Шәхси гигиена

Шәхси гигиена

Шәхси гигиена

Тәнен таҙалыҡта тотоу буйынса һәр кем билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш. Шәхси гигиена тире, ауыҙ, танау, күҙ, тырнаҡ, сәс таҙалығын үҙ эсенә ала. Пәйғәмбәребеҙ: «Таҙалыҡ – имандың яртыһы», – тигән.

 

Тире гигиенаһы

Бер аҙнала кеше тиреһе аша 200-300 грамм май, 3-тән 7литрға тиклем тир бүленә. Әгәр тирене таҙартмаһаҡ, уның һаҡлау функцияһы кәмей һәм ул микроорганизмдар ояһына әйләнә.

Пәйғәмбәребеҙ медицинаһында тәнде аҙнаһына кәмендә бер тапҡыр, йома көндө булһа, тағы ла яҡшыраҡ, йыуырға тәҡдим ителә. Шәхси гигиена – ул тән таҙалығы ғына түгел. Гигиена ҡағиҙәләренең боҙолоуы бик күп сирҙәрҙең сәбәпсеһе булыуы мөмкин. Тире, ғөмүмән, бөтә организм өсөн зәйтүн майының файҙаһы бик ҙур. «Зәйтүн емештәрен ашағыҙ, майын тәнегеҙгә һөртөгөҙ, ул – бик бәрәкәтле ағас», – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Зәйтүн майы тирене аминокислоталар менән тулыландыра, төрлө сирҙәрҙән һаҡлай, сәстәрҙе, һаҡал-мыйыҡты нығыта. Көнөнә 1-2 аш ҡалағы зәйтүн майы эс ҡатыуҙан, геморрой сиренән дауа.

 

Сәс гигиенаһы

Сәстәрегеҙҙе бысраған һайын йыуығыҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр тарау сәстәрҙе нығыта, еңелсә массаж ҡан йөрөшөн әүҙемләштерә. Айына бер тапҡыр булһа ла, сәстәрегеҙгә зәйтүн майы һөртөгөҙ. Тәбиғи һабын, шампунь ҡулланырға тырышығыҙ.

 

Ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы

Ауыҙ ҡыуышлығы бактерия-ларҙың һәм вирустарҙың иң яратҡан урыны, шунлыҡтан гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Тештәрҙе иртәле-кисле таҙартыу мотлаҡ тибеҙ. Ә Пәйғәмбәребеҙ медицинаһы буйынса ун тапҡырҙан да кәм булырға тейеш түгел. Иң яҡшыһы – арак ағасы тамыры (мисүәк) менән таҙартыу. Ул тештәрҙе кариестан һаҡлай һәм теш ҡаҙнаһын нығыта. Пәйғәмбәребеҙҙең: «Һәр намаҙ һәм тәһәрәт, йоҡларға ятыр алдынан, йоҡонан торғас, ашағандан һуң, өйҙән сыҡҡанда һәм ҡайтҡас, тешегеҙҙе мисүәк менән таҙартығыҙ. Аллаһу Тәғәлә риза булыр, фәрештәләр шатланыр», – тигән һүҙҙәре еткерелгән. Йоҡлар алдынан ауыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡатыу ҙа файҙалы. Тештәр һәм теш ҡаҙнаһы нығый, бактериялар, вирустар зарарһыҙлана. Танауҙы ла тоҙло һыу менән сайҡатып, иретелгән май һалһаҡ, бик күп бактерия, вирустарҙан ҡотола алабыҙ. Балаларҙа аденома сирен иҫкәртеү маҡсатында иретелгән майҙы ҡулланырға мөмкин.

 

Тырнаҡтар гигиенаһы

Тырнаҡтар аҫтында төрлө сирҙәр тыуҙырыусы микробтар йыйыла. Шунлыҡтан аҙнаға бер тапҡыр тырнаҡтарҙы киҫергә кәрәк.

Аяҡ-ҡулдарҙы регуляр рәүештә йыуырға кәрәк. Бигерәк тә йоҡларға ятыр алдынан ҡулда аҙыҡ, май еҫе ҡалырға тейеш түгел. Әбү Һурайранан килгән хәҙистә: «Берәй кеше ашағандан һуң ҡулын йыумай, ҡулында аҙыҡ һәм май еҫе ҡалған килеш йоҡларға ятһа, бәләгә тарыһа, шайтан һөжүменән интекһә – үҙе ғәйепле», – тиелә.

Һыуыҡ тейгәндә, киҙеү ваҡыттарында йоҡлар алдынан аяҡтарҙы 15-20 минут ярты сәй ҡалағы борос йәки гәрсис һалынған эҫе һыуҙа тоторға кәрәк. Был процедура ҡан әйләнешен яҡшырта, тир бүленеп сығырға булышлыҡ итә.

Эске кейемдең, урын кәрәк-яраҡтарының таҙа булыуы мөһим. Йыуынғандан һуң таҙа кейем кейергә, аҙнаһына бер тапҡыр түшәк кейемен (постель) алыштырырға кәрәк.

Ҡолаҡтарҙы йылына бер тапҡыр табиптарға мөрәжәғәт итеп йыуҙырырға кәрәк. Профилактика маҡсатында аҙнаға бер тапҡыр зәйтүн майы йәки иретелгән май һалырға мөмкин.

Пәйғәмбәребеҙ васыяты буйынса төнгөлөккә күҙҙең аҫҡы ҡабағына өс тапҡыр һөрмә һөртөргә кәңәш ителә. Һөрмә – тәбиғи таш, күҙҙе таҙарта һәм күреү һәләтен яҡшырта. Пәйғәмбәр медицинаһы, шулай уҡ фән раҫлауынса, күҙҙәрҙе һалҡынса тоҙло һыу менән йыуыу ҙа күреү һәләтенә ыңғай тәҫьир итә. Был процедураны көнөнә бер нисә тапҡыр эшләргә була. 1:1 иҫәбе менән эшләнгән, бер-ике тамсы бал һәм алоэ ҡушымтаһы ла күҙҙәрҙе таҙарта.

 

 

Хәбиб Магомедов

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...