Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Мин икенсе рәҡәғәттән (өс йәки дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа) һуң «Әт-тәхиәтте» уҡырға оноттом. Минең намаҙым һаналамы?

Был осраҡта һеҙ вазифағыҙҙы үтәгән булып һаналаһығыҙ, әммә әгәр ҙә һеҙ намаҙҙан һуң шунда уҡ сәждә-сәһүне үтәмәһәгеҙ, намаҙҙы яңынан уҡыу яҡшыраҡ булыр. Әгәр ҙә намаҙ ваҡыты үтһә, был хата өсөн Аллаһ алдында ғәфү үтенергә кәрәк.

Сәждә-сәһүгә килгәндә. Әгәр ҙә намаҙҙа онотолоп китеп «Әт-тәхиәтте» уҡырға онотһаҡ, сәждә-сәһү эшләргә кәрәк. Йәғни һуңғы «Әт-тәхиәтте» уҡып бөткәс, уң яҡҡа сәләм бирәбеҙ, шунан һуң ике сәждә ҡылабыҙ һәм яңынан «Әт-тәхиәтте» уҡып, ике яҡҡа сәләм менән намаҙҙы тамамлайбыҙ. («Мәраҡ ил-Фәләх»)

 

 

Тулыһынса һаҡалды ҡырырға мөмкинме?

Тотош килеш һаҡалды ҡырыу кәраһәт-тәхрим, йәғни хәрәмгә яҡын тигәнде аңлата. Һаҡал бер йоҙроҡтан оҙонораҡ булһа ғына, уны ҡыҫҡартырға мөмкин. Кем тышҡы ҡиәфәте менән сөннәтте үтәүҙә айырылырға теләй, шул уҡ ваҡытта ул ҙур яуаплылыҡ икәнен онотмаһын. Шуға күрә һүҙҙәргә лә һәм ғәмәлдәргә иғтибарлы булырға кәрәк. («Фикһүл Ислам үә әдилләтүһү»)

 

 

Әгәр ҙә аҙан ваҡытында мәсеттә Ҡөрьән уҡып ултырһаң, аҙанға мотлаҡ яуап бирергә кәрәкме?

Был һорау буйынса ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр бар.

 Берәүҙәр фекеренсә, аҙанға яуап – үәжиб тип һанала. Был осраҡта мосолман бар эштәрен, хатта Ҡөрьән уҡыуҙы ла туҡтатып, аҙанға яуап бирергә тейеш.

Икенсе ғалимдар фекеренсә, аҙанға яуап биреү – сөннәт. Был осраҡта аҙан ваҡытында Ҡөрьән уҡыуҙы дауам итергә була. Әммә, барыбер бер аҙға туҡтап, аҙанға яуап биреү яҡшыраҡ булыр.

Ике фекергә ярашлы, әгәр кеше аҙан ваҡытында ризыҡ ҡабул итһә йәки дини дәрес алып барһа, аҙанға һүҙмә-һүҙ яуап бирергә кәрәкмәй. Шулай уҡ намаҙ үтәүсе, бәҙрәфтә булған кешеләр аҙанға яуап бирмәй.

Дин ғалимы Ибне Ғәбидин һығымтаһы буйынса, аҙан артынан һүҙмә-һүҙ яуап биреү сөннәт булып һанала. («Хәшиәтү ибне Ғәбидин»)

 

 

Малайҙарҙың ҡолаҡтарын тишергә буламы?

Малайҙарҙың ҡолаҡтарын тишеү – хәрәм. Ҡыҙҙарҙыҡын тишергә була. («Рад үл-Мохтар»)

 

 

 

Һаҙ ҡондоҙо (нутрия) туны нәжес булып һаналамы?

Әгәр ҙә хайуандың тиреһе дупланһа, ул таҙа булып һанала. Һәм уның йөнө лә таҙа була. («Мәраҡ ил-Фәләх»)

 

 

Намаҙҙы аяҡ кейемен сисмәйенсә үтәргә буламы?

Әгәр ҙә тән, кейем һәм намаҙ үтәй торған урында нәжес булһа, намаҙ һаналмай. Аяҡ кейемендә намаҙ үтәү буйынса ғалимдар араһында ике фекер бар.

Берәүҙәр аяҡ кейемен сисмәй намаҙҙы үтәргә була тип һанай, икенселәр,был сөннәт ғәмәл,тиҙәр. «Мәраҡ ил-Фәләх» китабында Әбү Дауд һәм Әхмәдтән еткерелгән хәҙис килтерелә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Әгәр берәйһе мәсеткә килһә, иғтибар менән аяҡ кейеменә ҡараһын, әгәр унда нәжес тапһа, ергә һөртөп таҙартһын һәм шунан шул аяҡ кейеме менән намаҙ үтәһен», –тигән.

Дин ғалимы Әт-Тәхтәүи: «Беҙҙең мәҙһәбтең ғалимдары фекеренсә, был хәҙистә намаҙҙы таҙа аяҡ кейемендә үтәүгә күрһәтмә бар», – тип аңлатма бирә.

Әлбиттә, ни өсөн мәсеткә аяҡ кейемендә ингәндәр, тип аптырарға кәрәкмәй, сөнки элекке замандарҙа мәсеттәрҙә иҙән булмаған, балаҫ түшәлмәгән, шуға намаҙҙы таҙа ерҙә уҡығандар.

Һығымта: намаҙҙы аяҡ кейемендә үтәргә була. Иң төп шарт – унда нәжес булмауы. Әгәр ҙә нәжес булһа, аяҡ кейемен таҙартырға кәрәк йәки сисергә лә шунан ғына намаҙ үтәргә мөмкин.

 

 

Ғәүрәттәге йөндәрҙе үткер лезвие менән түгел, ә төрлө махсус майҙар (мазь) ярҙамында юҡ итергә буламы?

«Фәтәүә әл-Һиндиә» китабында әйтелгәнсә, ҡултыҡ аҫтындағы һәм түмһәкәйҙәге йөндәрҙе махсус майҙар ярҙамында юҡ итергә рөхсәт ителә.

 

 

Өйҙә кешеләрҙең фотоларын һаҡларға яраймы?

 

Хәҙерге заман ғалимы аз-Зухайли фекеренсә, фотоларҙы һаҡларға рөхсәт ителә. Шуға уларҙы стенаға йәки кәштәгә ҡуйырға мөмкин. Әммә ул фотолар гонаһҡа килтермәһә генә, мәҫәлән, ҡатындарасыҡ ғәүрәттәре менән торһалар, әлбиттә, уларға ҡарарға ярамай. Шулай итеп, был фотоларҙа дин күҙлегенән ҡарарға яраған һүрәт булһа, уларҙы өйҙә һаҡларға мөмкин. («Фикһүл Ислам»)

 

 

Мосолман кешеһенең хәләл кафеһы бар. Дин күҙлегенән шул кафеға хәләл булмаған ризыҡты индереп ашарға рөхсәт итергә буламы? Һәм мосолмандарға эскән, тартҡан урындарға инергә мөмкинме?

Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Кем гонаһ ҡылыусыларға ярты һүҙ менән генә булһа ла ярҙам итә икән, ул да шул гонаһта ҡатнашыусы була». (Ибне Мәждәх).

Был хәҙистән билдәле булыуынса, кеше гонаһ ҡылырға булышлыҡ иткәне өсөн гонаһлы була. Был осраҡта кафе хужаһы хәрәмде ашар өсөн урын биргәс, был гонаһта булышлыҡ итеүсе тигәнде аңлата.

Әгәр ҙә мосолман (үҙе хәмер эсмәһә лә) хәмер эскән ергә барһа, Аллаһу Тәғәлә тыйған әйберҙе, киреһенсә, хуплаған булып һанала. Шуға ундай ерҙәргә барырға ярамай.

 

 

Яңы тыуған баланың һейҙеге нәжес булып һаналамы?

«Мәраҡ ил-Фәләх» китабында, хәләл булмаған хайуандарҙың һейҙеге ауыр нәжес булып һанала. Быға кешенең дә һейҙеге инә һәм шул иҫәптән имсәк баланыҡы ла, тиелгән. Бала хатта тик күкрәк һөтөн генә имһә лә, һейҙеге барыбер нәжес була. Малай йәки ҡыҙ бала булыуында айырма юҡ.

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Дауыт пәйғәмбәр

Нисек кенә булмаһын, Сәбиғ Дауыттың йөҙөнсө ҡатыны була, ә бер генә ҡатынлы Аурия яңғыҙ ҡала. Һөйгәненән айырылыуҙы Аурия бик ауыр кисерә. Башта әйтелгәнсә, шәриғәттә бындай хәлгә тыйыу булмаһа ла, Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был ҙур хата була. Дауыттың тәҡүәлек дәрәжәһен күтәрер өсөн, Аллаһу Тәғәлә...


Ахырзаман – аяҡ аҫтында

Бала саҡта: «Үлем – күҙ менән ҡаш араһында, ахырзаман – аяҡ аҫтында», – тигән һүҙҙәрҙе өләсәй ауыҙынан йыш ишетергә тура килде. Нух пәйғәмбәрҙең туфан һыуынан, тереклектәр донъяһын һаҡлап алып ҡалыуы ла һүҙ урауында аңға һеңдерелде.   Яҙғы ташҡын осоронда, Нөгөш...


Иҙел әүлиәһе Гөлбан инәй

Үләндәр, сәскәләр шыбырлауын, ҡоштар телен аңлау борондан булған. Ҡош юлын, йондоҙ юлын, һыу юлын, ел юлының да серен яҡшы белгән боронғолар.   Мәләүез районы Үрге Бикҡужа ауылында (халыҡ телендә Сорғаяҙ) Иҙел буйы әүлиәһе Гөлбаныу Шәмсетдин ҡыҙы Ишбаева (1882-1977) ла тәбиғәт телен аңлаған....


Шайтан яҙмалары

Ай-ай-ай Бөгөн минең менән ныҡ насар бер хәл килеп тыуҙы. Ай-ай-ай. Мин илайым, сөнки миңә бик ҡыйын. Нисек иламайһың инде? Ай-ай-ай. Бер ай элек, Мәхсә менән Мәрзиәнең араһын боҙор өсөн, ниҙәр генә эшләмәнем. Ул саҡта ҡыҙҙар тасма тас килеп ирешкәйне, ә бөгөн ҡабат дуҫлашып киткәндәр. Әйҙәгеҙ,...


Балаларға ҡағылышлы им-том йолалары

Әйтеп киткәнебеҙсә, хәҙерге ваҡытта бүҫер (өс йән), күкрәк шешен (мастопатия), тимерәү, күҙгә сыҡҡан арпаны һәм сөйәлде имләү, ҡот ҡойоу, мейе үлсәү кеүек йолаларҙы белгән кешеләр юҡ кимәлендә. Яңы тыуған сабый балалар өсөн бик кәрәкле был йолаларҙы белгән, балаларға шуның менән ярҙам күрһәткән...