Хиджама – онотолоп барған сөннәт

Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп ауырыуҙарҙан дауаланыуҙа ҡулланылған. Хиджама менән боронғо халыҡтарҙың күпселеге шөғөлләнә – гректарҙан ҡытайҙарға тиклем.

 

Көнбайышта ла ҡан алдыртыу бар, тик уны беләктәге йыуан тамырҙан сығаралар. Был йыш ҡына зыянлы, ҡан тамырҙары буйлап иһә ҡан менән организмға файҙалы матдәләр ҙә тарала.

Хиджама менән дауалау беҙҙең эраға тиклем үк ҡулланылған, тигән дәлилдәр бар (мәҫәлән, Мысырҙа, Месопотамияла). Ҡан сығартыу айырыуса Урта быуаттарҙа киң танылып киткән булған, әммә көнбайыш мәҙәниәте йоғонтоһонда был ысул әкренләп ҡыҫырыҡлап сығарылған.

Хиджама, Ислам ғалимдары белдереүенсә, Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ тарафынан хупланған һәм тәҡдим ителгән ғәмәлдәрҙең береһе. Ләкин һуңғы дәүерҙә ул онотолоп бара, Көнбайыш илдәрендә әлеге дауалау алымын өйрәнеүсе махсус институттар һәм төрлө асыштар, теориялар барлыҡҡа килеүе генә күпселек мосолмандарҙарҙы: «Сөбханаллаһ! Был бит – Аллаһу Тәғәлә Рәсүленең ﷺ сөннәте!» – тип, хайран ҡалып һиҫкәнергә мәжбүр итте. Төрлө хәҙистәрҙән мәғлүм булыуынса, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ағыуланған сағында ла, атынан ҡолап төшкәндә лә, баш өйәнәгенән яфаланғанында ла, хиджама эшләгәндәр. Шулай уҡ бер хәҙистә Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ: «Ҡыҙған ҡан кешене үлтерә, тиҙерәк хиджама яһат», – тип кәңәш иткән. Бөгөн күпме кеше ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, инсульттан үлә!

Шулай итеп, хиджама яһаусы табиптар (улар «хаджам» тип атала) бик сауаплы эш башҡара: Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен тергеҙә, кешеләрҙең һаулығын нығыта һәм сирҙәрен дауалай. Әлбиттә, шифаны Аллаһу Тәғәлә генә бирә, хаджамдар иһә – тәндең сәләмәтләнеүенә һәм ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ көскә эйә булыуына сәбәп ҡылыусылар. Әгәр сирҙе йылғаны быуып ятҡан ҙур таш менән сағыштырһаҡ, хиджама яһау, шуны ситкә алып, һыу өсөн юлды йырып ебәрә кеүек. Сирләүсе кешенең тәненән токсиндар, ағыуҙар, үлгән эритроциттар һ.б. сыға һәм ауыртҡан урынға таҙа ҡан килә башлай. «Ҡайһы берҙә ағыуланыуҙы бөтөрөү өсөн муйындың етенсе һөйәгенә бер банка ҡуйыу ҙа етеп ҡала», – ти бындай алымды үҙендә һынап ҡараған таныш белгес.

Йәғни, хиджама – ул киҫкен ауыртыуҙарҙы бөтөрөү, ҡан әйләнешен яйға һалыу маҡсатындағы ашығыс ярҙам, «ауыр артиллерия». Был процедураны башҡарған ваҡытта нимәләр була? Әйҙәгеҙ, шул турала ентекләп аңлатам.

Банка ҡуйылған урындарҙа барлыҡҡа килгән шешектәрҙе Көнсығыш медицинаһында шифалы тип һанайҙар. Әгәр эстә ҡан ҡатып тормай икән, тамырҙар саҡ ҡына тартыла ла кире ҡәҙимге хәленә ҡайта, убылған тире ҡыҙарып, күгәреп ҡалмай. Шулай итеп, кешенең ҡаны ҡатып киткән һәм һуҙыла алмаған ауырыу капиллярҙарҙан ғына һарҡып сыға. Тамырҙарҙың ситтәренә йәбешеп йыйылып торған артыҡ холестерин, үҙләштерелмәгән глюкоза һәм башҡа шлактар ул. Билдәле булыуынса, эритроциттар тәнебеҙҙә 120 көн йәшәй һәм, әгәр аҙ хәрәкәтләнәбеҙ икән, улар ҙа үлгәндән һуң организмда төйөлөп тороп ҡала. Сәләмәт эритроциттар – йәшәү өсөн бик мөһим булған кислородты тән буйлап ташыусылар – нәҙек ҡан тамырҙары аша үтеү өсөн оҙонсараҡ формала була. Иҫкергән эритроциттар иһә ҡаты дискыларға әйләнә, тар урындарҙа тығылып, бер-береһенә йәбешә. Әгәр уларҙы шул урындарҙан алып ташламаһаҡ, тромбылар барлыҡҡа киләсәк һәм тирә-яғындағы тән туҡымаларының һәләк булыуы ихтимал.

Заман медицинаһы раҫлауынса, аяҡ-ҡулдарға бәйле хроник ауырыуҙарҙың күбеһе ҡан әйләнешенең һәм матдәләр алмашыныуының боҙолоуы арҡаһында башлана. Шешенеүҙәр, тамырҙарҙың ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә, туҡлыҡлы матдәләр һеңерсә туҡымаһына, тарамыштарға барып етмәй һәм был уларҙың тарҡалыуына килтерә. Бына шундай осраҡта банка ҡуйып ҡан сығарыу ныҡ ярҙам итә – ул шешеккә туранан-тура йоғонто яһай. Тарамыштарҙың тынысланыуы, йәрәхәттәрҙең уңалыуы, ҡан төйөлгән һәм шешкән урындарҙың кәмеүе менән ауыртыу ҙа баҫыла. Шулай уҡ ҡан әйләнеше, тән туҡымаларына кислород килеүе яйға һалына. Ҡан таҙара һәм яңыра, нервылар ҡыҫылыуы менән бәйле патологик рефлекстар бөтә, матдәләр алмашыныуы һәм күҙәнәктәрҙең тергеҙелеүе яҡшырып китә.

Был ысул менән умыртҡа һөйәге остеохондрозын һәм умыртҡа араһы бүҫерҙәрен, невралгияларҙы, артроздарҙы һәм эре быуындар артриттарын уңышлы дауалайҙар. Шулай уҡ − мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуын, гипертонияны, бронхитты, төрлө аллергияларҙы һәм башҡа төрлө күп кенә ауырыуҙарҙы ла. Хиджама, иҫке ҡанды сығарғас, яңы ҡан яһалыуҙы әүҙемләштереп ебәрә һәм шуның иҫәбенә йыш ҡына анемия менән сирләгән пациенттарҙың да хәле арыулана.

Ҡан баҫымы тотороҡланыуҙан, организмда шәкәр һәм холестерин кимәленең кәмеүенән тыш, дауалау ваҡытында сәләмәт лейкоциттарҙың артыуы ла күҙәтелә. Лейкоциттар эшкә керешә һәм бактерияларға, вирустарға, яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшкән интерферон һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр етештерә башлай. Хиджаманан һуң бер нисә көн үткәс, иммунитет бик юғары кимәлгә етә, эндокрин системаһының эшмәкәрлеге тергеҙелә һәм һыу-тоҙ балансы нормаға килә, тән туҡымаларындағы шешенеүҙәр бөтә.

Кешенең башына хиджама эшләтһәң, уның, мәҫәлән, күреү һәләте яҡшыра, күп кенә насар уйҙары онотола, йәғни, мейеһе ял итеп ҡала, еңеллек тоя. Минең бер пациент шулай тигәйне: «Өйгә ҡайтып барғанда, үҙемде яңы телевизор һатып алғандай хис иттем. Хәҙер донъяны бөтөнләй башҡа төҫтәрҙә күрәм...»

Хиджама менән күп кенә спортсылар ҙа дауалана. Улар бит, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, төрлө ауыр күнекмәләр менән көстәрен арттыра, һәм мускулдарын шул тиклем үҫтереүҙәре мөмкин, хатта, тарамыштарының ныҡ тартылыуы сәбәпле, һөйәктәрен һындырып ҡуялар. Нәҡ шундай осраҡта хиджама яһатыу, мускулдарҙы ҡан менән тәьмин итеп, уларҙың тартышыуын бөтөрә ала. Бынан тыш, ҡан сығартыу ваҡытында кортизол кәмей һәм серотонин менән эндорфин – бәхет гормондары – бүленеп сыға. Бына һеҙгә Аллаһу Тәғәләнең мөғжизәһе: бер ғәмәл ауыртыуҙы ла баҫа, спазмдарҙы ла бөтөрә, кәйефте лә күтәрә! Әгәр хиджаманы ярышҡа тиклем яһатһаң, ҡан әйләнеше яҡшыра һәм мускулдарҙың көсө арта, ә һуңынан эшләтһәң, тәнгә тыныслыҡ килә, хәл керә.

Шулай итеп, хиджама токсиндарҙы сығара, ҡанды таҙарта һәм уның әйләнешен яҡшырта, тартышыуҙарҙы һәм ауыртыныуҙарҙы бөтөрә, кәйефте күтәрә, дарыуҙарға ихтыяжды кәметә, организмдың дөйөм нығыныуына булышлыҡ итә. Әммә, уның менән дауаланғанда, бөгөнгө заман медицинаһын бөтөнләй инҡар итергә тимәгән. Ҡан алыу процедураһына керешкәнгә ҡәҙәр хаджамдар мотлаҡ тирегеҙҙең һиҙгерлегенә иғтибар итер, һынған һәм йәрәхәтләнгән урындарығыҙҙы ҡарар, ҡан ауырыуҙары бармы-юҡмы икәнлеген һорашыр һәм анализдарығыҙҙы тикшерер, анкета тултыртып, диагнозығыҙҙы аныҡлар, сөнки хиджаманың ҡайһы бер кешеләргә килешмәүе лә мөмкин. Махсус белемле табипҡа күренеп, кәңәш алырға тырышығыҙ.

 

Рәйлә Хилажева

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...