ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Никахһыҙ йәшәгән ғаиләне ҡунаҡҡа саҡырырға буламы?

Эйе, уларҙы ҡунаҡ итергә була. Ошо уңай менән һеҙ уларға нәсихәт эшләй алаһығыҙ. Никах үткәреп, уларҙың был донъяла ла һәм теге донъяла ла бергә бәхетле була алыуҙары тураһында аңлатып үтергә кәрәк. Әгәр ҙә улар һеҙҙе тыңламаһа, уларҙы айырым бер бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк.

Пенсионер ҡатынға пенсияһынан зәкәт түләргә кәрәкме? Уның башҡа йыйылған аҡсаһы юҡ. Һәм бер йыл эсендә ул һаҡлаған аҡса артмаһа, ул сумманан барыбер ҙә зәкәт түләргәме?

Зәкәт түләр өсөн иң кәмендә 85 гр алтын хаҡына тиң аҡса йыйылырға тейеш. Ул нисаб тип атала. Аҡсалата ул 370 мең була. Ошо сумма йыйылған көндән башлап хижри календары буйынса бер йылды һанайбыҙ. Әгәр ошо бер йыл эсендә йыйылған сумма кәмемәһә, зәкәт түләнә. Мәҫәлән, бер-ике айҙан булған сумма 350 меңгә кәмей икән, зәкәт түләнмәй.

Аҙаҡтан аҡса тағы ла 370 меңгә етһә, шул көндән алып яңынан бер йылды һанай башлайбыҙ. Был аҡсаның ниндәй ысул менән йыйылыуы мөһим түгел, пенсиянанмы йәки эш хаҡынанмы. Иң мөһиме, нисаб һәм ваҡыттың бер йыл үтеүе. Шулай уҡ, 370 меңгә еткән аҡса күләме йыл эсендә артмаһа ла, унан зәкәт түләнә. Зәкәт йыйылған нисабтан 2,5% тәшкил итергә тейеш.

Әгәр ҙә мин эҫе көндә ураҙа ваҡытында аңлы рәүештә һыу эсһәм, был ураҙа өсөн кәффәрат түләргә тейешменме?

Әгәр һеҙ һыуҙы ауырыу сәбәпле йәки ғүмерегеҙ өсөн ныҡ ҡурҡҡан саҡта эсһәгеҙ, кәффәрат булмай, ураҙаны тик ҡаза итеп тоторға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ ураҙаны сәбәпһеҙ боҙаһығыҙ икән, мәҫәлән, тик һыуһау арҡаһында ғына, был осраҡта һеҙгә гонаһ була. Артабан Рамаҙан айы тамамланғас, һеҙгә, ураҙаны ҡаза итеп тотҡандан тыш, тағы ла кәффәрат (штраф) түләргә кәрәк. Йәки 60 көн буйы өҙлөкһөҙ ураҙа тоторға тейеш булаһығыҙ. Әгәр һеҙ быны ауырыу сәбәпле йәки башҡа сәбәптән үтәй алмаһағыҙ, мохтажлыҡ кисергән 60 мосолманды ашатырға кәрәк. («Хәшийәтү Тәхтәүи»)

Төлкө итен ашарға буламы?

Имам Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса төлкө итен ашарға ярамай. Ул хәрәм. («Лүбәб фи шәрхи Китаб»)

Витр-үәжиб намаҙын ултырып үтәргә буламы? Быға тиклем ул намаҙҙы уҡымаһаң, уларҙы ҡаза итеп ҡылырға кәрәкме?

Витр намаҙы үәжиб йәғни мотлаҡ (фарыз кимәленә барып етмәгән) булып һанала. Әгәр аҡларлыҡ етди сәбәп булмаһа, ултырып уҡырға ярамай, ул намаҙ булып һаналмаясаҡ.. Әгәр һеҙ элек был намаҙҙы үтәмәһәгән булһағыҙ, уларға ҡаза ҡылырға кәрәк.

Рәзилә исемле ҡатын Ләйләгә бурысҡа аҡса бирә. Ләйлә бурысын ҡайтарып бөтмәгән. Был осраҡта Рәзилә бурысҡа алған Ләйләгә шул ҡалған аҡсаны зәкәт итеп ҡалдыра аламы?

Юҡ, улай мөмкин түгел. Башта Рәзилә Ләйләгә зәкәтен биреп, аҙаҡ Ләйлә уға бурысын түләй ала. Йәки Ләйлә башта тулыһынса бурысын ҡайтарып биргәс кенә, Рәзилә ул аҡсаны кире уға зәкәт итеп бирә ала. («Ихтияр ли Талили Мухтар»)

Әгәр иртәнге намаҙҙы ҡалдырһам, нисек ҡаза ҡылырға? Сөннәтен дә ҡаза ҡылайыммы?

Әгәр төшкә тиклем ҡаза ҡылаһығыҙ икән, иртәнге намаҙҙың сөннәте менән фарызына ла ҡаза ҡылына. Әгәр төштән һуң икән, ул ваҡытта тик фарызына ғына ҡылына.

Кафыр ҡыр йәнлеген үлтерһә, ул итте мосолманға ашарға буламы?

Мосолманға мәжүси, мөртәт, һынташҡа табыныусы, хаж ваҡытында ихрамда булған мосолман тарафынан үлтерелгән хайуандарҙы ашарға ярамай. Улар хайуанды атыр йәки салыр алдынан, «Бисмилләһ», тип әйтһәләр ҙә, ярамай. Әгәр мосолман, йәһүд, христиан динендәге кеше «Бисмилләһ» тип әйтеп кейекте атып үлтерһә, уны ашарға мөмкин.

Пәйғәмберебеҙҙең ﷺ , шаршамбы көнө өйлә менән икенде араһында ҡылынған доға ҡабул була, тигән хәҙисе бармы?

Эйе, бар. Ул хәҙисте имам Әхмәд менән әл-Баззар килтерә: “Әл-Фәтх мәсетендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дүшәмбенән алып шаршамбыға тиклем өс көн буйы доға ҡыла. Һәм шаршамбы көнө ике намаҙ араһында (өйлә менән икенде) ул доғаһына яуап ала. Уның шатлығы йөҙөнә сыҡҡайны”. Джәбир әйткән: «Мин, ниндәй генә мөһим һәм ауыр эштәргә юлыҡһам да, шул ваҡытты көтөп алып, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, (доғама) яуап ала торғайным».

Ҡөрьәндең тәфсирен уҡығанда, тәһәрәттә булыу мотлаҡмы?

Ҡөрьән китабына (ул тик ғәрәп телендә генә була) тәһәрәтһеҙ тейергә ярамай. Әгәр һеҙ Ҡөрьәнгә теймәй генә уҡырға ниәтләнһәгеҙ, тәһәрәтһеҙ мөмкин. Әммә, әҙәплелек ҡағиҙәләре буйынса, ғөмүмән, Ҡөрьәнде һәм уның тәфсирен уҡыған саҡта ла, тәһәрәтле булыу хәйерлерәк.

Бер нисә мәрхүмгә бер юлы нисек итеп йыназа уҡыйҙар?

Әгәр мәрхүмдәр мосолман икән, иң яҡшыһы − һәр береһенә айырым йыназа үткәреү. Башта йыназаны улар араһында иң диндарына уҡыйҙар. Артабан икенсеһенә һ.б. Әгәр бөтәһенә лә бер ыңғай уҡырға булһалар, мәрхүмдәрҙе бер рәткә ҡиблаға ҡаратып ҡуйырға кәрәк. Берәүҙең аяҡ осо икенсе мәрхүмдең баш осо кимәлендә булырға тейеш. Башта мәрхүм ирҙәрҙе, аҙаҡ мәрхүм балаларҙы, шунан ҡатындарҙы теҙәләр. («Хәшийәтү Тәхтәүи»)

Намаҙ үтәгән саҡта, алдан үтеп барыусыны нисек итеп туҡтатырға була?

Ғөмүмән, намаҙ ваҡытында башҡа төрлө тән хәрәкәттәре эшләргә ярамай. Шуға күрә һеҙ алдығыҙҙан үтеп барыусыны ла туҡтата алмайһығыҙ. Әммә намаҙ үтәүсе тәсбих (мәҫәлән, «Сөбхәналлаһ», тип) әйтеп йәки ҡулы менән ишара яһай ала. Бер ыңғай ике ысулды ҡулланыу мәкрүһ булып һанала. Шулай уҡ йәмәғәт намаҙы ваҡытында ир кеше, Ҡөрьәндә тауышын күтәрә биреп, үтеп барыусыны туҡтата ала. («Хәшийәтү Тәхтәүи»)

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...