Зәғферән − тәмләткестәр батшаһы

Зәғферән − тәмләткестәр батшаһы

Зәғферән − тәмләткестәр батшаһы

Зәғферән (шафран) − бик файҙалы, үҙенсәлекле, уникаль тәмләткес үҫемлек. Уны тәмләткестәр батшаһы, һәм, шул уҡ ваҡытта, батшалар тәмләткесе, тип тә әйтәләр. Донъялағы иң ҡиммәтле тәмләткестәрҙең береһе һанала. Сөнки 500 г тәмләткес әҙерләү өсөн 75 мең сәскә кәрәк.

 

Бөгөн зәғферәндең 100 сиргә дауа икәне билдәле. Ул көслө антиоксидант, даими ҡулланғанда, организмдан йылдар дауамында тупланған шлактарҙы ҡыуа, бауырҙы, ҡанды таҙарта, аш һеңдереүҙе яйлай, депрессияға ҡаршы тора. Мейе күҙәнәктәренә ыңғай һөҙөмтәһе бар, ҡан тамырҙарының тарайыуын тотҡарлай.

Глаукома, катаракта кеүек күҙ ауырыуҙарына, йөрәк, ҡан тамырҙары, баш ауыртыуы, инфаркт, түлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ кеүек сирҙәргә ҡаршы эффектив дауа.

Зәғферән менән бал ҡушымтаһы невроздан дауа, бөйөрҙәге, бәүел ҡыуығындағы таштарҙы иретә.

Йылы һөт менән зәғферән ҡушымтаһы баш ауыртыуын баҫа, хәтерҙе яҡшырта. Электән зәғферәндең тән температураһын төшөрөү, организмдағы артыҡ бәүелде һәм үтте ҡыуыу үҙенсәлеге билдәле.

Белгестәрҙең иҫбатлауынса, зәғферән менән 80 процент сирҙе дауалап була. Иң еңел ысул − төнәтмәне даими рәүештә ҡулланыу. Төнәтмә әҙерләү өсөн, ҡоро 7-15 зәғферән епсәһен ярты литр ҡайнар һыуға һалып, 3-5 минут утта тотоп алырға, епсәләр һауыттың төбөнә төшкәс, һыу ҡайнап сыҡҡансы, уттан алырға кәрәк. Аш алдынан бер стакан эсергә тәҡдим ителә. Епсәләрҙе тағы ла бешереп алырға мөмкин.

Тәмләткестең составында серотанин бар. Серотанин аппетитты кәметә, был үҙ сиратында, артыҡ ауырлыҡҡа ҡаршы эффектив сара булып тора.

Бронхитка ҡаршы 2 сәй ҡалағы зәғферәнде 1 стакан ҡайнар һыуҙа төнәтергә, көнөнә 3 тапҡыр 2 аш ҡалағы эсергә кәрәк.

Бөйөрҙә, бәүел юлдарында таш булғанда, 2 сәй ҡалағы зәғферәнде 1 стакан ҡайнар һыуҙа һыуынғансы тоторға, ашар алдынан 3 аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.

5 зәғферән епсәһен онтап, тигеҙ пропорцияла роза һыуы менән ҡушып, 15 минутлап компресс итеп күҙҙәргә япһаң, күҙ ауырыҙарынан файҙалы.

Зәғферән косметологияла ла киң ҡулланыла. Ул ҡороп барған тирене йомшарта, дымландыра, йыйырсыҡтарҙы кәметә.

 

Ислам календарынан

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...