Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Ир йәки малай кешегә ҡолағын тиштереп, алҡа тағырға яраймы?

Ибне Ғәбидин әйтеүенсә, тик ҡатынҡыҙҙарға ғына, биҙәүес булараҡ, һырға тағыр өсөн, ҡолаҡ тиштерергә мөмкин, ирҙәргә тыйыла. «Күп кенә китаптарҙа, бигерәк тә, «Ат-Татархания» фәтүәләр йыйынтығында, фәҡәт ҡыҙҙарға ғына ҡолаҡ тишеү тыйылмай, тиелгән”, – тип яҙа ғалим. «Әл-Хәүи әл-Ҡудси» китабында ла, малайҙарға ҡолаҡ тишергә ярамай, тип яҙылған. («Радд үл-Мохтар»)

Мәрхүм кешене ғөсөл ҡойондорғас, үҙемә ғөсөл ҡойоноу фарызмы (мотлаҡмы) әллә сөннәтме?

Мәрхүмде йыуғандан һуң, мосолманға үҙенә ғөсөл ҡойоноу сөннәт (мәндуб) булып һанала. («Мәрәҡил Фәләх»)

Ике кеше араһында малдың хужаһы кем икәнлеге буйынса бәхәс тыуа. Икеһе лә уны үҫтереүҙәрен әйтә һәм кәрәкле документтар күрһәтә. Унда хайуандың тыуған датаһы күрһәтелгән. Кем был бәхәстә хаҡлы?

Кемдең документында хайуандың йәше дөрөҫ күһәтелгән, бәхәс шул кеше файҙаһына хәл ителергә тейеш. Әгәр ҙә был шарт икеһендә лә үтәлһә, был хайуан уларҙың уртаҡ малы булып иҫәпләнә.

Ҡатын-ҡыҙға, мәрхүмде ҡәбергә алып барғанда, уны оҙатып барырға буламы?

Билдәле Хәнәфи мәҙһәбе ғалимы Хәсән ибне Ғаммар әш-Шүрунбүляли үҙенең «Мәрәҡ илФәләх» китабында был һорау буйынса былай тип яҙа: «Мәрхүм артынан ҡатындарҙың эйәреп барыуы кәраһәт ғәмәл булып һанала». Имам әт-Тәхтәүи был һүҙҙәрҙе асыҡлап: «Йәғни, был ғәмәл хупланмай, «Ад-Дурр үл-Мохтар» китабында әйтелгәнсә, хәрәмгә яҡын (кәраһәт-тәхрим)” − тип яҙа.

Кеше юлда бер ҡоролма төҙөгән. Ул мосолмандарға йөрөргә ҡамасаулағас, улар уның хужаһынан, ҡоролманы алып ташла, тип талап иткәндәр. Әммә ул тыңламаған. Һөҙөмтәлә, кеше йәки хайуан ошо ҡоролма арҡаһында зарарлана. Ул ҡоролманың хужаһы йолом (выкуп) түләргә тейешме?

Әгәр ҙә ул талап шаһиттар араһында белдерелһә, ул ҡоролманы алып ташлар өсөн уға кәрәкле ваҡыт бирелһә, әммә хужа яғынан бер ниндәй ҙә аҙым булмаһа, ул йолом түләргә тейеш.

Минең хәләл ефетемә уның әхирәттәре йыш ҡунаҡҡа килә. Улар үҙҙәре менән 6-7 йәшлек улдарын да алып киләләләр. Улар алдында ҡатыным яулыҡһыҙ йөрөй аламы?

Эйе, ул малайҙар алдында яулыҡһыҙ йөрөй ала. Әгәр ҙә сит малай 12-13 йәштәр тирәһендә булһа, уға уның алдында яулығын сисергә ярамай. «Бәдағиу Ҫәнәи фи тәртиби Шәрәғи» китабында: «Әгәр бала бәләкәй һәм ғәүрәттең нимә икәнен айыра белмәһә, аңламаһа, сит ҡатынға уның алдында ғәүрәтенең ҡайһы бер өлөштәрен күрһәтеү гонаһ булмай. Ғәүрәтте аңлап һәм айыра белгән балаларға, бәлиғ осорона барып етмәһәләр ҙә, улар алдында ғәүрәт ерҙәрҙе күрһәтеп йөрөү ярамай».

Бала тапҡандан һуң намаҙ ваҡытында енси ағзанан һауа сыға башланы. Был тәһәрәтте боҙамы?

Енси ағзанан сыҡҡан һауа тәһәрәтте боҙмай, ә арт яҡтан сыҡҡан һауа тәһәрәтте боҙа. («Мәрәҡил Фәләх»)

Әгәр ҙә иттән насар еҫ сыҡһа, уны ашарға мөмкинме?

Иттән йәки башҡа төрлө аҙыҡтан насар еҫ сыға башлағанын тойһағыҙ, уны ашарға ярамай. («Хәшиә Тәхтәүи»)

Ураҙаның һуңғы көнөндә апайымдың балаһы тыуҙы. Ул бала өсөн фытыр саҙаҡаһын бирергә тейешме?

«Лүбәб фир шәрх Китаб» китабында, кем Ислам динен ҡабул итә, шулай уҡ, кем ураҙа байрамы көнөнөң таңында тыуа (Шәүүәл айынының беренсе көнө), улар фитр зәкәтен мотлаҡ түләргә тейеш. Бынан сығып, апайығыҙҙың сабыйы өҫтә әйтелгән ваҡытҡа тиклем тыуғас, уның өсөн дә фытыр саҙаҡаһын түләргә кәрәк.

Ир менән ҡатын айырылғас, сабый атаһында ҡала. Ул уны имеҙер өсөн аҡсаға бер ҡатынды яллай. Әммә шул уҡ хаҡҡа сабыйҙың әсәһе лә имеҙергә риза. Был осраҡта кемдең хаҡы күберәк?

Сабыйҙың әсәһенә өҫтөнлөк бирелергә тейеш.

Өйҙә изге Ҡөрьән һаҡлана, әммә уны берәү ҙә уҡый белмәй. Был гонаһмы?

«Әл-Фәтәүә әл-Һиндия» китабында әйтелгән: «Өйҙә Ҡөрьән һаҡлаған, әммә уны уҡымаған кеше тураһында ғалимдар былай тигәндәр: “Әгәр уны һаҡлаған кеше Ҡөрьән аша бәрәкәт алырға теләһә, бында гонаһ юҡ, киреһенсә, уның сауап алырына өмөт бар”. «Фәтәүә Ҡади Хан» китабында ла шулай тип яҙылған».

Намаҙ үтәп торған саҡта тәһәрәт боҙолһа, нимә эшләргә?

Намаҙ үтәгән ерҙән сығып, тәһәрәтте яңыртырға ла, туҡтаған ерҙән намаҙҙы дауам итергә була. Әммә яңынан башлап үтәһә, яҡшыраҡ буласаҡ. Әгәр намаҙ үтәүсе имам булһа, ул үҙенең урынына эргәлә торған кешене ҡуя. Ул кеше намаҙҙы аҙағына тиклем алып барырға тейеш.

Әгәр намаҙ үтәүсенең, “әттәхиәтте”, салауатты уҡып бөтөп, сәләм әйтер алдынан тәһәрәте боҙолһа, ул шулай уҡ тороп, тәһәрәтен яңырта ла, кире килеп, ултырып ике яҡҡа сәләм әйтергә тейеш.

Әгәр ҙә тәһәрәте боҙолған кеше намаҙын бүлеп, тәһәрәт яңыртырға китеп барғанда һөйләшһә, уның намаҙы ла боҙола, шуға күрә, ул тәһәрәтен яңыртҡас, намаҙын баштан алып үтәргә тейеш. Ул яңылыш йәки онотолоп берәй һүҙ ҡушҡан булһа ла.

Тәһәрәт яңыртыр өсөн Ҡибланан боролорға тура килһә лә, тәһәрәтханаға барыр өсөн өс аҙымдан ашыу атлаһа ла − ғәфү ителә. Ул ғәмәлдәр намаҙҙы боҙмай. Шуға күрә ул, тәһәрәт алғас, кире килеп, намаҙын артабан дауам итә ала.

Намаҙ ваҡытында йоҡлап киткән кешенең, йәки уның поллюцияһы булһа, йәки һаташһа, йә иҫен юғалтһа, йәки ҡысҡырып көлһә − намаҙы боҙола. Шуға тәһәрәтен яңыртҡас, ә поллюция булғанда, ғөсөлөн яңыртҡас, намаҙын баштан алып үтәргә кәрәк. («Әл-Бахр ар-Раик»)

Әгәр ҙә Рамаҙан айында ҡалдырған ураҙа көндәрен ҡаза итеп тотоп бөтмәһәм, Шәүүәл айының алты көнлөк нәфел ураҙаларын тоторға буламы?

«Ад-Дурр үл-Мохтар» китабында әйтелгәнсә, ҡазаға ҡалған ураҙалар булһа ла, Шәүүәл айының нәфел ураҙаларын тоторға мөмкин.

ХӘНӘФИ МӘҘҺӘБЕ БУЙЫНСА. ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

Иғтибар! Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Киләһе 2022 йылға гәзиткә яҙылыу өсөн ошо номерҙар буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 79373340189, 79173504933, 9613620937

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Әс-сәләм” дин-мәғрифәт гәзитенә тәҡдим итергә теләгән материалдарығыҙҙы assalam-ufa@mail.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ. Редакцияға килгән хаттар һәм ҡулъяҙмаларға баһа бирелмәй, улар кире ҡайтарылмай.

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...