Карак – тәмле һәм файҙалы сәй

Карак – тәмле һәм файҙалы сәй

Карак – тәмле һәм файҙалы сәй

Карак ғәрәп илдәре йәшәүселәренең иң яратҡан эсемлеге. Уның составына ҡара сәй, һөт, үләндәр һәм тәмләткестәр инә. “Карак” һүҙе нимәне аңлата? Урд теленән ул “ҡаты”, “сығышлы” тигәнде аңлата. Ябайса, карак − ул ҡаты сәй.

Был эсемлектең ғәҙәти (традицион) рецебы Һиндостандан килгән. 70-се йылдарҙа нефть һәм газ тармағы үҫешә башлаған саҡта, ғәрәп илдәрендә мигрант һинд эшселәре был сәйҙе таратыуға сәбәпсе булалар. Карак сәйе һыуһынды яҡшы ҡандыра, һыуыҡ саҡта йылыта. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә был сәйҙе эсеүгә сикләү юҡ, шуға күрә уны барыһына ла тәҡдим итергә була. Ғәрәп илдәрендә был сәйҙе әҙерләүҙең айырым үҙенсәлекле рецептары бар. Мәҫәлән, Сауд Ғәрәбстанында карак сәйен дөйә һөтө менән йәки ҡуйыртылған һөт (сгущенка) менән тәмләп ҡарарға мөмкин.

Катарҙа карак сәйенең төрҙәре бик күп. Мәҫәлән, дәрсен (корица), роза сәскәһенең бөрөһө, хатта борос ҡушылған карак сәйен күрергә була. Унан тыш Катар иле был сәйҙе башҡа сит илдәргә лә һата башлаған. Кувейт кибеттәрендә карак сәйе тиҙ иреүсән әҙер онтаҡ рәүешендә һатыла. Уңайлы төргәктә булғанлыҡтан, шунда уҡ хуш еҫле, файҙалы сәй әҙерләргә мөмкин.

Карак сәйенең традицион рецебы

Ҡатнашма: 1 стакан һөт, 2-3 стакан һыу, ярты таяҡ дәрсен (корица), 1 см имбир тамыры, 3-4 бөртөк кардамон, 2 балғалаҡ ҡара сәй, 2 бөртөк ҡәнәфер (гвоздика). Шәкәр менән бал (тәменә ҡарап). Башта кәстрүлгә һыу ҡоябыҙ, имбир, кардамон, ҡәнәфер, дәрсен һәм сәй ҡатнашмаларын һалып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һөт ҡоябыҙ һәм тағы ла 3-5 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Утты һүндергәс, шәкәр менән балды ҡушырға була. Шунан, сәйҙе һөҙөп, йылы килеш эсәләр.

Файҙалы сифаттары

1. Диабетты булдырмаҫҡа ярҙам итә.

Сәйҙең составына ингән ҡатнашмалар ҡандағы артыҡ шәкәрҙе (инсулинды арттырыу арҡаһында) кәметә. Был сәйҙе эскәндән һуң, көн аҙағына ҡандағы шәкәр нормаға килә.

2. Иммунитетты нығыта

Ҡәнәфер менән дәрсен төрлө ауырыу тыуҙыра торған бактерияларҙы юҡ итәләр. Шуға улар иммунитетҡа яҡшы тәъҫир итә. Хәҙерге эҙләнеүҙәр арҡаһында карак сәйендәге антиоксиданттарҙың яман шеш ауырыуы күҙәнәктәренең үҫешен туҡтата алыуы тураһында билдәле булды. Сәйҙең төп өс компоненты: кардамон, имбир һәм дәрсен ошо процесҡа булышлыҡ итәләр. Кардамон метеоризмдан һәм эс күбеүҙән ярҙам итә. Карак сәйен йыш эскәндә генә бөтөн аш һеңдереү системаһы әкренләп һауығасаҡ.

3. Һалҡын тейеүҙән һәм гриптан ярҙам итә.

Тымауҙан һәм грипп симптомдарынан карак сәйе менән дауаланырға була. Уның бактерияларға, шешкә ҡаршы көслө сифаттары арҡаһында берике көндә аяҡҡа баҫырға була. Шулай уҡ карак сәйе йүтәлдән дә бик файҙалы. Сәйегеҙ тәмле булһын!

АДЕЛИНА ХЕГАЙ

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....