ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға?

Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ түгел. Атай-әсәй менән аралашыу – һәр мосолмандың бурысы. Ҡөрьән-Кәримдә Аллаһу Тәғәлә ата-әсәгә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙың, ошо йылылыҡты һаҡлауҙың әһәмиәтен күп тапҡырҙар әйтә (мәғәнәһе): «Раббың бары тик үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға «уф (туйҙым һеҙҙән)!», тип әйтмәгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Миһырбан һәм түбәнселек менән улар алдында (күңел) ҡанаттарыңды йәй ҙә: «Раббым! Сабый сағымдан алып, улар мине нисек яратып үҫтергән булһа, Һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул», - тип доға ҡыл» («Исра» сүрәһе, 23-24-се аяттар).

Ирегеҙҙең шарты динебеҙгә тап килмәй. Атай-әсәйегеҙ менән аралашыуығыҙ һәм дин ҡушҡан сиктәрҙә улар менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡларға тырышыуығыҙ хилаф һаналмай.

Әгәр ҙә аралашыуығыҙ ошо сиктәрҙе үтә икән – мәҫәлән, әгәр ҙә ирегеҙ менән һеҙ икәү генә белер серҙәрегеҙҙе һөйләп, шул арҡала ғаиләгеҙҙең именлегенә зыян килһә, – бынан тыйылырға кәрәк. Ғаиләгеҙҙә ниндәйҙер проблема булһа, ул ҡатын менән ир араһында хәл ителергә тейеш. Әгәр ҙә был мәсьәләне башҡа кешеләрҙе йәлеп итмәйенсә хәл итеп булмаһа, бында ярҙамға иргә лә, ҡатынға ла бер тигеҙ ҡараған намыҫлы кешене саҡырырға була.

 

 

 

Ҡыҙ кешегә ят ирҙәрҙән бүләктәр алырға яраймы?

Фетнәгә, гонаһҡа килтермәһә, бер-береһенә яҡын туған (мәхрәм) булмаған ҡапма-ҡаршы енес вәкилдәренән бүләк алыу рөхсәт ителә. («Жәүһәру Нәйтә»)

 

 

 

Бер ҡыҙға өйләнергә уйлайым, әммә ата-әсәйем быға ҡаршы. Улар өсөн буласаҡ килендең беҙҙең милләттән булыуы, беҙҙең телдә һөйләшә белеүе мөһим. Атай-әсәйемә ҡаршы торғо килмәй, әммә минең ҡарарыма ла риза булһындар ине, сөнки ҡыҙым ныҡ һәйбәт, ипле һәм, ин шәә Аллаһ, миңә кейәүгә сыҡҡас та, яулыҡ ябынам, динде өйрәнәм, тип әйтә. Миңә ни эшләргә?

Ғаилә уңышының нигеҙе – бер-береңә тап килеү. Был дингә лә, социаль статусҡа ла, нәҫелдең сығышына, мәҙәниәткә, милләткә, финанс хәленә лә ҡағыла. Уңышлы һәм бәхетле ғаилә булһын өсөн, ҡыҙ менән егеттең уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булыуын, үрҙә һанап үтелгәндәрҙең дә бер-береңә тап килеп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә ала динебеҙ.

Әгәр ҙә холоҡ-фиғеле күркәм икән, башҡа мәҙәниәт һәм милләт вәкиле булһа ла, был ҡыҙға өйләнеү тыйылмай. Йәһүҙә ырыуы ҡыҙы Сафия бинт Хуйәй ислам динен ҡабул иткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға өйләнә. Һәм күп сәхәбәләр ислам динен ҡабул иткән башҡа милләт вәкилдәре менән ғаилә ҡора.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡатынды дүрт сифат бу-йынса һайлайҙар: уның байлығы, йәмғиәттәге урыны, матурлығы һәм тәҡүәлеге. Тәҡүәле ҡатынды һайлағыҙ, изгелек күрерһегеҙ», – тигән (әл-Бохари).

Ата-әсәнең фатихаһын алыу, доғаһында булыу бик мөһим. Әгәр ҙә һеҙ, өйләнәм, тип ныҡлы ҡарарға килеп, был ҡыҙҙың яҡшы ҡатын булыуын алдан уҡ һиҙһәгеҙ, атайығыҙ менән әсәйегеҙгә быны аңлатырға тырышығыҙ. Улар ризалашһа, бик яҡшы. Юҡ икән, тимәк, һеҙгә уларҙы тыңларға, буласаҡ кәләшегеҙҙе һайларға ярҙам итеүҙәрен һорарға кәрәк.

Аллаһҡа ялбарығыҙ, Ул ﷻ һеҙгә дөрөҫ ҡарарға килергә һәм хәйерле никахта булырға насип итһен; атай-әсәйегеҙ һеҙҙән риза булып, һеҙҙең өсөн тыныс булһындар.

 

 

 

Ришүәт биреүҙе талап итһәләр, ни эшләргә? Мәҫәлән, ҡануниәткә ҡаршы килмәгән ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Әйтәйек, чиновник закон буйынса хәл ителергә тейешле мәсьәләне тормошҡа ашырыр өсөн ришүәт һорай, һәм ришүәтһеҙ был мәсьәләне ул хәл итмәйәсәк. Бында берәүҙең дә хоҡуғы боҙолмай. Тик был кеше үҙенең законлы хоҡуҡтарын ришүәт алып ҡына тормошҡа ашырырға теләй. Был осраҡта гонаһлымынмы?

Бер тапҡыр ала, икенсегә... һәм был кешегә ришүәт алыу ғәҙәти күренешкә әйләнә. Ришүәтселек – ҙур гонаһтарҙың береһе. Бындай юл менән алынған аҡса ла харам (рөхсәт ителмәй). Был гонаһты ҡылған һәр кем язаһын ала.

Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Бер-берегеҙҙең малын ғәҙелһеҙлек менән тартып алып ашамағыҙ. Кешенең малын, өлөшсә генә булһа ла, махсус тартып алһын өсөн, хөкөмдарҙарға ришүәт бирмәгеҙ. Бының гонаһ икәнлеген белә тороп» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 188-се аят).

Шулай уҡ Абдуллаһ ибне Әмр еткергән хәҙистә: «Ришүәт биргәндең дә, ришүәт алғандың да урындары уртаҡ – тамуҡтағы утта», – тиелә. (Әбү Дауыт).

Был хәҙистә әйтелгәнсә, ришүәт алыусы, биреүсе кеүек үк Аллаһу Тәғәләнең ләғнәтенә дусар була. Хәҙис белгестәре аңлатыуынса, берәй нәмәне законһыҙ алыу өсөн ришүәт биргән кешегә ләғнәт була. Мәҫәлән, тендерҙа еңер өсөн, имтиханды үтер өсөн һәм башҡалар. Был осраҡта ришүәтте алған кешегә лә, биргән кешегә лә Аллаһтың ҡәһәре төшә.

Әммә золомдан, ғәҙелһеҙлектән һаҡланырға теләп, ә был ришүәтһеҙ килеп сыҡмаһа, уны биреү рөхсәт ителә. Был осраҡта ришүәт биргән кешегә хәҙистә әйтелгән ләғнәт янамай, алыусыһына ғына янай, һәм был аҡсалар уға харам буласаҡ.

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса билдәле «Мүхит әл-Борхани» китабында имам Борханетдин Бохари рөхсәт ителгән һәм тыйылған ришүәтселек буйынса түбәндәгеләрҙе яҙа: «Ришүәтселектең тағы бер төрө – кемдер, берәй кешенең зыянынан ҡурҡып, уны булдырмаҫ өсөн, уға аҡса бүләк итә. Йәки үҙен йә мөлкәтен хакимдың золомонан һаҡлап ҡалыр өсөн, ришүәт бирә».

Күп ғалимдар быны рөхсәт ителгән тип иҫәпләй, сөнки кеше үҙенең мөлкәтен йәки уның ниндәйҙер өлөшөн был мөлкәтте, үҙ-үҙен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡуллана. Шулай итеп, башҡа варианттар булмаһа, быларҙың барыһы ла рөхсәт ителә.

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...