Һөлөк менән дауалау

Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.

 

Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн, хиджаманы ла алыштыра ала. Һөлөк күптәнге яра һәм ауырыу урындарҙан боҙоҡ ҡанды һура. Уны сикәгә ҡуйһаң, күҙ ҡабағындағы насар ҡанды һурып ала. Тимерәү (лишай), тире ауырыуы (экзема), Кавасаки синдромы булғанда, тиренең боҙолған урынына һөлөк ултыртыу был сирҙәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Һөлөк ҡуйыр алдынан, тәүҙә, ҡайһы бер айырым ҡан юлдарынан ҡан ағыҙып (фасд), ашҡаҙанды яһалма ысулдар менән бушатып, организмды таҙалап алырға кәрәк. Уртаса ҙурлыҡтағы һөлөктө, күпме кәрәк, шул күләмдә алып ҡулланыу иң яҡшыһы», – тип яҙа.

Шәйех Сәйфулла ҡади (ҡуддисә сирруһу), һөлөк һалғанда, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе тоторға кәңәш итә:

- ҡанды һәйбәт һурһын өсөн, һөлөктө процедураға тиклем ун минут алдан һыуҙан алырға;

- тиҙ хәрәкәтләнгән һөлөктө ҡулланмаҫҡа;

- балаларға ике һөлөктән артыҡ һалмаҫҡа;

- һурылған ҡан менән тулышып, үҙе төшмәйенсә, һөлөктө алмаҫҡа;

- Һөлөктө алғас, урынына тоҙло һыуға мансылған мамыҡ ҡуйырға.

 

Мөхәммәт Дибировтың

«Һаулыҡ хазиналары. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы» китабынан

 

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...