Йөрәк ишемияһы ауырыуынан дауалар

Йөрәк ишемияһы ауырыуынан дауалар

Йөрәк ишемияһы ауырыуынан дауалар

Был осраҡта бал менән һарымһаҡ ныҡ файҙалы.

 

Рецепт: 250 г һарымһаҡты таҙартабыҙ һәм ваҡлайбыҙ. Шунан һуң 350 г бал менән ныҡлап бутайбыҙ ҙа ете көнгә төнәтергә ҡалдырабыҙ. Артабан бер ай дауамында, ашарҙан 40 минут алда бер аш ҡалағы эсәбеҙ.

Кардионевроз менән ауырығандарға төнөн, тынысланыр өсөн, бер балғалаҡ бал ҡабырға мөмкин. Шулай уҡ имбирҙең файҙаһы ҙур, ул йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын нығыта. Уны киптереп, ваҡлап 1-2 балғалаҡ эсергә кәрәк.

Йөрәккә тағы ҡабак ныҡ файҙалы. Ғәйшәнән  еткерелгәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ: Эй Ғәйшә, утҡа сүлмәк ҡуйғанда, унда күберәк ҡабаҡ ҡушығыҙ, ул зарлы (хәсрәтле) йөрәкте нығыта» – тигән.

Һарымһаҡ, төрлө сәтләүектәр, финик, виноград, йөҙөм, инжир, ҡауын, ҡыҙыл борос, зәйтүн майы кеүек аҙыҡтар ҙа йөрәккә яҡшы тәъҫир итә. Яңы бешкән йәки киптерелгән абрикос йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшен яҡшырта.

Йөрәк ауырыуҙарынан киләһе ҡушылманы эшләп ҡарарға тәҡдим ителә. Уның өсөн 1 балғалаҡ бал, 1 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ ҡара тмин, 1 балғалаҡ иретелгән май кәрәк. Барыһын да ҡушып болғайбыҙ һәм өс көн дауамында аш алдынан ас ҡарынға ҡабул итәбеҙ.

Алма, армыт (груша), айва, зәғферән, ҡәнәфер, сәй, ҡәһүә, аҡ сәскә (ромашка), ҡыҙыл роза япраҡтары, розалы һыу, лимон бөтнөгө (мелисса), ҡурай еләге кеүек аҙыҡтар тәндең тонусын күтәрә, кәйефте яҡшырта.

 

Мөхәммәт Дибиров.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...