ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Сәфәрҙә саҡта ниндәй осраҡта намаҙҙы транспорт эсендә үтәргә мөмкин?

Намаҙҙы түбәндәге осраҡтарҙа ғына траспорттан сыҡмай үтәргә мөмкин:

1. Әгәр кеше транспорттан сыҡһа, уға бурҙарҙың һөжүм итеүе йәки уның транспортын урлау ихтималлығы булһа.

2. Тирә-яҡтағы йыртҡыс йәнлектәрҙең зыянынан ҡурҡһа.

3. Туҡтаған урын үтә бысраҡ булып, намаҙ үтәрлек таҙа урын булмағанда..

Ир кеше хәләл ефетен итергә? күпмелер ваҡыт аҫрамаған (матди яҡтан тәьмин итмәгән). Әгәр ҡатын шул арауыҡта үҙенә сарыф иткән аҡсаны иренән талап итһә, дөрөҫ буламы?

Әгәр улар алдан был турала килешеү төҙөмәгән булһа, ир кеше ҡатынына бер нәмә лә түләргә тейеш түгел.

Ҡөрьән китабына ғөсөлһөҙ тейергә буламы?

Ҡатын-ҡыҙҙарға күрем һәм нифас (бала тыуғандан һуң ҡырҡ көн эсендә аҡҡан ҡан) ваҡытында Ҡөрьәнде тоторға ла һәм уны яттан уҡырға ла ярамай. Хатта Ҡөрьән аяттары берәй һүрәттә йәки айырым ҡағыҙҙа яҙылған булһа ла, уларға ҡағылыу тыйыла. Шулай уҡ кемдең ғөсөлө юҡ (мәҫәлән, енси бәйләнештән һуң, йәки ир кешенең поллюциялары булһа), уларға ла Ҡөрьәнде тоторға һәм уҡырға ярамай. Әгәр инде кешенең ғөсөлө булып, тик тәһәрәте генә боҙолһа, был осраҡта Ҡөрьәнгә шулай уҡ ҡағылырға ярамай, ләкин яттан уҡырға була.

Намаҙ үтәгән саҡта “ӘлФатиха” сүрәһенән һуң “Йәсин” сүрәһен уҡырға буламы?

Әгәр кеше намаҙҙы яңғыҙ килеш үтәһә, “ӘлФатиха” сүрәһенән һуң ҡайһы сүрәне уҡыһаң да була. Ә инде йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа имамға ҡыҫҡа сүрәләрҙе уҡыу яҡшыраҡ буласаҡ. Сөнки йәмәғәт намаҙында ауырыу кешеләргә оҙаҡ тороуы ҡыйын буласак һәм шул сәбәпле уларҙың башҡаса йәмәғәт намаҙына йөрөмәүе ихтимал (Мәрәҡ әл-Фәләх).

Бала үле килеш тыуһа, уны нисек ерләргә?

Баланың тыуғанда уҡ йәшәү билдәләре булмаһа, уны ғөсөл ҡойондорорға, кәфенгә урарға, исем бирергә һәм йыназаһыҙ ерләргә кәрәк.

Намаҙ үтәгән саҡта сәждә аяттарын (был аяттарҙы уҡығас, сәждә ҡылырға кәрәк) уҡыһаң, артабан намаҙҙы нисек дауам итергә?

“Хәшийәтү Тәхтәүи” китабында былай тиелгән: “Әгәр намаҙҙа сәждә аяттары уҡылһа, шунда уҡ сәждә ҡылырға кәрәк, шунан һуң намаҙҙы дауам итергә”.

Витр-үәжиб намаҙын ултырған килеш уҡырға буламы?

Витр намаҙы үәжиб, йәғни мотлаҡ үтәлә торған намаҙ. Шуға күрә уны сәбәпһеҙ ултырып уҡырға ярамай. Был ваҡытта ул намаҙ булып һаналмаясаҡ. Әгәр быға тиклем витр намаҙын уҡымай ҡалдырған булһағыҙ, ҡаза итеп үтәргә кәрәк (Хәшийәтү Тәхтәүи).

Әгәр кибеттәге ит һәм колбасаларҙа “хәләл” тамғаһы булып та, беҙ уларҙы етештереүсе берекмә тураһында белмәһәк, ул аҙыҡтарҙы ашарға яраймы?

“Хәләл” яҙыуы беҙгә ул аҙыҡтың ысынлап та хәләл булыуын һәм уны ашарға рөхсәт ителеүҙе аңлатмай. Әммә, ул ризыҡты етештереүсе ойошма тураһында берәй мәғлүмәт билдәле икән, мәҫәлән, унда малды тулыһынса дини ҡанундарға таянып салалар һәм колбасаларҙы ла тейешенсә дини ҡағиҙәләр буйынса эшләйҙәр икән, ул аҙыҡты ашарға мөмкин.

Тырнаҡтарҙа лак булһа, намаҙым дөрөҫ буламы?

Тәһәрәт алған саҡта, төп шарт булып һыуҙың кәрәкле ағзаларға тейеүе тора. Лак аша тырнаҡтарға һыу үтеп инмәй. Шуға күрә, тәһәрәт алынған тип һаналмай. Тәһәрәтһеҙ намаҙ ҙа дөрөҫ булмай (Хәшийәтү Тәхтәүи).

Әгәр намаҙ үтәп торған саҡта ҡаҡырыҡты йотһаң, намаҙ боҙоламы?

Юҡ, боҙолмай (Мәрәҡ әл-Фәләх).

Васыятты яҙып ҡалдырыу диндә мотлаҡмы?

Васыят ҡалдырыу Исламда яҡшы сөннәт ғәмәл (мөстәхәб) булып һанала. Ибне Саләх тигән ғалим: “Васыят ҡалдырмай үлгән кеше теге донъяла телһеҙ булыр, ҡалғандар менән һөйләшә алмаҫ. Шулай уҡ, Аллаһ ҡушыуы буйынса, теге донъяла тик васыят ҡалдырмаған мәрхүмдәр генә ҡалған мәрхүмдәр менән күрешә алмаҫ”, − тип әйткән (“Лүбәб”).

Мин мәсеткә йома намаҙына килгәндә, имам хөтбә уҡый ине. Был осраҡта ҡайһылай дөрөҫ була: башта мәсет намаҙын үтәүме, әллә шунда уҡ хөтбәне тыңлай башлаумы?

Намаҙҙы үтәмәйенсә, шунда уҡ урын табып хөтбәне тыңлай башларға кәрәк. Нуруль-иҙах китабында әйтелгән: “Имам йома хөтбәһен уҡый башлаһа, һөйләшергә һәм бер ниндәй ҙә намаҙ үтәргә ярамай”.

Серәкәй, һөлөк, талпан тешләһә, тәһәрәт боҙоламы?

Имам Ғәләүетин әл-Хәскәфи “Әд-Дурр әлМөхтәр” китабында: “Һөлөк кешенең берәй ағзаһынан ҡанды һурып, ҙурайһа, тәһәрәт боҙола. Шул уҡ хөкөм талпанға ла ҡағыла. Сөнки уларҙы тартып алғанда, яранан ҡан ағасаҡ. Әгәр һөлөк ҡан менән тулмаһа, йәки талпан бәләкәй булһа, ул саҡта уларҙың тешләүенән тәһәрәт боҙолмай. Серәкәй менән себен тешләүҙәре лә тәһәрәткә тәъҫир итмәй”. Имам Ғәбидин өҫтәлмә аңлатмаларында әл-Хәскәфиҙең һүҙҙәрен былай итеп асыҡлай: “Был осраҡта һис шикһеҙ һөлөктөң тулыһынса ҡан менән тулыуы шарт булып тормай. Сөнки бында яранан ҡандың күпме күләмдә сығыуы мөһим” («Хәшийә ибне Ғәбидин”)

Әгәр ир ҡатынына: “Һин ирекле”, - тип өс тапҡыр әйтһә, ул һүҙҙәр дин ҡанундары буйынса айырылыуҙы аңлатамы?

Айырылыу (талаҡ) һүҙҙәре ике төргә бүленә: асыҡ (сарих) һәм кинәйә (кинәйәт). “Һин айырылдың”, “Мин һинең менән айырылыштым”, − тигән һүҙҙәр асыҡ айырылыу булып һанала. Ә “һин хәҙер ирекле” йәки “һин ғиддәт көндәрен (айырылған саҡта билдәле ваҡытты яңғыҙ үткәреү) тота алаһың”, − тигән һөйләмдәр ирҙең күңелендәге ниәтенән тора (“Лүбәб”). Һығымта: әгәр ир ҡатынына айырылыу ниәте менән: “Һин ирекле”, − тип әйтһә, был талаҡ булып һанала. Әгәр ундай ниәт булмаһа, талаҡ һаналмай.

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...