ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡасан тәһәрәт алыу фарыз, ҡайһы осраҡтарҙа вәжиб һәм сөннәт булып тора?

Тәһәрәт өс төрлө була.

  1. Фарызы ( мотлаҡ үтәлергә тейеш ғәмәл):

- намаҙ уҡыр алдынан, сөннәт намаҙҙары алдынан да;

- йыназа намаҙына барғанда, тиләүәт сәждәһе ҡылыр алдынан;

-Ҡөрьән китабын ҡулға алыр алдынан, хатта бер аят яҙылған ҡағыҙға ҡағылыу өсөн дә тәһәрәтле булырға кәрәк.

  1. Вәжиб (тәғәйен дини ҡағиҙәне мотлаҡ үтәү кәрәклеген аңлата, фарызға яҡын):

 - хаж йә ғөмрә ҡылған саҡта, Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф ҡылыр өсөн;

- Ҡөрьәндең тәфсирҙәренә ҡағылғанда йә асып уҡығанда.

  1. Мәндүб (шәриғәттә башҡарыу мотлаҡ булмаған сауаплы ғәмәлдәр):

- дини әҙәбиәткә ҡағылғанда, уларҙы өйрәнгәндә;

- йоҡлар алдынан һәм йоҡонан торғас;

- тәһәрәтте яңыртҡанда;

- ялған һәм яла яғыу, кемгәлер, нимәгәлер асыуланыу һәм башҡа гонаһлы ғәмәлдәрҙән һуң тәһәрәт алыу мәндүб;

- насар мәғәнәле шиғырҙар уҡығандан һуң;

- намаҙҙан тыш көслө көлөүҙән һуң;

- мәрхүмде йыуғандан, күтәргәндән һуң;

- намаҙ ваҡыты еткәс;

- ғөсөлләнер алдынан;

- ғөсөлләнгә тиклем йөнөб хәлендәгеләргә таҙарыныу өсөн;

- Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ зыярат ҡылыр алдынан;

- хаж ваҡытында Ғәрәфә үҙәнендә торор алдынан;

- Сафа һәм Мәрүә ҡалҡыулыҡтары араһында сәғи ҡылыр алдынан;

- күп ғалимдарҙың кәңәше буйынса дөйә итен ашағандан һуң. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Намаҙҙа мәкруһ (фикһ буйынса хәрәмгә яҡын) һаналған ғәмәлдәр тураһында һөйләһәгеҙ ине.

Намаҙҙа мәкруһ ғәмәлдәр:

1) намаҙҙың вәжибен йә сөннәтен үтәмәү;

2) бармаҡ шартлатыу;

3) бармаҡтарҙы бер-береһенә ҡарыштырыу;

4) ҡулдарҙы бөйөргә ҡуйыу;

5) башты ян-яҡҡа бороу;

6) сәждәлә терһәкте ергә терәү (ирҙәр өсөн);

7) бер сәбәпһеҙ аяҡтарҙы салыштырып ултырыу;

8) ирҙәргә сәс үреү;

9) ниндәйҙер тауар менән уранғанда, баш түбәһен асыҡ ҡалдырыу;

10) кейемде рәтләү;

11) ир кешенең башына һәм яурынына япма һалыу;

12) беренсе рәҡәғәткә ҡарағанда икенсеһен оҙаҡ итеп уҡыу (был бөтә намаҙҙарға ҡағыла);

13) һәр фарыз намаҙҙа бер үк сүрәне ҡабатлау;

14) сүрә һәм аяттарҙы Ҡөрьәндәге тәртип буйынса уҡымау;

15) намаҙ торошонда, шулай уҡ рөҡуғ һәм сәждәлә аяҡ бармаҡтарын ҡибла йүнәлешендә тотмау;

16) рөҡуғта ҡул суҡтарын тубыҡҡа ҡуймау;

17) күҙ йомоп, намаҙ ҡылыу (хозурҙы һаҡларға ярҙам итһә, был ярай);

18) ҡарашты өҫкә йүнәлтеү;

19) ғорур баҫып тороу;

20) бер сәбәпһеҙ ауыҙ менән танауҙы битлек йәки берәй сепрәк менән ҡаплау;

21) сәждәлә ергә маңлай менән түгел, сәллә менән ҡағылыу;

22) йән эйәләре һүрәте төшөрөлгән урынға сәждә ҡылыу;

23) юл өҫтөндә, мунсала, зыяратта, нәжесле урындарҙа, шулай кешенең шәхси ерендә рөхсәтһеҙ намаҙ ҡылыу;

24) ҡыҫталыу йә һауа сығарыу теләге була тороп, намаҙ уҡырға керешеү;

25) эш кейемендә намаҙ уҡыу;

26) баш кейемһеҙ намаҙ ҡылыу (Аллаһҡа буйһоноуын, баҫалҡылығын күрһәтергә теләү осраҡтарынан тыш);

27) ныҡ асыҡҡан килеш ризыҡ тулы өҫтәл алдында уҡыу;

28) мәсеттә, алғы сафта асыҡ ер булғанда, артҡы рәткә намаҙға баҫыу;

29) йәнлек йә кеше һүрәте төшөрөлгән кейемдә намаҙ уҡыу;

30) йоҡлаған кешеләр араһында намаҙ уҡыу;

31) биттәге тир һәм туҙанды һөртөү, тырнау, сәждә ҡыла торған ерҙәге таштарҙы төҙәтеү. Былар намаҙ ҡылыу өсөн уңайһыҙ булғанлыҡтан эшләнһә, мәкруһ булмаҫ;

32) башҡа сүрә йәки аятты яттан белгәндә, ике рәҡәғәттә лә бер үк сүрәне уҡыу.

33) намаҙ уҡыусы алдынан кешеләрҙең үтеп китеүе күҙалланһа, шул урынға әйбер (сүтрә) ҡуймау ҙа мәкруһ һанала.

(«Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Намаҙҙа ниндәй ғәмәлдәр фарыз, ә ҡайһылары вәжиб?

Намаҙҙың фарыз рөҡөндәре:

  1. Намаҙҙы баҫҡан килеш уҡыу.
  2. Изге Ҡөрьәнде уҡыу.
  3. Рөҡуғ (билдән эйелеп тороу).
  4. Сәждә (ергә эйелеү).
  5. «Әт-Тәхиәт»те уҡығанда ултырыу.

Намаҙҙың вәжиптәре:

  1. Һәр намаҙҙың һәр рәҡәғәтендә башҡа сүрәләр алдынан «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡыу.
  2. Фарыз намаҙҙарҙың тәүге ике һәм башҡа намаҙҙарҙың һәр рәҡәғәтендә «Фатиха» сүрәһенән һуң тағы бер сүрә йә ҙур аят йә оҙон сүрәнән өс аят уҡыу.
  3. Рөҡуғтан һуң тулыһынса турайып баҫыу.
  4. Ике сәждә араһында турайып ултырыу.
  5. Сәждәлә маңлай һәм танауҙы бер үк ваҡытта ергә тейҙереү.
  6. Өс һәм дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙа икенсе рәкәғәтенән һуң «Әт-Тәхиәт»те уҡырлыҡ ваҡытҡа ултырыу.
  7. Һәр икенсе рәкәғәттән һуң «Әт-Тәхиәт» (тәшәһһүд) доғаһын уҡыр өсөн ултырыу.
  8. Имамға ойоп уҡыусылар шым ғына тора.
  9. Йәмәғәт намаҙҙарын уҡығанда, имам артынан ғына ҡабатлайбыҙ, имамдан алда бер ниндәй доға ла уҡылмай, хәрәкәттәр ҙә эшләнмәй.
  10. Иртәнге, аҡшам һәм йәстү намаҙҙарында имамдың тәүге ике рәкәғәттә, шулай уҡ йома, тәрәүих, ғәйет намаҙҙарында Ҡөрьәнде асыҡ тауыш менән уҡыуы. Яңғыҙ намаҙ уҡыусы иһә, нисек теләй. шулай уҡый ала.
  11. Өйлә, икенде, йәстү намаҙҙарының өсөнсө, дүртенсе рәҡәғәтендә, аҡшамдың өсөнсөһөндә Ҡөрьәнде эстән уҡыу, шулай уҡ имам кеше тәкбирҙәрҙе, рөҡуғтан турайған саҡтағы доғаны һәм намаҙ аҙағындағы сәләм һүҙҙәрен генә тауыш менән әйтә. Яңғыҙ уҡыусылар өсөн дә шулай.
  12. Витр намаҙҙа «Ҡунүт» доғаһын уҡыу.
  13. Намаҙҙың һәр рөҡөнөн эҙмә-эҙлекле башҡарыу.
  14. Байрам намаҙында «Аллааhу әкбәр» тәкбирҙәрен әйтеү.
  15. Намаҙ һуңында уң һәм һул яҡҡа сәләм биреү.
  16. «Әт-Тәхиәт»те уҡығандан һуң тиҙ арала өсөнсө рәҡәғәткә тороп баҫыу.

Намаҙҙа фарыз менән вәжиб араһындағы айырма шунда: намаҙҙың фарызы үтәлмәһә, был ғибәҙәт боҙола, уны яңынан уҡырға кәрәк. Мәҫәлән, сәждә ҡылырға йә һуңғы рәҡәғәттә «Әт-Тәхиәт»кә ултырырға онотһа, ундай намаҙ ҡабул ителмәй. Ғибәҙәттең вәжиб өлөшөндә хата китһә, намаҙҙан һуң сәждә-сәһү ҡылына. Әгәр намаҙҙың вәжиптәрендә хата белеп (юрый) эшләнелһә, намаҙ яңынан уҡыла. («Хәшийәтү Тахтауи»)

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...