Ер еләге

Ер еләге

Ер еләге

Ер еләге (рус. Клубни́ка, урыҫ телендәге «клубок, шарообразное тело» тигәндән). Роза сәскәләре ғаиләһенә ҡараған, тамырынан сыҡҡан мыйыҡтары ярҙамында үрсей торған аҡ сәскәле, һутлы, ҡыҙыл еләктең бер төрө.

 

Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы, эрелеге, һабағынан япраҡса менән өҙөп алырға тура килеүе менән айырыла. Тап һуңғы үҙенсәлеге арҡаһында уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк йәки шартлама тип атайҙар ҙа инде. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға, бәғзе райондарҙа йөндө (йөнлө) еләк, ә инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. Төпһәһе менән сығып, таҙартырға тура килгәнгә күрә, уны эшкәртеүҙе мәшәҡәтлерәк һанайҙар, әммә һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, быныһының файҙаһы күберәк, тип һанала. Хәҙер таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуйыуға өҫтөнлөк биреүселәр күбәйә. Ер еләген халыҡ айырыуса яратып ҡуллана. Ер еләге хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бөткөһөҙ файҙалы ла. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы тейә. Бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән ҡотҡара. Ҡан баҫымы юғары булғанда ла файҙаһы бар. Ул еләкте ҡуҙағы менән ҡайнатҡанда, файҙаһы күберәк була.

          Айҙың тәүге яртыһында ер еләгенең сәскәһе менән япраҡтарын, ә аҙағында емешен йыялар. Ер еләген тағы һейҙек ҡыуығында таш булғанда, подагра, склероз осрағында ҡулланалар. Ул ағзаларҙан һаулыҡҡа зыян килтереүсе матдәләрҙе ҡыуа. Шуға ла ер еләгенән йәки япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән температураһы менән интеккәндә эсәләр. Дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн сәйгә лә кипкән еләк япраҡтарын һалып эсергә мөмкин. Ер еләге япрағынан әҙерләнгән һут йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә. Йөрәктең ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн төнәтмә лә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 2 ҡалаҡ киптерелгән япраҡҡа 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле кәстрүлдә боҫ өҫтөндә 5 минут ҡайнатырға ла 3 сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Күп һылыуҙар ер еләген бит тиреһен йәшәртеү һәм йомшартыу өсөн ҡулланалар. Уның ярҙамында биттәге һытҡыны, һипкелде бөтөрөргә мөмкин.

Ер еләгендә витаминдар (С, РР, В1,В2), минералдар (тимер, марганец) ифрат күп. Ашҡаҙан ауырыуҙарына ҡаршы еләктән сәй − бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә. Уның япрағынан сәй ҡайнатып эскәндә, тамаҡ шеше ҡайта. Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була. Ул былай әҙерләнә: емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән ҡатышмаға бер стакан ҡайнар ҡыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Ер еләге сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә. Шуға күрә бындай эсемлек файҙалы ғына түгел, ә хуш еҫле тәмле сәй ҙә булып тора.

Ер еләгенән тағы ла бөйөрөктәр, бәлеш, асығауыҙҙар, торттар бешерергә, ҡайнатма әҙерләргә була. Ҡаҡ ҡойорға мөмкин. Еләктән ҡайнатылған компот бигерәк тә тәмле.

 

Гүзәлиә Ильясова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...