Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе

Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе

Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе

Һыу эсеү

Һыу – йәшәү сығанағы, барса тереклектең нигеҙе. Һыу дымды һаҡлай һәм организдың температураһын көйләй. Шул уҡ вакытта һыу эсеү күләмен һаҡлау ашау күләмен һаҡлаған кеүек үк мөһим. Был турала Изге китабыбыҙҙа ла әйтелә.

Ниндәй күләмдә, ҡасан, нисек эсеүҙең ҡағиҙәләре бар. Ҡағиҙәләрҙән ситкә китеү күп сирҙәргә сәбәпсе булыуы мөмкин.

Һыуҙы ныҡ эске килгәндә, сарсағанда, теләгәнеңдең яртыһын ғына эсергә кәрәк. Теләктең ысын йәки ялған икәнен нисек билдәләргә һуң ? Һыу эскәндән һуң 15-20 минут көтөргә кәрәк. Әгәр ҙә теләк ҡалһа, теләгәндең яртыһын эсергә мөмкин. Һыуҙы туҡтап-туҡтап, интервал араһында тын алып эсергә тәҡдим ителә. Ошо рәүешле эсеү һыуһынды ҡандыра һәм организм өсөн файҙалы ла. Эсәр һыуҙың кимәле йыл миҙгеленә, кешенең тән ауырлығына, йәшенә һәм темпераментына бәйле. Әммә, был параметрҙарға ҡарап, һеҙҙең организмға ниндәйҙер бер кимәлдә һыу кәрәк, тип әйтеү дөрөҫ түгел.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Аш һеңдереүҙең боҙолоуы – бөтә сирҙәрҙең нигеҙе», – тигән. Ә аш һеңдереүҙең боҙолоуына килтергән беренсе сәбәп – ашаған ваҡытта йәки ашағас та һыу эсеү. Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ: «Һыуҙы яйлап, бәләкәй йотомдар менән эсегеҙ. Ысынында, бауыр сирҙәре һыуҙы ҙур йотомдар менән эсеүҙән барлыҡҡа килә», – тигән һүҙҙәр еткерелә.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы буйынса ашаған ваҡытта, ашағандан һуң шунда уҡ, еләк-емештән, шәрбәтле аҙыҡтан һуң, иртән ас ҡарынға, төн уртаһында һыу эсергә тәҡдим ителмәй. Бигерәк тә ҡайнар аҙыҡтан һуң һыуыҡ һыу зарарлы. Ашағанға тиклем йәки ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс, һыу эсергә мөмкин. Артыҡ һыу йөрәккә, бөйөрҙәргә, бауырға, быуындарға кире йоғонто яһай. Ә бөгөн беҙ, интернет селтәрҙәрендәге тәҡдимдәргә таянып, тәбиғи ихтияждарыбыҙҙы бик иҫәпкә алмай, файҙамы, зыянмы икәнен дә уйламай, һыу эсәбеҙ.

 

Физик әүҙемлек

Кешенең һаулығын һаҡлауҙа физик әүҙемлектең әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Физик әүҙемлектең дә нормалары, күләме бар. Сиктән сығыу һаулыҡ өсөн зарарлы.

Бөгөн беҙ хәрәкәттең етмәүенә йәки артыҡ күп булыуына шаһитбыҙ. Нисек тәртипкә һалырға, балансты нисек һаҡларға һуң?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы быны шулай аңлата. Һаулыҡты һаҡлау өсөн тир бүленеп сыҡҡансы энергия сарыф ителгән уртаса әүҙемлек кәрәк. Файҙалы физик әүҙемлек төрҙәренә шәп атлап  йөрөү, йөҙөү, уҡтан атыу, велосипедта, атта йөрөү, гимнастика, волейбол, футбол, теннис уйындары инә.

Тәндең йылыныуына һәм еңелсә тир бүленеп сығыуға булышлыҡ иткән башҡа төрлө хәрәкәттәр ҙә файҙалы.

Физик әүҙемлектең йөрәк, инсульт, диабет, хатта яман шештең ҡайһы бер төрҙәрен иҫкәртеүҙәге ролен фән иҫбат иткән. Шулай уҡ ул гипертонияға, артыҡ ауырлыҡҡа профилактика булып тора.

Бөгөнгө көндә 80% үҫмерҙәргә физик активлыҡ етмәй. Әҙ хәрәкәт-ләнгән кешеләр араһында иртә үлем осраҡтары 20-30 процентҡа күберәк. Донъяла йылына 5 миллионға тиклем үлем осраҡтарына хәрәкәттең етмәүе сәбәпсе.

Физик көсөргәнеш (нагрузка) ғәҙәттә профессиональ спортсыларға һәм ҡаты йәшәүселәргә хас. Оҙайлы, интенсив көсөргәнеш йөрәк-ҡан тамырҙары, быуындар, нервы системаһы сирҙәренә килтерергә мөмкин.

Һаулыҡҡа зыян килтереүсе физик көсөргәнеш Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһында хупланмай.

 

Йоҡо һәм ял режимы

Ғүмеренең өстән бер өлөшөн кеше йоҡлап үткәрә. Физиологик һәм рухи сәләмәтлекте һаҡлауҙа иң мөһим шарт булған йоҡоноң һәм ялдың дөрөҫ, үҙ ваҡытында булыуына иғтибарлы булырға кәрәк. Ваҡытында йоҡлау яҡшы кәйеф, һәм шулай уҡ матурлыҡ нигеҙе. Нервы системаһының, ғөмүмән, организмдың торошо сифатлы йоҡо менән бәйле. Тәүлек эсендәге йоҡо күбеһенсә һигеҙ сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Әммә был бөтәһе өсөн дә ҡәтғи түгел, һәр кемгә индивидуаль үҙенсәлектәр хас. Системалы рәүештә йоҡо туймау нервы системаһын ҡаҡшата, әүҙемлек түбәнәйә, ярһыу, асыу килеү кеүек хәлдәр барлыҡҡа килә.

Ғүмер буйы һәр көн ашайбыҙ, эшләйбеҙ, ял итәбеҙ, йоҡлайбыҙ. Ошо ғәмәлдәрҙе билдәле бер тәртиптә эшләһәк, бик күп нимәгә өлгөрә алыр инек.

Сәләмәт йоҡоно һаҡлау өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим ителә:

- Йоҡо алдынан эшләргә кәрәкмәй;

- Саф һауала йөрөп килегеҙ;

- Йоҡларға дүрт сәғәт ҡалғас, ашарға ярамай;

- Төнгөлөккә сәй, кофе эсмәгеҙ;

- Йоҡо бүлмәһен елләтегеҙ;

- Телевизор, телефонды, шәмдәрегеҙҙе һүндерегеҙ;

- Иң мөһиме, сәғәт ундан да (22.00.) ҡалмай йоҡларға ятығыҙ.

Фән иҫбатлауынса, организмда мелатонин – йоҡо гормоны киске ундан иртәнге бишкә тиклем етештерелә. Мелатонин концентрацияһының иң юғары кимәле төнгө икегә тиклем, ә иртәнге алтыла иң түбән кимәлдә. Мелатониндың етешмәүе күп физиологик һәм психологик ауырыуҙарға килтерә. Йоҡоноң ваҡытында, тәрән һәм тыныс булыуы мөһим.

 

Хәбиб Магомедов

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...