ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР
Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк?
Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә рәҡәғәткә һуңлап баҫҡан кеше, имам артынан уҡылған намаҙҙың аҙағына тиклем булырға тейеш. Әммә ул аҙаҡҡы рәҡәғәттә тик тәшәһһүд (Әт-Тәхиәт) доғаһын уҡый. Имам икенсе сәләмде бирер өсөн һул яғына боролғанда, мәсбүк тора ла уҡылмай ҡалған рәҡәғәттәрен ҡылып ҡуя.
Әгәр ҙә мәсбүк имамға дүртенсе рәҡәғәттә генә ҡушылһа, имам һул яҡҡа сәләм биргәс, ул шундуҡ тороп, «Әл-Фатиха» менән беренсе рәҡәғәттә уҡыла торған берәй ҡыҫҡа сүрә уҡырға тейеш. Ике тапҡыр сәждә ҡылғандан һуң, икенсе рәҡәғәткә баҫыр алдынан тәшәһһүдкә ултырып, Әт-Тәхиәтте уҡып сығырға кәрәк. Икенсе рәҡәғәттә ул «Әл-Фатиха» һәм тағы ла сүрә уҡый, артабан, был рәҡәғәтте тамамлағас, тәшәһһүдкә ултырмай, өсөнсө рәҡәғәткә баҫа. Өсөнсөһөндә иһә «Әл-Фәтиха»ны ғына уҡый ҙа рәҡәғәтен дауам итә һәм шунан һуң ғына тәшәһһүдкә ултырып, намаҙын тамамлап ҡуя.
Иҫкәрмә: беренсе рәҡәғәттә мәсбүк «Ҫәнә» доғаһын («Сөбхәәнәкәллаааһүммә…»ны) уҡый. Әгәр ҙә ул дүртенсе рәҡәғәттә имамдың рөҡуғтан (эйелеп торғандан) турайып баҫҡан сағында ҡушылһа, был рәҡәғәт уҡылмаған тип һанала.
Йәмәғәт намаҙына һуңлаған мосолмандарға өлгөрмәгән өлөшөн уҡыр өсөн шундай ҡағиҙә: имам икенсе яҡҡа сәләм биргәндә, тораһығыҙ ҙа, тәүҙә «Әл-Фатиха» менән сүрә булған рәҡәғәттәрҙе, аҙаҡ инде «Әл-Фатиха»лыһын уҡырға кәрәк. («Хәшийәтү Тахтауи»)
Намаҙҙан һуң уҡыла торған зекерҙәр ҡайһы ваҡытта – фарыз намаҙҙан һуңмы әллә сөннәт намаҙҙан һуң уҡыламы?
Әгәр фарыз намаҙҙан һуң сөннәт намаҙы бар икән, имамға йә намаҙҙы яңғыҙы ғына уҡыған кешегә фарыз намаҙҙан һуң «Аллаhүммә әнтә ссәләм үә минкә ссәләмү тәбәрактә йә ҙәл жәләли үәл икрам», – тип әйтергә кәрәк. Аҙаҡ икенсе урынға күсеп, сөннәтен ҡылып ҡуйырға, шунан ғына инде зекерҙәр уҡырға. («Мәраҡи әл-Фәләх»)
Ҡатынымдың таныштары 6-7 йәшлек улдары менән өйөбөҙгә йыш килә. Был балалар алдында ҡатыныма яулыҡһыҙ йөрөргә яраймы? Нисә йәшкә тиклемге балалар алдында яулыҡһыҙ йөрөргә мөмкин?
Эйе, һеҙҙең ҡатынығыҙға был балалар алдында яулыҡһыҙ йөрөргә рөхсәт ителә. Енси өлгөргәнлек йәшенә (12–13 йәшкә) етеп барған сит малайҙар алдында яулыҡ ябынырға, шулай уҡ сит ирҙәрҙән йәшерә торған ғәүрәттең бөтә ерҙәрен ҡапларға кәрәк.
«Бәдәиғ әс-Сәнәиғ фи тәртиби Шәрани» китабында былай тип яҙылған: «Бала ғәүрәткә ингәнде (ҡаплау өсөн фарыз нәмәне) ғәүрәткә инмәгән нәмәләрҙән айырмаһа, ундай бала алдында ғәүрәтен тулыһынса ҡапламаған ҡатын гонаһлы түгел.
Ә инде ғәүрәткә инмәгәнде ғәүрәттән (мотлаҡ ҡапларға кәрәк урындарҙан) айырған бала, шулай уҡ енси өлгөрөү осорона етеп барған үҫмерҙәр алдында ғәүрәтте асып йөрөргә ярамай».
Әсәйем, үлеменә тиклем биш йыл ҡалғанда, намаҙға баҫты. Ошо биш йылдан башҡа йылдарҙа ҡалдырған намаҙҙарын нишләтергә? Рамаҙан айында ураҙа тотмаған йылдары ла күп ине. Аллаһтың ихтыяры менән әсәйемдең хәлен нисек еңеләйтә алам? Ҡәҙерле кешемдең исеменән зекер уҡып, хәйер-саҙаҡа тарата аламмы?
Аллаһу Тәғәлә әсәйегеҙҙе ололап, Ожмахтың түрендә йәшәү бәхетен бирһен! Әмин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ сәләмәт сағында ғибәҙәтен даими үтәгән, аҙаҡ сирләп был донъянан киткәндең үлеме хәйерле булыуын һөйләгән. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә яҡын кешегеҙҙе намаҙын ваҡытында уҡыусылар исемлегенә яҙһын, тип өмөтләнәбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән (әгәр ҙә Аллаһтың ихтыяры булһа).
Әбү Муса әл-Әшәри әфәнде (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шундай һүҙҙәрен килтерә: «Сирләгән йә сәфәрҙә булған кешенең ғибәҙәте өсөн һау-сәләмәт сағында үҙ өйөндәге ғибәҙәт ҡылған кеүек әжер яҙыла» (әл-Бохари).
Мәрхүмдең уҡылмай һәм ҡаза ҡылынмай ҡалған бер намаҙы өсөн кәффәрәт (штраф) күләме – ике килограмм бойҙай йә ошо күләмдәге бойҙайҙың хаҡын аҡса менән түләргә кәрәк. Һеҙ йәшәгән ерҙә аҙыҡ-түлек кибетендә бойҙай күпмегә һатыла, аҡса күләмен шуға ҡарап билдәләй алаһығыҙ. Йәки урындағы имамығыҙ билдәләгән зәкәтүл-фытырҙың (фытыр-саҙаҡаның) быйылғы күләмен ҡуллана алаһығыҙ. Тимәк, ғүмеренең аҙаҡҡы көнөндә тороп ҡалған биш намаҙҙы бишкә ҡабатларға кәрәк.
Намаҙға баҫҡансы уҡылмаған намаҙҙары өсөн дә, мөмкин булһа, түләп ҡуйырға ине. Әгәр ҙә әсәйегеҙ мираҫ итеп аҡса ҡалдырған икән, ерләү сығымдарына һәм әсәйегеҙҙең бурыстарын таратыу өсөн тотоноп бөткәс, ҡалған аҡсанан (өстән бер өлөшөнә саҡлы) кәффәрәт түләргә мөмкин.
Әгәр ҙә мираҫ итеп аҡса ҡалдырмаһа, вариҫтары (был осраҡта һеҙ үҙегеҙ) был күләмде үҙенең исеменән хәйер итеп түләп ҡуя ала, әммә был һеҙҙең өсөн фарыз түгел. Әгәр быны түләү ауыр икән, һеҙ һәм әсәйегеҙҙең башҡа вариҫтары даими рәүештә уның исеменән саҙаҡа бирә алаһығыҙ. «Ҡиәмәт көнөндә лә иң беренселәрҙән булып намаҙ өсөн хисап алынасаҡ. Әгәр ҙә ул камил икән, ул кеше өсөн камил булып яҙыласаҡ. Етешһеҙлектәре булһа, Аллаһ: ҡарағыҙ әле, ғәмәлдәре араһында фарыз намаҙҙарҙың етешһеҙлеген ҡапларлыҡ сөннәт намаҙҙары бармы, –тип әйтәсәк. Артабан иңебеҙгә һалынған башҡа йөкләмәләр өсөн яуап бирәсәкбеҙ», – тиелә Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәҙисендә (ән-Нәсәи).
Шулай уҡ һеҙ әсәйегеҙгә уның исеменән хәйриә эштәрҙә ҡатнашып, уға Ҡөрьән бағышлап, зекер (Аллаһу Тәғәләне данлап, исемен иҫкә алып) уҡып, доға ҡылып, хәйер-саҙаҡалар таратып, файҙа килтерә алаһығыҙ. («Хәшийәтү Тахтауи»)