Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк, беренсе дәүмәл кәмегән осраҡта икенсеһе шул уҡ тапҡырға кәмей, тип хәтерҙә ҡалған.

 

Ә төптән уйлап ҡараһаң, беҙҙең тормош ошо пропорционаллек законына нигеҙләгән. Уны психологтар «Бумеранг законы» тип әйтһә, философтар «Был тормошта бөтә нимә лә тығыҙ бәйләнгән: бер яҡтың үҙгәреүе, икенсе яҡтың үҙгәреүенә килтерә» тип аңлата. Ысынлап та, әҙәм балаһы ни ҡыла, үҙенә, шул уҡ дәүмәлдә, әйләнеп ҡайта. Изгелек икән – изгелек, яҡшылыҡ булып, яманлыҡ икән – яманлыҡ, насарлыҡ булып. Аллаһ ризалығы өсөн хәйер бирәһең икән, уның бәрәкәте, шәфәғәте меңләтә әйләнеп ҡайта. Хәйер биреү – ул аҡсалата ғына ярҙам итеү түгел. Ысын күңелдән, тик Раббыбыҙ ризалығы өсөн, кемгәлер йылы һүҙ әйтеү, сабырлыҡ күрһәтеү, ғәфү итеү, асыуыңды еңеп, телеңде тыйыу – ул да хәйергә тиң изге ғәмәл.

Тормоштағы пропорцио-наллеккә тағы ла әллә күпме миҫалдар килтерергә була. Ни тик-лем нәфсеңде тыймайһың, шул тик-лем гонаһҡа батаһың. Ни тиклем күп хәрәм ашайһың, шул тиклем күп ауырыу-сиргә юлығаһың. Ни тиклем кеше рәнйетәһең, шул тиклем рәнйеш алаһың. Ә рәнйеш ул ҡара болот кеүек, бер ниндәй изге доға-теләктәрҙе үҙеңә ебәрмәй, күңелде йылытмай, киреһенсә, борсой, йонсота ғына.

Ни тиклем гонаһ эшләүе еңел һәм тиҙ булһа, унан ҡотолоу шул тиклем оҙаҡ һәм ауыр. Ҡайһы саҡта гонаһтан ҡотолоу мөмкин дә түгелдер, уны бер Аллаһ ҡына белә. Ни тиклем күп Ҡөрьән уҡыйһың, Аллаһты иҫкә алып, зекер әйтәһең, уның файҙаһы ла шул тиклем артып ҡайта, хәҙистәрҙә лә бит, «фани доньяла ла, Әхирәттә лә булыр уның сауабы», тиелгән.

Ә иң ҙур пропорционаллек ошонда ята: Аллаһҡа, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ, фәрештәләргә ҺӨЙӨҮ артҡан һайын, Ҡиәмәт көнөндә Раббыбыҙ алдында яуап биреүҙә ҠУРҠЫУ арта. Ни тик-лем һөйөү саф һәм ҙур икән, ҡурҡыу ҙа шул тиклем ҙур. Тап ошо ҠУРҠЫУ һине туҡтата һәм кеше рәнйетмәҫкә, әҙәм ризығына кермәҫкә, Аллаһтың һәр бәндәһенә оло һөйөү һәм ихтирам менән ҡарарға, үҙеңде Ғаләмдәр хужаһы алдында бер ҡол итеп тойорға, сабыр булырға өйрәтә!

Беҙҙең Изге Ҡөрьәндә лә әйтелә бит (мәғәнәһе): «Ниндәй генә яҡшылыҡ эшләһәң дә, тулыһынса кире ҡайтыр» («Әл-Бәҡара», 272-се аят), «...Үҙегеҙ ҡылған эшкә ҡарап ҡына, язаһын ҡайтарырҙар» («Йәсин», 54-се аят), «Яҡшылыҡ эшләгән кеше үҙе өсөн эшләй. Яманлыҡ ҡылған кеше лә үҙ башына ҡыла» («Фуссыиләт», 46-се аят).

Ябай ғына пропорционаллектә лә әллә күпме аҡыл, зиһен, тәрбиә бар. Әҙәм балаһына уйланырға, һығымта эшләргә генә ҡала.

 

Айһылыу Сирбаева,

Дыуан районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...