Эс ауырыуҙарынан дауаланыу ысулдары

Эс ауырыуҙарынан дауаланыу ысулдары

«Әл-Бохари» һәм «Мөслим» хәҙис йыйынтыҡтарында Әбү Сәид Худриҙән еткерелгән хәҙис:

«Бер ваҡыт Аллаһ Рәсүленә ﷺ бер кеше килә лә: «Минең ҡәрҙәшемдең эсе ауырта», – ти. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Уға бал эсерегеҙ», – ти. Ул кеше ҡушҡанды үтәп, кире килә: «Йә, Аллаһ Рәсүле ﷺ, мин уға бал эсерҙем, әммә уның ауыртыуы көсәйҙе”, – ти. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Бар, тағы ла берҙе уға бал эсер», – ти. Теге кеше әйткәнде үтәй ҙә, ҡабат кире әйләнеп килә: «Йә, Аллаһ Рәсүле ﷺ уның ауырыуы тағы көсәйҙе». Шунан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Аллаһ хаҡты әйтә, ә һинең ҡәрҙәшеңдең эсе алдаша, бар һәм уға яңынан бал эсер», – ти. Өсөнсө тапҡырға бал эсергәс кенә, сирле аяҡҡа баҫа.

Табиптар хәҙискә аңлатма биргәндә: «Был ауырыу кешенең тәнендә артыҡ матдәләр булған. Шуларҙы сығарыр өсөн дә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бал эсерергә ҡуша. Шуға башта уның ауырыуы көсәйә, аҙаҡтан кеше шифалана», – тигән һығымтаға киләләр.

Әбү Сәид: «Эс ауырыуҙарынан дауа булып бал һанала» – тигән. Бер мәл Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Әбү Һурайраның эсе ауыртып ятҡанын күргән дә: «Йә, Әбү Һурайра, һинең эсең ауыртамы?» – тип һораған. Ул: «Эйе», – тигән. «Тор һәм намаҙ үтә. Ысынында, намаҙҙа шифа», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. (Ибне Мәджәһ)

 

Халыҡ медицинаһында эс ауыртҡандан ҡайһы бер рецептар

Эс ныҡ ауыртҡанда түбәндәге сараларҙы күрергә кәрәк.

Бал; өлкәндәргә ашар алдынан бер сәғәт элек 1-2 аш ҡалағы (көнөнә 2-3 тапҡыр), балаларға 1 балғалаҡ (шулай уҡ көнөнә 2-3 тапҡыр) ашарға була.

Бал менән аҡ әнисте (горный тмин); 1/1 пропорцияһында, көнөнә 2-3 тапҡыр, шулай уҡ әнис, фенхель, укроптан төнәтмә эшләргә мөмкин. Ике балғалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡоябыҙ. 30 минут йәки бер сәғәт төнәтәбеҙ. Ашар алдынан көнөнә 2-3 тапҡыр эсәбеҙ.

Ашҡаҙандың сей яраһы (язва) булғанда, һөткә бал ҡушып эсергә тәҡдим итәләр. Бер стакан һөткә 1 аш ҡалағы бал ҡушабыҙ. Ашар алдынан ас килеш өс көн эсәбеҙ. Шунан тағы өс көн, ашар алдынан, ас килеш, иртәле-кисле сөсө ҡатыҡ эсәбеҙ.

Шулай уҡ язванан алоэ менән бал яҡшы сара булып һанала. Ваҡланған алоэны бал менән бутайбыҙ һәм 21 көн эсендә ашар алдынан бер сәғәт элек 1 аш ҡалағын көнөнә ике тапҡыр ҡабул итәбеҙ.

Аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе лә ярҙам итә. 1 аш ҡалағы ромашкаға 200 мл ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. 30 минут төнәтәбеҙ. Шунан һуң һөҙөп алабыҙ һәм ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр 100 мл эсәбеҙ.

Эстәге полиптарҙан, бабаҫыр, ҡорттарҙан әрем ярҙам итә. 1 аш ҡалағы әремгә 250 мл ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм 30 мин төнәтәбеҙ. 1/3 стакан төнәтмәне ашар алдынан эсергә кәрәк. Шулай уҡ имән, анар (гранат) ҡабыҡтары эс ауырыуҙарынан файҙалы.

Эс киткән саҡта, 1 аш ҡалағы балды ризыҡланыр алдынан 2-3 тапҡыр ашарға тәҡдим ителә. Дөгө ҡайнатмаһы ла яҡшы сара булып һанала. Уны көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә кәрәк.

Бөтнөклө сәйгә бал ҡушып, һәм бер нисә тамсы ҡара тмин майын тамыҙып эсһәң, эс ауыртыуы баҫылыр.

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...