ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ике ҡатынлы булып, икеһе араһында ла тигеҙлек һәм ғәҙеллек ҡылмаған ир кешене нимә көтә?

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтте (мәғәнәһе): «Ҡатындар менән лайыҡлы мөнәсәбәттә булығыҙ. Әгәр уларҙы өнәмәһәгеҙ, ихтимал, һеҙгә нимәлер оҡшамайҙыр, ә ул нәмәлә Аллаһ һеҙгә күп яҡшылыҡ ҡылған» («Ән-Ниса», 19-сы аят).

Хәҙистә шулай тиелә: «Әгәр ир кешенең ике ҡатыны булһа, һәм ул ҡатындары араһында тигеҙлек һаҡламаһа, Ҡиәмәт көнөндә кәкре булып терелер» (Ибне Мәджә, әт-Тирмизи). Башҡа һүҙ менән әйткәндә, ҡубарылған мәленән үк кәмһетелә, хур була, меҫкен ирҙең ҡәберҙәге тормошона ла ҡыҙығырлыҡ түгел. Был хәҙистә, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алып, ғәҙеллек ҡылмаған кеше тураһында һүҙ бара.

Әгәр ир кешенең ҡатыны икәү, өсәү йә дүртәү булһа, улар ауырып торһа ла, күрем ваҡытына тура килһә лә, ғаилә башлығы һәр береһендә сиратлап ҡунып сығырға тейеш. Тигеҙлек һәм ғәҙеллек хөкөм иткәндә генә ғаиләлә тыныслыҡ һаҡланыр. («Фикһүл-Ислам»)

 

 

Намаҙ уҡымаған кешене кафыр тип әйтеп буламы?

Намаҙ уҡымаған кешеләрҙе ике төркөмгә бүлергә була: 1) был ғибәҙәттең фарыз булыуын инҡар итеүселәр, 2) уны үтәү бурысын инҡар итмәһәләр ҙә, намаҙҙы уҡырға ялҡауҙары килеп, имандары көсһөҙ бәндәләр. Намаҙ уҡыу фарыз (мотлаҡ) түгел, намаҙҙы ҡалдырыу гонаһ түгел, тигән һәм шуға оҡшашыраҡ һүҙҙәр һөйләгән кеше мөртәт һанала. Үрҙә телгә алынған икенсе төркөмгә килгәндә, ундай мосолмандар – оло гонаһ ҡылыусыларҙан. («Ихтыяр»)

 

 

Ҡәберҙәге һорау алыу тураһында һөйләһәгеҙ ине?

Кешене ерләгәс, ҡәберендә уның янына Мөнкир һәм Нәкир исемле ике фәрештә килә. Улар мәрхүмдән Мөхәммәд ﷺ тураһында һорай. Әгәр мәрхүм был донъянан мөьмин булып үтһә (иманы һаҡланһа), шул саҡта: «Ул Аллаһтың ﷻ ҡоло һәм Илсеһе», – тип яуап ҡайтара. Шунан фәрештәләр: «Тамуҡта һинең өсөн әҙерләнгән урынға ҡара, әммә Аллаһу Тәғәлә һиңә Ожмах бүләк итте», – тип, мөмьмингә Йәһәннәм урынын һәм Йәннәтте күрһәтер. Үлгән кеше дәһри (атеист) булһа, фәрештәләрҙең һорауына: «Кешеләр ниҙер һөйләне уның турала, уның кем икәнен белмәйем», – тип яуап бирер. Шул саҡта фәрештәләр уны ауыр балға (кувалда) менән һуға. Кешеләрҙән һәм ендәрҙән башҡа бөтәһе лә был тауышты ишетер. (Әл-Бохари һәм Мөслимдән килтерелгән хәҙис)

Икенсе хәҙистә әйтелә: «Ерләнгән кешенән: «Раббың кем, динең ниндәй, һеҙгә кем ебәрелгән?» − тип һорарҙар. Мөьмин: «Раббым – Аллаhу Тәғәлә ﷻ, динем – Ислам, Аллаһ тарафынан ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ – Мөхәммәд ﷺ», − тип яуап бирер. Иманһыҙ кеше был һорауҙарға яуап бирә алмаҫ». («Фикһүл-әкбәр»)

 

Ғиддә ваҡытын аңлатып китһәгеҙсе.

Ғиддә – ҡатын-ҡыҙҙың айырылышыу йәки, ире вафат булыу сәбәпле, яңынан кейәүгә сығыу өсөн көтөп алырға тейеш булған билдәле бер ваҡыт арауығы. Ҡатын кеше иренән айырылһа, йәки ире вафат булһа, ғиддәне һаҡларға тейеш. Ғиддә ваҡыты тулмаҫтан алда, бүтән иргә сығырға тейеш түгел.

Айырылышыуға тиклем ире менән яҡын мөнәсәбәттә булған ҡатын түбәндәге осраҡтарҙа:

а) өс тапҡыр күреме килмәйенсә тороп;

б) әгәр ҙә күреме булмаһа, өс ай үтмәйенсә;

в) әгәр ҡатын ауырлы икән, бала тыуғансы, кейәүгә сыҡмай торорға тейеш.

Берәй ҡатын ауырлы сағында иренән айырылһа, йә тормош иптәше үлеп ҡалһа, ундай ҡатындың ғиддәһе балаһы донъяға килгәнгә тиклем дауам итә.

Әгәр ир менән ҡатын өйләнеп, төрлө сәбәптәр арҡаһында енси мөнәсәбәткә инмәһә, никахты тарҡатҡас йәки талаҡ һүҙҙәрен әйткәс, был ҡатынға ғиддә йөкмәтелмәй, йәғни, ул шунда уҡ кейәүгә сыға ала.

Әгәр ҡатын кешенең ире вафат була икән, уның ғиддәһе – дүрт ай ҙа ун көн. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡатын кешенең ире үлеп китһә, уның вафатынан һуң дүрт ай ҙа ун көн үтмәйенсә, бүтән ир менән никахҡа инергә тейеш түгел. («Лүбәб»)

 

 

Мәхшәр майҙанында (Ҡиәмәт көнөндә йыйылған урын) фани донъялағы ғәмәлдәребеҙ яҙылған дәфтәрҙе беҙгә нисек тапшырасаҡтар?

Ғәмәлдәребеҙҙең яҙмаһын фәрештәләр Ғәреш аҫтында һаҡлай. Хисап көнөндә, Мәхшәргә йыйылғас, Аллаһу Тәғәләнең ﷻ ихтыяры менән ел иҫер, һәм һәр кемдең ғәмәлдәре теркәлгән яҙмалары, ҡар бөртөктәре кеүек өйөрөлә-өйөрөлә, яндарына осоп килер. Иманлы кеше был яҙманы уң ҡулы менән аласаҡ, иманһыҙы – һул ҡулы менән, сөнки уң ҡулы артҡа ҡайырылып торасаҡ. Мөьминдәрҙең ғәмәлдәре сағыу хәрефтәр менән яҙылған булыр, был яҙмаларҙы уҡығас та, тәҡүәле кешеләрҙең йөҙө яҡтырыр.

Кафырҙарҙың ғәмәлдәре ҡараңғы буяуҙар менән яҙылыр, был дәфтәрҙәргә ҡарағас, уларҙың йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡарайыр. Мөьминдәр шатлығынан дәфтәрҙәрен һәр береһенә күрһәтер, иманһыҙ бәндә иһә: «Миңә уны тоттормауҙары хәйерлерәк», – тип ҡайғырыр. Пәйғәмбәрҙәргә, фәрештәләргә, Ҡиәмәт көнөндә яуап биреүҙән азат тәҡүәлеләргә яҙмалар дәфтәре бирелмәйәсәк. («Фикһүл-әкбәр»)

 

 

Күҙҙәре лә асылып бөтмәгән бесәй балаларын күмеп ҡуйырға яраймы?

Дин буйынса, кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған йәнлектәрҙән башҡа, бесәйҙәрҙе һәм башҡа хайуандарҙы үлтерергә, күмергә ярамай. Беҙҙе уратып алған бөтә донъяға һаҡ, ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Билдәле булыуынса, Аллаһ бер нәмәне лә, хатта ҡырағай хайуандарҙы ла юҡҡа килтермәгән, һәр нәмәлә бәрәкәт бар.

 

 

Интернетта, хаж ваҡытында (Мәккәгә хаж ҡылғанда) бөтә гонаһтар кисерелә, тип уҡыным. Зина ҡылыу һәм кеше үлтереү кеүек гонаһтар кисереләме икән?

Ысынлап та, Аллаһу Тәғәләбеҙ тарафынан хажы ҡабул булған кеше сабый балалай гонаһһыҙ ҡайта, оло һәм кесе гонаһтары кисерелә. Быға шикләнергә ярамай, сөнки шикләнеү үҙе гонаһ тип һанала. Бәндә менән Аллаһу Тәғәлә араһында булған гонаһтар кеше ихлас күңелдән үкенгән һәм уларҙы артабан ҡылмаҫҡа ниәтләгән осраҡта кисерелә. Башҡа кешеләргә, мәҫәлән, бәндәне хаҡһыҙ рәүештә үлтереү, рәнйетеү, йәберләү, туҡмау, урлау, алдап йә көс ҡулланып, мөлкәтен тартып алыу кеүек яуызлыҡ, золом ҡылынһа, тәү шарт булып хужаһына йәки уның вариҫтарына сит кешенең мөлкәтен кире ҡайтарыу тора. Икенсе шарт – ысын күңелдән Аллаһтан ғәфү үтенеү, гонаһтар ҡылыуҙан туҡтарға һәм уларға башҡа ҡайтмаҫҡа ниәтләү. («Фикһүл-Ислам»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше. Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр, Яман менән юлдаш булһаң – башың бөтөр. Нәфсе шайтан – аҡыл иман Иҫән саҡта йөрөп ҡал, был донъяны күреп ҡал. Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын. Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы. Күлдең...


Айҙы уртаға ярыу

Бер үк ваҡытта мөшриктәр һаман да Пәйғәмбәрҙән ﷺ мөғжизә (пәйғәмбәрлек билдәһе) күрһәтеүен талап итә: «Һин беҙгә, Аллаһтың бөтә илселәре лә халыҡҡа үҙҙәренең пәйғәмбәрлек билдәһен (мөғжизә) күрһәткән, тип һөйләнең. Муса пәйғәмбәрҙең таяғы булған, Сәлих пәйғәмбәрҙең − дөйәһе, Ғайса...


Шайтан яҙмалары

Ай-ай-ай Бөгөн минең менән ныҡ насар бер хәл килеп тыуҙы. Ай-ай-ай. Мин илайым, сөнки миңә бик ҡыйын. Нисек иламайһың инде? Ай-ай-ай. Бер ай элек, Мәхсә менән Мәрзиәнең араһын боҙор өсөн, ниҙәр генә эшләмәнем. Ул саҡта ҡыҙҙар тасма тас килеп ирешкәйне, ә бөгөн ҡабат дуҫлашып киткәндәр. Әйҙәгеҙ,...


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...


Ҡыҙыл ойоҡ

Бер заман бер урманда арыҫлан ауырыған. Был хәбәрҙе ишеткәс, барса януарҙар арыҫландың хәлен белергә ашыҡҡан.   «Бөтәһе лә миңә тоғро!» – тип уйлаған ғорур арыҫлан. Тик төлкө генә бер ҡайҙа ла күренмәгәс, бер аҙ кәйефе төшкән. «Төлкө ҡайҙа?» – тип...