ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Урамға сығыр алдынан аяҡ кейемем менән бәҙрәфкә инеп, аҙаҡ инде тышта йөрөгәндә, өҫтөмә батҡаҡ сәсрәһә, бысранған был кейемемдә намаҙ уҡырға яраймы икән?

«Мәраҡи әл-Фәләх» китабында яҙылғанса, кейемебеҙгә эләккән еүеш балсыҡҡа һәм бысраҡҡа нәжес тейгән булған саҡта ла, ғәфү ителә. Йәғни, кейемдең урамда бысраҡ сәсрәп тапланыуы намаҙға ҡамасауламай. Нәжес эләккәнен абайлап ҡалған осраҡта, был кейемдә намаҙ уҡырға ярамай. Бында нәжестең күләмен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр ул дирһәм (яҡынса биш һумлыҡ тәңкә) ҙурлығынан кәмерәк булһа, был кейемдә намаҙ уҡырға мөмкин. Ҙурыраҡ булһа, кейемде алыштырырға йә таҙартырға кәрәк.

 

 

Һейҙек тамып (йәки сәсрәп) бысранған кейемде ағып торған һыу аҫтында йыуырға яраймы?

Нәжесте ағып торған һыу менән йыуып төшөрөр өсөн түбәндәге ҡағиҙәләр ҡарала. Күҙгә күренеп торған нәжес (һейҙек йәки ҡан) менән бысранған кейемде һыу менән сайып алыу ҙа етә.

Әгәр ҙә күҙгә күренмәгән нәмә булһа, бындай кейемде ағып торған һыу аҫтында өс тапҡыр сайырға кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта һыу ағымының тулыһынса өс тапҡыр алышынғанын көтөү мотлаҡ түгел, өс тапҡыр икәнлегенә инаныу ҙа етә. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Әгәр ҙә берәйһе ҡыйыу рәүештә, мин уны эшләмәйәсәкмен, тиһә лә, һуңынан һүҙендә тормаһа, был кешегә штраф һалынамы?

Был осраҡта штраф һалынмай, сөнки ул ант итмәгән.

 

 

 

Әгәр берәйһе ҡатынына: «Һин минең өсөн әсәйем һымаҡһың», – тип әйтһә, нимә булыр?

Был һүҙҙәр «кинәйә» менән, йәғни, аллегорик һөйләүгә ҡарай. Шуға күрә уның ниндәй ниәт менән әйтелгәнен белергә кәрәк. Әгәр был ир ҡатынының тышҡы ҡиәфәтен йәки холоҡ-фиғелен әсәһенекенә оҡшатып әйткән булһа, бер ни ҙә булмаясаҡ. Әгәр берәйһе хәләл ефетенә: «Һине лә әсәйемде хөрмәт иткән һымаҡ ихтирам итәм», – тиһә, был да никахтарын боҙмай. Ләкин, әгәр ҙә ҡатыны уға әсәһе кеүек хәрәм («зыхар») тигәнде күҙ уңында тотһа, был һүҙҙәрҙән һуң, кәффәрәт түләгәнсе, уға ҡатыны менән яҡынлыҡтан тыйылып тороу зарур. Был осраҡта ул ике ай буйы өҙлөкһөҙ ураҙа тоторға тейеш була. Кемдер етди сәбәп менән 60 көн ураҙаны тота алмай икән, алтмыш фәҡир мосолмандың тамағын туйҙырырға (иртәнге һәм киске аш ашатырға) тейеш була (тәҡүәле мосолмандарҙы тапһа, яҡшыраҡ). Йәки бер ярлыны алтмыш көн дауамында туҡландырырға мөмкин. Бирелергә тейешле ризыҡтың хаҡын аҡсалата тапшырырға ла була. Тимәк, был һүҙҙәр айырылышыу ниәте менән әйтелгән булһа, шулай килеп сыға – никахтары боҙола. («Хәшийәтү Ибне Әбидин», «Әл-Лүбәб фи шәрхил-китаб»)

 

 

 

Имам, бишенсе рәҡәғәткә баҫып, һөҙөмтәлә, биш рәҡәғәт уҡыһа, ни була?

Әгәр дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа имам, «Әттәхийәт»те уҡыр өсөн ултырып, бишенсе рәҡәғәткә тороп баҫһа, йәмәғәткә ултырыуын дауам итеү һәм имамға хаталанғанын белгертеү тейешле. Быны «Сөбхәнәллаh» тәсбихен әйтеп белгертеп була. Ошонан һуң инде имам ултырһа, сәһү сәждәһен ҡылыу хәйерле. Ултырып тормай, уҡыуын дауам иткән осраҡта ла, намаҙ үтәлгән тип һаналһын өсөн, сәһү сәждәһен ҡылып ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҙә имам дүртенсе рәҡәғәттән һуң ултырмайса, шул ыңғайы бишенсегә аяҡ баҫһа, йәмәғәт үҙ урынында ҡалып, имамға үрҙә әйтелгәнсә хатаһын аңлатырға тейеш. Был осраҡта имам бишенсе рәҡәғәтте тамамларға булып, сәждәгә китһә, барыһының да фарыз намаҙы боҙола. Әгәр имам сәждә ҡылғансы иҫенә төшөрөп, ултырһа, был хатаны төҙәтер өсөн сәһү сәждәһен ҡылырға кәрәк. Һәм уның артынан эйәреп, сәһү сәждәһен йәмәғәт тә ҡылһа, намаҙҙары боҙолмаған була. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Сәждә ҡылғанда ҡатын-ҡыҙға терһәктәрен иҙәнгә тейгеҙергә кәрәкме?

Сәждәлә ир-аттар иркен (ҡултыҡтары асыҡ, терһәктәре ергә теймәй тора), ә ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, сөннәткә таянып, мөмкин тиклем йыйнаҡ булырға, терһәген, беләктәрен иҙәнгә терәргә тейеш. («Раддүл-Мөхтәр»)

 

 

 

Өс кеше ҡатнашҡан йома намаҙы дөрөҫ һаналамы? Тағы ла шул өсәүҙең береһе ҡатын-ҡыҙ булһа?

Йома намаҙында «йәмәғәт», тип имамға кәмендә өс бәлиғ ир кешенең эйәреп намаҙ уҡыуы күҙ уңында тотола. Йәғни, дөйөм алғанда – дүрт ирҙең. Әгәр имам артынан ҡатын һәм ике ир йәки бер бала һәм ике ир эйәрһә, йома намаҙы сиххәт (дөрөҫ) булмай. Йәғни имамдан башҡа кәмендә өс ир-егет кәрәк. Шул саҡта ғына уларҙың, шул иҫәптән йома намаҙында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәмәле ҡабул буласаҡ. («Лүбәб»)

 

 

 

Тиләүәт сәждәһен, йәғни, Ҡөрьән уҡыған ваҡытта ҡылына торған сәждәне, нисек дөрөҫ итеп башҡарырға кәрәк? Изге Китапты ултырған килеш уҡығанда, сәждәне ҡылыр өсөн баҫырға кәрәкме? Ҡулдарҙы күтәреп, тәкбир әйтергәме? Сәждәнән һуң ултырырға һәм сәләм бирергә яраймы?

Ҡөрьәндә шундай 14 аят бар: уларҙы уҡығанда йәки тыңлағанда, мосолмандар сәждә ҡылырға тейеш. Имам Әбү Хәнифә фекеренсә, Ҡөрьән уҡыған саҡта сәждә ҡылыу − вәжип (мотлаҡ) ғәмәл. Тиләүәт сәждәһе тейеш урындар Изге Китапта махсус тамға менән билдәләнгән. Уны ҡылыу өсөн тәһәрәтле булыу, ғәүрәтте ҡаплау һәм ҡиблаға ҡарап башҡарыу шарт.

Сәждә-тиләүәт түбәндәгесә башҡарыла: ҡиблаға ҡаршы тороп (ултырған килеш тә мөмкин): «Тиләүәт сәждәһен ҡылырға ниәт иттем», – тип, ниәт ҡылырға ла, ҡулдарҙы күтәрмәйсә тәкбир әйтеп, сәждәгә китергә. Сәждәлә өс тапҡыр сәждә тәсбихен әйткәндән һуң, тағы ла тәкбир әйтеп тороп ултырырға. Ике мәртәбә тәкбир әйтеү – сөннәт. «Әттәхийәт» уҡылмай, сәләм бирелмәй. Тиләүәт сәждәһе нәфел намаҙҙарҙа йә намаҙҙан тыш ҡылынған саҡта, һуңынан хәҙистәрҙән алынған доғаларҙы уҡырға мөмкин. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...