Сәләмәтлек баҡсалары

Сәләмәтлек баҡсалары

Төрлө хәлдә Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү

Доға ҡылыуҙың үҙ әҙәбе бар. Изге ғәмәлде бисмилланан һәм һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауат әйтеүҙән башлау хәйерле. Шунан һуң кәрәкле аят йәки доға уҡығас, салауат менән тамамларға кәңәш итәбеҙ.

Етәксегә ингәндә

Сәтәкәйҙән башлап, уң ҡулдың бармаҡтарын бөгөп, Ҡөрьәндән «Мәрйәм» сүрәһенең 1-се аятындағы кәф, һа, йә, ғәйн, сад хәрефтәрен әйтеп сығырға. Шунан һуң «Әш-Шура» сүрәһенең 1-се һәм 2-се аяттарындағы хә, мим, ғәйн, син, ҡаф хәрефтәрен әйтеп, һул ҡулдың бармаҡтарын (шулай уҡ сәтәкәй бармаҡтан башлап) бөгәбеҙ. Аҙаҡ «Әл-Фил» сүрәһен уҡыйбыҙ. «Тәрмииһим» һүҙенә еткәндә, бөгөлгән бармаҡтарыбыҙҙы асып ебәрәбеҙ. Ин шәә Аллаһ, файҙаһы, һис шикһеҙ, булыр. Шулай уҡ «Әл-Исра» сүрәһенең 80-81-се аяттарын уҡырға мөмкин. «Әл-Мөьмин» сүрәһенең 97-98- се аяттарын уҡып инеү ҙә һөҙөмтә килтерер.

Күҙҙәрҙе дауалау

Дауалауҙың әллә нисәмә төрө бар. Аллаһу Тәғәләнең Рәхимлегенә өмөт һәм тәүәккәл итеп, бөтәһен дә ҡулланырға була.

1. Бер ваҡыт имам Шәфиғи янына бер кеше килеп, күҙ һыҙлауына зарланған. Имам уға «Фуссыиләт» сүрәһенең 44-се аятын һәм «Ҡаф» сүрәһенең 22-се аятын ҡағыҙға яҙып биргән. Был аяттарҙы ҡағыҙға яҙып, үҙең менән йөрөтөргә мөмкин. Һыуға уҡылһа, уның менән күҙҙәрҙе сылатып торорға була.Әммә шифалы тамсыларҙың бысраҡ урындарға эләкмәүен хәстәрләгеҙ.

2. Шулай уҡ күҙҙәр һыҙлап, бер туҡтауһыҙ йәш аҡҡанда, күрәшлек һәм башҡа сирҙәр яфалағанда, «Йософ» сүрәһенең 96-сы аятын уҡыу яҡшы. Ошо уҡ аятты йоҡларға ятыр алдынан майға уҡып, шул майҙы күҙгә һөртөргә мөмкин.

3. Трюфелдәр (бәшмәктең бер төрө) менән дауалау. Пәйғәмбәребеҙ** әйткән: «Әлкәмғә (ғәрәптәр уны тап шулай, ерҙең майы тип атап йөрөтә) Аллаһ бүләктәренең яҡшыһы. Һығып сығарылған һуты күҙгә шифа бирә» (әл-Бохари, 4478; Мөслим, 2049). Әбү Һөрәйрә лә 3-5 трюфелдән һығып сығарылған һутты хеҙмәтсеһенең күҙенә тамыҙыуын еткергән. Был ысул бик тиҙ яҡшы һөҙөмтә биргән.

Бала тапҡан ҡатындың хәлен еңеләйтеү өсөн

Суфиян әс-Саури ауыр бәпесләгән ҡатындар өсөн гел «ӘлИншиҡаҡ» сүрәһенең 1-4-се аяттарын яҙып бирер булған. Имам Әхмәдтең улы Абдулла һөйләүе буйынса, атаһы таҙа тәрилкәгә: «Бисмилләһи лләҙии лә иләәһә иллә һуәл хәлимүл кәриимү сөбхәнәллаһи раббил ғаршил ғаҙыым. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмиин», тигән доғаны, «ӘнНәзиғәт» сүрәһенең 46-сы аятын, «Әл-Әхҡаф» сүрәһенең 35-се аятын яҙғандан һуң, һыуҙа сайып алған һәм шул һыуҙы бала тапҡанда ҙур ҡыйынлыҡ кисергән ҡатындарға эсергән. Шулай уҡ «Әл-Ҡәдр» сүрәһен уҡыу, Рәсүлебеҙгә бағышлап, салауаттар әйтеп, финиктар ашау ҙа яҡшы.

Яҡынлыҡ ҡылыуҙан сихырланған ир менән ҡатынды дауалау

Хәсән әл-Басриға бер ваҡыт яҡынлыҡ ҡылыуҙан сихырланған, шул арҡала бербереһен күрә алмау сигенә еткән ир менән ҡатынға ярҙам һорап, мөрәжәғәт иткәндәр. Аҡыл эйәһе бешкән ике йомортҡа алып килергә ҡушҡан. Ҡабығын әрсеп, йомортҡаның береһенә «Әҙ-Ҙәрийәт» сүрәһенең 47-се аятын яҙып, ир кешегә тоттороп, ашарға ҡушҡан. Икенсеһенә шул уҡ сүрәнең 48-се аятын яҙып, ҡатынға һуҙған. Аҙаҡ икеһен дә: «Теләгәнегеҙҙе эшләгеҙ инде», − тип ҡайтарып ебәргән. Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте көйләр өсөн, бала тыңлаусан булып үҫһен өсөн доға « Б и с м и л л ә һ и . А л л а һ у м м ә джәнибнә шшәйтаанә үә джәниби шшәйтаанә мәә разаҡтәәнә».

Карапҡа ултырғанда

«Һуд» сүрәһенең 41-се аятын уҡыған кеше һыуҙа батмаҫ.

Махау (проказа) ауырыуын дауалау

Махау сирен дауалар өсөн «ӘлҒимран» сүрәһенең 49-сы аятын һыуға йәки зәйтүн йә әнис майына уҡығас, ауырыу кешегә эсерергә йә тәненә һыларға кәңәш ителә.

Ҡорсаңғыны (чесотканы) дауалау

«Әл-Мөьмин» сүрәһенең 14-се аятын һыуға йәки майға уҡып, эсергә йәки һыларға.

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн

«Әр-Рахман» сүрәһенең 1-6- сы аяттарын, «Әл-Ҡийәмәһ» сүрәһенең 2-19-сы аяттарын, «Әл-Бөрөж» сүрәһенең 22-се аятын ҡағыҙға яҙып, зәм-зәм һыуы менән быға тиклем бер ҙә ҡулланылмаған тәрилкәгә йәки тәрән һауытҡа сайып төшөрәбеҙ ҙә эсәбеҙ. Шулай уҡ тәрилкәгә «Әс-Сәждәһ» сүрәһен тотош яҙып, зәмзәм менән сайып эсергә мөмкин.

Истихазаны (ҡатын-ҡыҙҙа күремдән тыш оҙаҡ ҡан килеү) дауалау

Ҡағыҙға «Һуд» сүрәһенең 44-се аятын, «Әл-Мөлк» сүрәһенең 30-сы аятын яҙып, үҙең менән йөрөтөргә мөмкин. Һыуға йә майға уҡып эсеү йәки һылау ҙа ҡамасауламаҫ.

Бәүел итеүҙә ҡыйынлыҡ тыуғанда

Ҡағыҙға «Әл-Ҡәмәр» сүрәһенең 11-12-се аяттарын уҡып, һауыҡҡансы үҙең менән йөрөтөргә.

Ҡурҡҡанда

«Әл-Кәһф» сүрәһенең тәүге ун аятын уҡыу ярҙам итер.

Бәләнән һаҡланыр өсөн

«Бисмилләһиррахмәниррахим. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә билләһил ғәлиййил ғаҙыым».

Күңел төшкәндә, эш ырамағанда

«Бисмилләһи ғәләә ннәфси үә мәли үә диини. Аллаһуммә раддыни биҡадаикә үә бәәрик лии фиимә ҡуддира лии хәттәә ләә ухиббә тәьджилә мә әххәртә үә лә таъһира мә әджәлтә».

Сәбәләнгәндә, юҡ-барға хафаланып барғанда

(шайтандың хөсөтлөгөнән һаҡланыу һәм төрлө мәсьәләне хәл итеү өсөн) «Әғүүҙү бикәлимәтилләәһи ттәәммәти мин ғәҙабиһи үә әкәтиһи үә шәрри ғибәдиһи үә мин һәмәҙәти шшәйатыни үә ән йәхҙуруун».

Эскелек, наркомания, тәмәке тартыуға бәйлелекте дауалау

Шәриғәтебеҙ тыйған иҫерткес эсемлектәр һәм наркотиктарҙы ҡулланыуҙы,тәмәке тартыуҙы ташлай алмай йонсоған кешегә ярҙам итер өсөн быға тиклем ҡулланылмаған өр-яңы тәрилкәгә зәғфран менән «ӘлМаидә» сүрәһенең 90-92-се аяттарын яҙырға. Зәмзәм һыуы менән бер һауытҡа сайҡатып төшөрөргә лә, шуға 5 йә 10 литр ямғыр, йә булмаһа, шишмә һыуын ҡушырға. Шул уҡ аяттарҙы ошо һыуға 73 тапҡыр уҡығандан һуң, ауырыу кешегә бирә башларға мөмкин. Иртән һәм кис берәр стакан эсергә. Өҫтәүенә йоҡо алдынан ошо һыуҙы бөтә тәнгә һөртөп сығырға була. Ин шәә Аллаһ, был ауырыуҙан йонсоған кеше һауығыр. Бындай һыуға ҡамыр баҫырға ла, ризыҡҡа ла ҡушып, ауырыуҙы ашатырға мөмкин.

Кешенең һауығыуы − Аллаһтың хөкөмөндә. Беҙҙең бурыс − Раббыбыҙҙың Рәхимлегенә өмөт итеп, дауалау буйынса беҙгә күрһәтелгән, өйрәтелгән ысул-алымдарҙы ҡулланыу. Аҡыллы кешегә бер ишара ла етә, тиҙәр бит. Ә аҡылһыҙға − мең дәлил дә әҙ. Йә Аллаһ, һәр бер өйрәнгән әйберҙең, ғилемдең фәтеүәһен бир, бәрәкәтен арттыр, йөрәктәребеҙҙе сафландыр, гонаһтарҙан йырағайт, тән һәм рух сәләмәтлегенән айырма.

МӨХӘММӘДХАБИБ БУДУНОВ

(«CӘЛӘМӘТЛЕК БАҠСАЛАРЫ» КИТАБЫНАН)

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...