеген инҡар итһә, ул Аллаһ ҡушыуына ҡаршы килеүсе булып сыға, һәм шуның өсөн ул диндән сыға. Шуға күрә ул салған итте ашарға ярамай. (Ибне Ғәбидин)

 

Намаҙ уҡығанда, күҙҙе йоморға буламы?

Күҙҙәрҙе йомоп намаҙ уҡыу мәкрүһ (хупланмай), сөнки намаҙҙа кешенең һәр ағзаһының тәғәйенләнеше бар. Намаҙ үтәүсе күҙҙәрен йомһа, ул уларҙы шул вазифанан, йәғни намаҙҙа ҡатнашыу бәхетенән мәхрүм итә.

Әгәр ҙә намаҙ үтәгән саҡта, кеше нимәгәлер албырғап, иғтибарын намаҙға туплай алмай икән, ул саҡта күҙҙе йоморға мөмкин. Сир арҡаһында һәм башҡа кисерерлек сәбәп булһа, намаҙ уҡығанда күҙҙәрҙе йоморға була. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

Әгәр сүрәне йәки доғаны яттан белмәү сәбәпле, ҡағыҙҙан йәки китаптан ҡарап уҡыһаң, намаҙ ҡабул буламы?

Әгәр намаҙ ваҡытында кеше китаптан йәки ҡағыҙҙан ҡарап уҡый икән, намаҙ боҙола. Бында айырма юҡ − ул бер һүҙҙе генә уҡыймы йәки сүрәнеме, шулай уҡ ул намаҙҙа имам булып торамы йәки үҙе генә намаҙҙы үтәйме. Ни өсөн тигәндә, намаҙ – ул ғибәҙәт, ә яттан белмәгән әйберҙе уҡыу – ул өйрәнеү тип атала. Бында, ятҡа белһә лә, Ҡөрьәндән ҡарап уҡыусы иҫәпкә алынмай. Сөнки ул, китаптан уҡыған сағында, иҫендә ҡалған сүрәләргә таяна, ул намаҙ ваҡытында өйрәнмәй.

Әбү Хәнифәнең уҡыусылары Әбү Йософ һәм Мөхәммәт, яттан белмәйенсә уҡыу намаҙҙы боҙмай, әммә мәкрүһ булып һанала, тигәндәр.

Һығымта шул: иң яҡшыһы − намаҙҙа кәмендә күпме аят уҡыу фарыз, шуларҙы ятларға кәрәк. Ул өс бәләкәй йәки бер оҙон аят. Мәҫәлән, әгәр мосолман «Фәтихә» сүрәһенең өс аятын ятлаһа, ул намаҙҙы үтәй ала, сөнки ҡалған аяттарҙы уҡыу үәжиб йәки сөннәт булып һанала. Ә «Әттәхиәт» доғаһы иҫегеҙҙә ҡалмаһа, уны әйтмәйсә генә, ултырып үткәрергә була. Йәғни, уны уҡырға күпме ваҡыт китә, шунса ваҡыт ултырырға кәрәк. Тик артабан намаҙҙың үәжиптәрен һис шикһеҙ ятларға тырышырға кәрәк. («Радд үл– Мохтар»)

 

Сөйәлдән йәки күперткенән ағып сыҡҡан шыйыҡса тәһәрәтте боҙамы? Ул нәжес булып һаналамы?

Бөйөк ғалим Ғәбдүл-Ғәни ән-Нәбүлси үҙ ваҡытында әйткән: «Күперткенең ситенән үтә күренмәле шыйыҡса аҡһа, бының тәһәрәтте боҙмауы тураһында хөкөм сығарырға кәрәк. Сөнки ул шыйыҡса нәжес булып һаналмай. Әммә ул шыйыҡса үтә күренмәле булмаһа, йәғни ҡан йәки эрен менән ҡатыш булып, яраның ситенә ағып китһә, ул саҡта шыйыҡса нәжес була һәм тәһәрәтте боҙа. («Хәшиәтү Тәхтәүи»).

 

Әгәр ҡатындың ире юғалһа, урындағы имам уларҙың никахтарын тарҡата аламы?

Әбү Хәнифә фекере буйынса, ир кеше юғалғас, уның тыуған көнөнән алып 120 йыл үтмәйенсә, имам ҡатынға талаҡ бирә алмай.

Имам Мәлик фәтүәһе буйынса, имам ир кешенең юғалғанына шаһитлыҡ ҡылғас, ҡатын 4 йыл көтөргә тейеш. 4 йыл үткәс, ҡатын әл-ғиддәнең үткәнен көтөргә тейеш. Ул ваҡыт тол ҡатындар өсөн 4 ай ҙа 10 көн. Шунан һуң ҡатын айырылған булып һанала. Күбеһенсә ғалимдар ошо фәтүәне ҡабул иткәндәр. («Ат-тасхил ад-Дурури ли-мәсаил ил-Ҡудури»)

 

Әгәр ҙә мин үҙемдең ҡалалағы өйөмдән ике– өс көнгә 200 км алыҫлыҡтағы ауылдағы өйөмә ҡайтһам, мин мосафир булып һаналаммы? Намаҙҙарымды ҡыҫҡартып үтәргә кәрәкме?

Һеҙ, ауылығыҙға ҡайтҡас, намаҙҙарығыҙҙы ҡыҫҡарта алмайһығыҙ, сөнки үҙ өйөгөҙгә ҡайтҡанһығыҙ. Шуға барыһын да тулыһынса үтәргә кәрәк.

Ауылға барған саҡта һәм кире ҡайтып килгәндә, мосафир булараҡ, намаҙҙарығыҙҙы ҡыҫҡарта алаһығыҙ. («Мәрәҡ ил– Фәләх»)

 

Зәкәтте ярлы туғандарға (ағайға, апайға) бирергә буламы?

Әгәр ҙә һеҙҙең туғандарығыҙ, кемдәргә зәкәт бирелә, шул категорияға инһәләр, мөмкин. Һәм икенсе шарт − ул туғандар яҡын туған булырға тейеш түгел (мәҫәлән, атай, олатай, ул, ейән һ.б.). Шулай уҡ мосолман үҙенең балаһына зәкәт бирә алмай. Бында зина арҡаһында тыуған балалар ҙа инә.

Зәкәтте ике туғандарға, атайҙың йәки әсәйҙең ағаларына, апайҙарына, һеңлеләренә биреү бик сауаплы. Сөнки һеҙ мохтаждарға ярҙам итеүҙән тыш, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итәһегеҙ. («Радд үл-Мохтар»)

 

Ғөсөл ҡойонғанда ҡатын-ҡыҙ сәстәрен тулыһынса тағатырға тейешме?

Ғөсөлдөң төп фарыздары булып ауыҙҙы һәм танауҙы сайҡау, бөтөн тәнгә һыу тейҙереү һәм тәндәге сәстәрҙе лә һыулау.

Әгәр ҙә ғөсөл ваҡытында, ҡатындың сәстәре үрелгән булһа, ул уларҙы тулыһынса тағатырға тейеш түгел. Иң мөһиме, баштың тиреһе һыуланырға тейеш. Әммә, сәстәр ныҡ тығыҙ итеп үрелеп, баш тиреһенә һыу үтмәһә, ул саҡта сәстәрҙе тағатырға кәрәк.

Шулай уҡ ҡатынға сире арҡаһында башын йыуырға ярамай икән, йәки сәсен йыуыу һаулығына зыян килтерһә, ул ауыртҡан урынын йыумай, үткәреп ебәрә ала.

Ирҙәр сәстәрен тулыһынса йыуырға тейеш. Сәстәре оҙон булһа, уларҙы ла тағатырға кәрәк. («Радд үл-Мохтар»)

 

Күкрәктәге һәм арҡалағы йөндәрҙе ҡырырға буламы?

Ул йөндәрҙе ҡырыу тыйылмаған, әммә әҙәп буйынса ул йөндәрҙе ҡырмау яҡшыраҡ булыр. («Фәтәүә әл-Һиндиә»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...