Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Ғөсөл алғанда, ауыҙ менән танауҙы сайырға онотһаң, намаҙ үтәргә, Ҡөрьән уҡырға мөмкинме? Шул килеш ғибәҙәт үтәһәм, гонаһ буламы?

Ғөсөл алғанда, ауыҙ менән танауҙы сайыу мотлаҡ шарт булып һанала. Шуға йыуынғанда уларҙы сайҡарға онотһағыҙ, намаҙ ҡылырға һәм Ҡөрьән уҡырға ярамай. Ғөсөл дөрөҫ булһын өсөн, ауыҙ менән танауҙы сайҡау етә. Яңынан тулыһынса ғөсөлләнеү кәрәкмәй.

Әгәр ҙә кеше танау менән ауыҙҙы сайыу тураһында белмәһә йәки онотһа, һәм шул килеш намаҙ үтәһә йәки Ҡөрьән уҡыһа, был осраҡта уға гонаһ булмай. Сөнки Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Ысынында, Аллаһу Тәғәлә минең өммәтемә хаталы, онотоп йәки көсләтеп эшләнгән әйберҙәрҙе ғәфү итте», – тиелгән (Ибне Мәджә). («Мәрәҡил Фәләх»)

 

 

Намаҙ үтәгән саҡта, уның үәжиптәрен онотоп ебәреп, намаҙ аҙағында сәждә-сәхүҙе эшләргә онотоп, ике яҡҡа сәләм биреп тороп китһәм, нимә эшләргә?

Әгәр кеше, сәждә сәхүҙе онотоп, сәләм биреп, кеше менән аралаша башлаһа йәки мәсеттән сыҡһа, унан сәждә-сәхү үтәү бурысы төшә.

Әгәр намаҙҙан һуң ул һөйләшмәйенсә ҡибланан боролдо икән, был осраҡта ул сәждә-сәхүҙе үтәй ала.

Әммә, ул сәждә сәхүҙе үтәргә кәрәк икәнлеген иҫендә тотоп та үтәмәһә, ҡибланан боролһа, унан ул бурыс төшә. Әммә уға, иң яҡшыһы, намаҙҙы яңынан үтәү кәрәк буласаҡ. («Дурару Мохтар»)

 

 

Мин ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң ғөсөл алдым. Шунан бер аҙ ваҡыттан мәни сыҡҡанын һиҙҙем. Хәҙер миңә яңынан ғөсөл ҡойонорға кәрәкме?

Бында ике осраҡты ҡарарға кәрәк.

Беренсе осраҡта, әгәр ҙә һеҙ яҡынлыҡтан һуң ғөсөл ҡойонор алдынан кесе ярау итәһегеҙ йәки йоҡлайһығыҙ икән, ғөсөлдән һуң мәнине күрһәгеҙ, яңынан ғөсөл ҡойонорға кәрәкмәй. Бында бар ғалимдар берҙәм фекерҙә.

Икенсе осраҡта, Әбү Хәнифә фекере буйынса, әгәр ҙә һеҙ ғөсөл ҡойонғандан һуң бәҙрәфкә барғанда йәки йоҡлағандан һуң мәни сыҡҡанын күрһәгеҙ, яңынан ғөсөл алырға кәрәк. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Ҡайһы ваҡытта мин үтә күренмәле шыйыҡсаның (мәзйү) сыҡҡанын һиҙәм. Белеүемсә ул ғөсөлдө боҙмай. Әммә кесе ярауҙан һуң төйөрлө, йәбешкәк шыйыҡса сыға. Ул ғөсөлдө боҙамы?

Кесе ярау алдынан йәки кесе ярауҙан һуң сыҡҡан төйөрлө шыйыҡса «вәдйү» тип атала. Бар ғалимдарҙың фекерҙәре буйынса ул ғөсөлдө боҙмай. Әммә ул нәжес булып һанала, шуға ул тәһәрәтте боҙа. («Мәрәҡил Фәләх»)

 

 

Мин ирҙәргә алтын әйберҙәр йөрөтөргә ярамай икәнлеген яңыраҡ белеп ҡалдым. Минең тештәрем алтын коронканан тора. Уларҙы хәҙер алдырырға кәрәкме?

Борсолмағыҙ, уларға тейергә кәрәкмәй, сөнки алтын коронкаларға был хөкөм ҡағылмай. («Дурару Мохтар»)

 

 

Ураҙа ваҡытында мин ҡайһы берҙә ауыҙымды саям. Шулай эшләргә буламы, әллә мәкрүһме?

Тәһәрәттән тыш ауыҙҙы сайҡарға мөмкин. Әммә, ауыҙҙы үтә ныҡ сайҡау арҡаһында, һыу тамсыһы эскә китеп, һеҙҙең ураҙағыҙҙы боҙоуы ихтимал.

(«Мәрәҡил Фәләх»)

 

 

Ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында никах уҡыр өсөн мәсеткә барырға буламы?

Күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙға намаҙ үтәргә, ураҙа тоторға, Ҡөрьән уҡырға, ир менән яҡынлыҡ ҡылырға, Ҡәғбә тирәләй тәүәф ҡылырға, мәсеткә инергә тыйыла.

Никах уҡыр өсөн ҡатын-ҡыҙға мәсеттә булыу мотлаҡ шарт түгел. Бында уның исеменән атаһы, олатаһы, ағаһы һ.б. ир туғаны булыуы етә.Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың булыуы мотлаҡ кәрәк булһа, ул осраҡта никахты мәсеттән тыш икенсе бинала ла үткәрергә мөмкин. («Имдат үл-Фәттәх»)

 

 

Минең дуҫтарым менән дөйөм коммерция фирмаһы бар. Беҙгә зәкәтте нисек түләргә кәрәк?

Был саҡта һеҙҙең предприятиены барлыҡҡа килтергән һәр ҡатнашыусы үҙенең капитал өлөшөнә торошло зәкәт түләргә тейеш. Компаньондар бер-береһен бары тик фирманың коммерция мәнфәғәттәре талап иткән осраҡтарҙа ғына алмаштыра алалар. Зәкәт – ул ғибәҙәттең бер төрө һәм уның ҡабул булыуы ниәт менән бәйле. Шуға күрә дөйөм фирманың мөлкәтенән зәкәт түләр өсөн, барлыҡ ойоштороусыларҙың ризалығы кәрәк. Улар берәйһен зәкәт түләр өсөн үҙҙәренең вәкилдәре итеп ҡуя алалар.

Етештереү фирмаларында төп капитал ҙур ғына сумма өлөшөн биләп тора. Фабрика бинаһы, станоктар, складтар, хеҙмәтләндереү саралары, эшселәр өсөн йәшәү урындары һ.б. тауар булып һаналмаған әйберҙәрҙән зәкәт түләнмәй. Бурыстарҙы түләгәндән һуң ҡалған аҡсанан, валютанан, сеймалдан һәм әҙер продукциянан (йәки етештереп бөтөрөлмәгән тауарҙан), йәғни ҡиммәтле әйберҙәрҙән зәкәт түләнә. Ул 1/40 өлөшөн тәшкил итәсәк. Дөйөм сумманы һанағанда баҙар хаҡтары менән иҫәпләргә кәрәк. Һәр компаньон үҙенең килеменән йәки булған аҡсанан 1/40 түләргә тейеш.

(«Радд әл-Мохтар», «Бадаиғу санаиғ»)

 

 

Ир-егеттәргә иптәштәре алдында бассейнда эске кейем менән һыу инергә яраймы?

Бер ир икенсе ирҙең кендегенән алып тубығынан башҡа яланғас тән ағзаларына ҡарай ала. Бында кендек ғәүрәт булып һаналмай, ә тубыҡ һанала.

Шуға күрә, һеҙ дуҫтарығыҙ алдында бассейнда эске кейемдә һыу төшә алмайһығыҙ. Был осраҡта кендектән алып тубыҡҡа тиклем ҡаплап торған, оҙон шорты кейергә кәрәк. («Дурару Мохтар»)

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...