Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Ҡатын-ҡыҙ үҙе өсөн генә хушбуй менән файҙалана аламы?

Ҡатын кеше үҙе өсөн һәм ире өсөн хушбуй һөртә ала. Әммә урамға сығыр алдынан ҡатын-ҡыҙға хушбуй һөртөү ярамай. Ибне Хузаймәт үҙенең «Сәхих» тигән китабында бер хәлде килтерә. Бер ҡатын хушбуй һөртөп Әбү Һүрәйрә эргәһенән уҙып барған. «Ҡайҙа китеп бараһың йә, Үммә Джәббәр?» − тип һорай Әбү Һүрәйрә. «Мәсеткә» − ти ҡатын. «Шуның өсөн хушбуй һөрттөңмө?» − тип артабан һорай сәхәб. “Эйе”, −ти ҡатын. Шунан Әбү Һурәйрә : “Өйөнән хушбуй һөртөп, намаҙ уҡыр өсөн мәсеткә барырға сыҡҡан ҡатындың, ул кире ҡайтып, хушбуй еҫен йыуып төшөрмәйенсә, Аллаһу Тәғәлә намаҙын ҡабул итмәйәсәк”, − тип, ҡатынды, еҫте йыуһын өсөн, өйөнә ҡайтарып ебәрә. («Сәхих Ибне Хузаймәт»)

Ир менән ҡатын айырылғас, мөлкәтте нисек бүлергә тейештәр? Ҡатындың мөлкәткә ниндәй хоҡуҡтары бар?

Ғаилә тарҡалғас, бергә йыйылған милек һәр ағзаның эш хаҡы кимәленә ҡарап бүленә. Икенсе төрлө әйткәндә, кем үҙ аҡсаһына ниндәй мөлкәт һатып алған, шуны һәм бүләк ителмәгән әйберҙәрҙе үҙе менән алырға хоҡуғы бар. Мәҫәлән, ғаиләлә тик ир генә эшләһә, ҡатын, айырылғандан һуң, үҙе менән никахҡа тиклем булған үҙенең әйберҙәрен һәм ире бүләк иткән мөлкәтте ала. Һәм киреһенсә. Әгәр икеһе лә эшләһә, бында уларҙың эш хаҡы кимәленә һәм уларҙың шәхсән сығымдарына ҡарап хәл ителә. («Ихтияр ли Талили Мөхтәр»)

Теш таҙарта торған таяҡсаны (мисүәк, сүвәк) тәһәрәт алғанда ҡулланырғамы, әллә намаҙ алдынанмы?

Тәһәрәт ваҡытында мисүәк ҡулланыу сөннәт ғәмәл булып һанала. Ошондай тәһәрәт менән үтәлгән бөтә намаҙҙарҙың да сауабы етмеш тапҡырға артасаҡ.

Әбү Һүрәйрәнән еткерелгәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Әгәр, миңә эйәргәндәргә йөк булыр, тип ҡурҡмаһам, уларға һәр тәһәрәттә мисүәк ҡулланырға ҡушыр инем» (Әхмәд).

Ауыҙҙы сайҡаған һайын һәм намаҙ алдынан мисүәк ҡулланыу − сөннәт.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ошо хәҙисе дәлил булып тора: «Етмеш намаҙҙы сүвәкһеҙ үтәгәнсе, намаҙ алдынан сүвәк ҡулланыу яҡшыраҡ» (Әл-Байхаҡи). («Һидәйә»).

Намаҙ ваҡытында ҡатын тәненең ниндәй өлөштәрен ҡапларға тейеш.

Ҡатын-ҡыҙ йөҙө, ҡул суҡтары һәм табандарынан башҡа тәненең бар өлөштәрен дә ҡапларға тейеш. Йәшерә торған тән ағзалары ғәүрәт тип атала. Аяҡ остарын асыҡ ҡалдырырға рөхсәт ителһә лә, уларҙы ла күрһәтмәү хәйерлерәк. Был тәҡүәлек билдәһе булып тора. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

Зыяратҡа ингәндә, ҡәбер эргәһендә нимә уҡырға кәрәк? Үҙ телеңдә доға ҡылырға буламы?

Ғәйшәнән еткерелә, ул: «Йә, Аллаһ Рәсүле ﷺ, миңә, зыяратҡа ингәндә, ниндәй доғаны уҡырға?» − тип һорай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һин әйт: «Эй, был йорттоң әһелдәре, һеҙгә Аллаһу Тәғәләнең сәләме булһын! Был донъянан китеүселәрҙе Аллаһу Тәғәлә ярлыҡаһын һәм, Аллаһ бойорһа, беҙ ҙә һеҙгә ҡушылырбыҙ!» − тип яуап бирә (Мөслим).

Мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәренә барып еткәс, уларҙың йөҙҙәре ҡаратылған яҡҡа баҫырға йәки ултырырға мөмкин. Шунан: «Әссәләмү ғәләйкүм», − тип әйтергә һәм Ҡөрьәндән белгән сүрәләрҙе уҡырға. Мәҫәлән, «Әл-Фәтиха», «Әл-Бәҡара» сүрәһенең башын, «Әл-Көрси» аятын, «Әмәнә-ррасүлү» аятын, «Йәсин» сүрәһен, «Әл-Мүлк», «Әт-Тәкәәҫүр» һәм өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡырға була.

Икенсе риүәйәттә Аллаһ Рәсүле ﷺ әйтеүенсә, әгәр зыяратка барып «Йәсин» сүрәһен уҡыһаң, был көндә мәрхүмдәргә еңеллек булыр һәм сүрәне уҡыған кешегә, күпме кеше шул ерҙә ерләнгән, шунсама сауап яҙылыр тиелгән.

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән, әгәр, 11 тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡып, зыяратҡа ерләнгән мәрхүмдәргә бағышлаһаң, Аллаһ, шунда ятҡан ҡәбер әһелдәренең һанынса гонаһтарыңды ғәфү итер, тиелгән. Икенсе версия буйынса, шунда ерләнгән кешеләр һанынса сауап булыр тиелгән.

Аллаһтан мәрхүмдәргә ярлыҡау һорап, үҙ телеңдә лә доға ҡылырға мөмкин. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

Намаҙға ниәт ҡылып баҫҡанда, ҡатын ҡулдарын ҡайҙа тиклем күтәрергә һәм намаҙ ваҡытында ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға тейеш?

Намаҙ башында тәкбир әйткәндә («Аллаһу Әкбәр!») ҡатын ҡулдарын тик яурындарға тиклем генә күтәрергә тейеш. Йәғни, бармаҡ остары яурындан өҫкә күтәрелергә тейеш түгел. Ҡолаҡтарға тиклем тик ирҙәр генә күтәрә. Әгәр ҡатын ҡулдарын ҡолаҡтарға тиклем күтәрһә, уның еңе тартылып, ҡул суғынан аҫта беләге асылырға мөмкин. Ғөмүмән, намаҙ ваҡытында ғәүрәт асылырға тейеш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатындар быға тейешенсә иғтибар итмәйҙәр.

Артабан намаҙ ваҡытында ҡатын ҡулдарын күкрәгенә һала. Һул ҡул өҫтөнә уң ҡулын ҡуя. Ирҙәр һымаҡ ҡулдарҙы кендек эргәһенә ҡуйыу кәрәкмәй. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

Ирем менән мөнәсәбәтте нисек яҡшыртырға икән?

Һәр ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәт төрлөсә була. Мөнәсәбәттәрҙең иң күркәме − дин ҡушҡанса йәшәү. Һеҙ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әйткәнен онотмағыҙ: «Был донъя һеҙгә ваҡытлыса ғына файҙаланырға бирелә, ә шул донъяла үҙегеҙгә ала торғандарҙың иң яҡшыһы − тура юлдан барыусы ҡатын» (Мөслим).

Ошоно иҫегеҙҙә тотоп, ирегеҙгә яҡшы ҡатын булырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә ирегеҙҙең берәй ҡылығы оҡшамаһа, башта уның менән бәхәсләшер алдынан һәм уны ғәйепләр алдынан, ултырып, ысынлап та, ул ғәйеплеме икән, тип уйлап ҡарағыҙ. Бәлки ирегеҙ ысынында дөрөҫ эшләмәгәндер, әммә һеҙ күберәк өлөшөн күңелегеҙҙә уны яманлап, барыһын да уға япһарырға уйлайһығыҙҙыр. Шуға күрә, бер ярты сәғәт тирәһе сабыр итһәгеҙ, артабан әрләшергә сәбәп тә булмаҫ, ин шәә Аллаһ.

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...