ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ағайым мәрхүм булып ҡалды, һәм мин уның ҡәбере өҫтөндә ҡоролма төҙөргә уйлайым. Был рөхсәт ителәме?

Ҡәбер өҫтөндә ҡоролма яһап ҡуйыу хәрәм (тыйыла). Шулай уҡ ҡәберҙе нығытыу өсөн нимәлер төҙөү ҙә мәкруһ. Туғандары, яҡындары мәрхүмдең ерләнгән урынын онотмаһын өсөн ҡәбер ташына исемен, ҡасан тыуғанын, үлеме хаҡындағы мәғүмәтте яҙып ҡуйырға ярай. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Үҙ имандашын ҡарғауға Ислам дине нисек ҡарай?

Ҡайһы бер әҙәмдәр һөйләшкән арала, һаҡһыҙлыҡ күрһәтеп, әрләшеп алып китә, ул ғына ла түгел, кемделер һәм нимәнелер ҡарғай башлай. Кешене, хайуанды, хатта йәнһеҙ әйберҙе ҡарғау ислам динендә тыйыла. «Ҡәһәр» һүҙе үҙе «Аллаһтың Мәрхәмәтенән мәхрүм ителеү һәм алыҫлашыу теләге» тигәнде аңлата. Раббыбыҙ яратҡан (бар иткән) бәндәләренә ҡарата ундай мөнәсәбәттә булыу ҡурҡыныс, ныҡ хәүефле. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә шулай тиелә: «Иман эйәһен ҡарғау уны үлтереүгә тиң». (әл-Бохари)

 

 

 

Шаһиттарһыҙ айырылышыу талаҡ тип һаналамы?

Айырылышыу өсөн шаһиттар кәрәкмәй. «Лүбәб» китабында әйтелгәнсә, Хәнәфи мәҙһәбе буйынса айырылышыу өсөн талаҡ һүҙҙәрен әйткән ир үҙе йә уның вәкиле кәрәк. Шуға айырылышыу һүҙҙәрен әйтеү өсөн шаһиттар кәрәкмәй.

 

 

 

Бизнес өлкәһендә эшләгән ҡатын-ҡыҙға хеҙмәт урынында ир-егеттәр менән осрашырға тура килә. Килешеү төҙөгәндән һуң ҡул ҡыҫышырға ғәҙәтләнгән көслө зат вәкилдәренә нимә тип яуап бирергә?

Мәхрәмдән (яҡын туған булыу сәбәпле, өйләнергә хоҡуғы булмаған ир туғанынан) башҡа ҡаршы енескә ҡағылыу тыйыла. Һеҙҙең осраҡта, йомшаҡ итеп: «Мин мосолман, һәм динебеҙ буйынса ҡатын-ҡыҙға сит ирҙәргә ҡағылыу тыйыла», − тип аңлатығыҙ.

 

 

 

Ҡулыма гипс һалдылар. Инде хәҙер миңә ни эшләргә, нисек тәһәрәт алырға? Зинһар, кәңәш бирегеҙ.

Ҡабул ителгән тәртип буйынса тәндең асыҡ өлөштәрен йыуабыҙ ҙа, гипслы урынға еткәс, күберәк өлөшөн еүеш ҡул менән һөртөп алырға кәрәк. Һәм бындай саҡтарҙа тәһәрәттән һуң тәйәммүмдең (ҡоро тупраҡ, ҡом менән таҙарыныу-һөртөнөүҙең) кәрәге юҡ. Әгәр ҙә гипсты еүеш ҡул менән һөртөү зыян килтерһә, һөртмәҫкә лә рөхсәт ителә. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Ниндәй осраҡта алдашырға рөхсәт ителә?

Имам әл-Ғазали үҙенең «Ихйәә ғүлүүмиддиин» китабында былай ти: «Ялғандың рөхсәт ителеүе һәм тыйылыуы тураһында ҡағиҙә түбәндәгесә: әгәр ҙә изге маҡсатҡа хәҡиҡәт менән дә, ялған менән дә өлгәшергә мөмкин булһа, был яҡшы ниәткә ирешеү өсөн алдашыуға мөрәжәғәт итеү тыйыла. Әгәр яҡшы маҡсатҡа ялғандан башҡа ысул менән өлгәшеп булмаһа, алдашырға ярай».

Мәҫәлән, әгәр ҙә берәй кешенең ғүмерен ҡыйырға йә уға зыян килтерергә йыйынған әҙәм берәйһенән уның ҡайҙалығын һораһа, яуап биреүсе, уның ҡайҙа икәнен белһә лә, ялған хәбәр әйтергә тейеш. Әгәр ҙә енәйәтсе унан ант итеүен талап итһә, был осраҡта ялған ант бирергә ярай. Йәнә дошманлашҡан ике кешене дуҫлаштырыу, татыулаштырыу өсөн ялғанларға мөмкин. Әйтәйек, беренсеһенә лә, икенсеһенә лә, теге кеше һинең хаҡта яҡшы һүҙ һөйләне, тип әйтергә ярай.

 

 

 

Ғөсөлгә ниәт нисек әйтелә? Ире менән яҡынлыҡ ҡылғас ниәтләнеү менән күремдән таҙарынғандан һуң әйтелгән ниәт араһында айырма бармы?

Ике осраҡта ла: «Аллаһу Тәғәлә Ризалығы өсөн ғөсөл алырға ниәтләнем», – ти әйтеү ҙә етә.

 

 

 

Йәш ҡатынға ниндәй һөнәр һайлау яҡшыраҡ?

Мосолман ҡатын-ҡыҙы өсөн лайыҡлы шөғөлдәр бихисап, улар араһынан үҙенең ҡыҙыҡһыныуына, Аллаһу Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләтенә ярашлыһын һайлай ала. Мәҫәлән, табибә, шәфҡәт туташы, уҡытыусы, ашнаҡсы, яҙыусы һәм башҡалар – һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел. Бөгөнгө көндә иптәше, туғаны менән бергә ғаилә бизнесын ойоштороп ебәреү өсөн форсат ҙур. Ғөмүмән, Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡанын үтәп, үҙең һәм башҡаларҙың мәнфәғәте өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тормош менән йәшәргә мөмкинлектәр етерлек. Иң мөһиме – беҙгә тәғәйен ризыҡтың һәр хәлдә лә беҙҙең өлөшкә төшөүен онотмаҫҡа.

Ғәле ибне Әбү Талиб менән булған ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Баҙарға килгәс, сауҙа рәттәрен байҡап сығыр алдынан, бер кешегә, уға аҙаҡ ярҙамы өсөн ике дирһәм түләргә ниәтләп, атын ҡарап торорға ҡуша. Эшен бөтөрөп, әйләнеп килһә – аты урынында, тик ниңәлер йүгәнһеҙ, ә теге кешенән елдәр иҫкән. Ғәле шундуҡ, хеҙмәтсеһенә аҡса тоттороп, яңы йүгән артынан баҙарға ебәрә. Хеҙмәтсеһе баҙарҙа хужаһының атын ҡарап торорға вәғәҙә биреп ҡасҡан кешене осрата, баяғы хәлгә шаһит булмағас, уның бур икәнен белмәй һәм ҡараҡтан ике дирһәмгә йүгән һатып ала. Ғәле ибне Әбү Талиб янына әйләнеп ҡайтҡас, үҙенең йүгәнен танып ҡалған сәхәбә уны кемдән һатып алғанын һораша. Хеҙмәтсе йүгән һатҡан егетте һүрәтләп бирә һәм был әйберҙе ике дирһәмгә алыуын әйтә. Ғәле шул мәлдә: «Тәҡдиренә Аллаһу Тәғәлә билдәләгән ризыҡты, рөхсәт ителгән юл менән алыу урынына, ҡомһоҙлоғо, Ғаләмдәр Хужаһынан ҡурҡмауы арҡаһында, хәрәм юл менән алып, был бәндә гонаһҡа батты», – тип әйтә.

Әммә мин имандаш апай-һеңлеләремә Аллаһу Тәғәлә ир кешенең иңенә һалған бурыстарын үҙ өҫтөнә алырға кәңәш итмәҫ инем. Таң һарыһынан киске эңергә саҡлы эштә йөрөп, ғаиләгеҙгә, балаларығыҙға ваҡыт еткерә алмай йонсоғансы, өйөгөҙҙә уңайлыҡ, бөхтәлек булдырып, ҡәҙерлеләрегеҙҙе тәмле аштар бешереп ҡаршы алыуығыҙ күпкә әһәмиәтлерәктер. Нәфис зат вәкилдәренә «Аллаһҡа табынғанмы әллә иблискә буйһонғанмы» тигән китапты алып уҡырға кәңәш итәм, унда бик күп файҙалы мәғлүмәт, кәңәштәр тупланған. Аллаһу Тәғәлә изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға насип итһен!

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...